Августа Төркиәнең Истамбул ҡалаһында төрки донъяның йәш яҙыусылары йыйыны булды. Унда 22 илдән шағирҙар һәм яҙыусылар йыйылды. Башҡортостандан был сарала өс әҙип ҡатнашты: Айгиз Баймөхәмәтов, Денис Ғилманов, Кристина Андрианова-Книга. Төркиәнең мәҙәниәт һәм туризм министры, Евразия Яҙыусылар союзы ойошторған йыйында йәштәр бер-береһе менән танышып, киләсәккә ниәттәр ҡорҙо, төрлө илдәрҙән килгән абруйлы әҙиптәрҙән оҫталыҡ дәрестәре алды.
Сентябрь 2017
ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ
Халыҡ-ара бәйләнештәр
Сентябрь 2017
Китап кәштәһе
Ҡырғыҙ халҡының мәшһүр эпосы “Манас” башҡорт телендә лә донъя күрҙе. 500 мең юлдан торған әҫәрҙе тәржемә итеү буйынса 5 кешенән торған төркөм ике йыл эшләгән. Китаптың тәүге данаһын Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстан президенты Алмазбек Атамбаевҡа бүләк итте.
Тарихсы һәм журналист, тарих фәндәре кандидаты Азат Ярмуллиндың «У истоков Башкирской Республики» тигән китабы Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған. Унда республикабыҙҙы төҙөүгә ҙур өлөш индергән 60 шәхестең биографияһы бәйән ителә. Тәүге дәүләт органдары, милли хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың исемлектәре, тәүге йылдарҙа ҡабул ителгән документтар, шул осорҙағы фотолар ҙа тупланған.
Сентябрь 2017
Закир ӘҠБӘРОВ
БОҘОҠ ТЕЛЕФОН
Элек шундай уйын була торғайны. Йәштәр теҙелешеп ултыра. Иң ситтәгеһе күршеһенең ҡолағына бышылдай. Уныһы һүҙҙе, үҙе ишеткәнсә, күршеһенә еткерә. Бына шулай һүҙ төрлө ишетелештә рәттең икенсе осона етә. Әйтәйек, «айыу»ҙы боҙоҡ телефон «ҡуян»ға әйләндерә икән, бер ниндәй ҙә зыян юҡ – тәгәрәшеп көлөр өсөн генә.
Беҙ бәйән итәсәк ваҡиға заманында берәүҙе лә көлдөрмәне. Хәҙер генә ул Хәсән Рауилович, мәҙәк хәлде иҫенә төшөргән һайын, мыйығы аҫтынан ғына йылмайып ҡуя.
Сентябрь 2017
Шәһүрә Әхмәҙиева
ДАНЛЫ УҘАМАН УЙЫЛДАН
Яҙыусы яҙмаларынан
Миңә исем-шәрифе башҡорт халҡына киң билдәле шәхес Уйылдан мулла менән бер ауылда тыуып, уны күреп-белеп йәшәргә насип итте. Дин әһеле булмаһам да, күпселек ғүмеремдең күренекле мулла-хәҙрәттәр солғанышында үткәненә һәм уларҙың ихтирамына лайыҡ булғаныма ғәжәпләнә биреберәк ҡуям. Уйылдан мулла! Ул миңә ауылдаш булараҡ ғәҙәти ҙә, шул уҡ ваҡытта сәйер ҙә кеше булып тойола ине. Уйылдан мулла минең өсөн өс йәшемдән табип, шифалы, мөғжизәле тынын өрөп дауалаусы булды. Бала саҡта йыш ҡына ауырып китһәм, әсәй: “Уй, баламдың өйәнәге тота”, – тип Уйылдан мулланан өшкөртөп алған тоҙон һыуға һалып эсерә, артыш-мәтрүшкәгә ут төртөп ебәреп, төтөнө менән ыҫлай ине.
Сентябрь 2017
Миңлегөл Хисамова
Күңел күгең һинең шундай бейек
Йөҙҙәренән нур бөркөлөп, үҙе тирәләй яҡты аура таратып, үҙенә тартып торған ҡатын-ҡыҙҙар була. Ошондай гүзәл заттарҙың береһе – Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы Хәйруллина. Беҙҙең яҡындан танышып, дуҫтарса аралашып йөрөй башлауыбыҙға – бына ғәжәп – дауахана сәбәпсе булды.
Яҙҙың болоҡһоп торған бер көнөндә дауахана тупһаһы аша үттем. Миңә тәғәйен бүлмәгә килеп ингәндә, мөләйем йөҙлө сибәр ханымдан башҡа кеше юҡ ине, күңелһеҙ генә халәттә карауатҡа терәлдем.
Сентябрь 2017
Михаил ЧВАНОВ
«Ғәҙел Далде ебәрегеҙ!»
Мәшһүр лексикограф башҡортса һәм ҡаҙаҡса ла белгән
Ырымбур – киң һәм данлы өлкә. Ошо төбәктең йылъяҙмаһы, йәшәйеше менән бөйөк Александр Пушкин, шағир-философ Тарас Шевченко, атаҡлы рус яҙыусыһы Сергей Аксаков, донъяла беренсе космонавт Юрий Гагарин, дирижер, музыкант Мстислав Ростропович кеүек атаҡлы уҙамандар шәхсән таныш булған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғандың иртәгәһенә үк патриот-шағир Муса Йәлил дә Шарлыҡ военкоматына инеп, доброволец ғаризаһын ҡалдыра. Үҙебеҙҙең башҡорт әҙиптәренән Мөхәмәтша Буранғолдо, Дауыт Юлтыйҙы, Сәғит Агишты, Зиннур Ураҡсинды, замандаштарҙан Рауил Бикбайҙы, Хисмәт Юлдашты һәм башҡаларҙы Ырымбурҙан сыҡҡан шәхестәр тип телгә алырға мөмкин.
Сентябрь 2017
Ринат ХӘЙРИ
Ҡурай
Мәшһүр ҡурай!
Һин бит тәү ҡарашҡа –
Тауҙа үҫкән ябай бер үлән.
Моңло халҡым минең шул үләнгә
Йөрәгенән алып йән өргән.
Һөйләгән ул бары уға ғына
Бар яҙмышын, бөтә моң-зарын,
Бар өмөтөн, яҡты хыялдарын,
Бар тарихын, бөтә булғанын.
Октябрь 2017
Исемегеҙ хәтер күгендә
Ринат Хәйри (1950 – 2000) хаҡында ҡәләмдәштәре
Ринат Хәйри (1950 – 2000) хаҡында ҡәләмдәштәре
Әнғәм АТНАБАЕВ
Һин ашыҡтың,
беҙ һуңланыҡ
Алтмыш йәшлек сал башымды эйеп,
Ҡайғы табыныңда ултырам,
Бокалыма шиғри моңдарымды
Күҙ йәшемә ҡушып тултырам.
Һәм күтәрәм һинең иҫтәлеккә,
Бигерәк үкенесле үлем, тип,
Аҡыл ышана ла, күңел менән
Ышанырға мөмкин түгел, тип.
123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152