Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Лео Яковлев

Тормошо тураһында Ғүмәр Хәйәм үҙе һөйләгән бәйән. Аҙағы.

Низам Әлмөлөк заманында Исфаған

Дөйәнең һалмаҡ ҡына һелкенеп барғанында Исфаған хаҡында нимә ишеттем йә уҡыным икән тип иҫемә төшөрә башланым. Беҙҙең тарихсылар бәйән итеүенсә, әүәл Әспәдәнә  исеме менән билдәле һәм уға йәһүдиҙәр нигеҙ һалған, ә улар бик боронғо замандарҙа Аллаһ халҡы иҫәпләнгән.  Шуға  яуыз батша Навуходоносор (б.э. тиклем VI  быуат) көн күрһәтмәгәс, улар Ханаанға (һуңынан Палестина, Сирия ерҙәре – Д. К.) ҡайтып киткән. Б.э. тиклем IV быуатта был  ҡаланы Зөлҡәрнәй оҡшатҡан, үҫтергән,  төҙөкләндергән. Артабан ҡалаға Иран солтандары күҙ һала.

Бер нисә көндән һөҙәк тауҙар ышығында, йәшеллеккә  күмелгән Исфаған  күренде. Матур  һарайҙар, мәсеттәр, манаралар, күперҙәр күҙҙең яуын алып тора. Бер нисә генә көн элек  мин күргән, әҙәми зат һ.б. йән эйәләре йәшәмәгән ҡоба сүллектән һуң хатта бәләкәй   генә йылғаның кеше тормошонда ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булыуы хаҡында уйландым. Йылғалар, шишмәләр, каналдар, ҡан тамырҙары кеүек, Аллаһ еренең йәшәү сығанағы шул.

Тиҙҙән бөйөк вәзир үҙенә саҡырып, солтандың миңә ер бүләк итеүен, шунда йорт төҙөп, баҡса үҫтерергә фарман биреүен   әйтте. Ә хәҙергә Низам Әлмөлөк ваҡытлыса көн иткән урынымдан үҙ һарайындағы айырым бүлмәгә күсергә тәҡдим итте.

Һижрә буйынса 465 йыл ине, миңә 27 йәш тулды, ә мин әле һаман башҡалар һарайында һыйынып йәшәйем. Бер айҙан Малик шаһ үҙенә саҡырҙы. Солтан һарайы һөйгәнем Төркәндең зинданы ине, һәм мин унда булғанда икебеҙҙең йөрәк тибеше  бик яҡынлашыуын һиҙҙем.

Солтан Малик хуш күңелле һәм аралашыуҙа ябай  кеше ине. Шуға мин башта сикләнгән холоҡлолор тип тә  һананым. Әммә артабанғы гәпләшеү иртә  һығымта яһауымды күрһәтте. Хикмәте бына ниҙә: ҡунаҡ бүлмәһендә ултырғанда шаһ ғаиләһенән бик сибәр малай беҙгә сәй әҙерләне, һәм ул быны ҙур нәфислек менән башҡарҙы. Ул сыҡҡас мин уның  эште бик камил башҡарыуына һоҡланыуымды хужаға әйттем. Ә солтан:

– Аптырама. Һин беләһеңдер – яңы ғына йомортҡанан сыҡҡан сепей өйрәтмәйенсә ем сүпләй, ә инде уны ҡырға сығарып ебәрһәм,  әйләнеп ҡайта алмай. Күгәрсен балаһы ем  сүпләй алмай, суҡышын асып, әсәһе аҙыҡ һалғанын көтөп ултыра; осорға өйрәнгәс,  күгәрсен көтөүен Мәккәнән Бағдатҡа килтерә ала. Был малай ҙа шулай: ул әҙәп-тәртипкә, әхлаҡҡа өлгөлө, абруйлы ғаиләлә тәрбиәләнә, ә кешеләр әҙәпкә әсә һөтө менән өйрәнгәндер, тыумыштан әҙәплелер тип уйлай.

Мин  ул килтергән миҫалдарҙы, һығымтаһын һоҡланып тыңланым. Аллаһ етәкселеккә тәғәйенләгән бәндәһен кешеләр менән идара итергә ҡушһа, күрәһең, тасуири фекерләү, аныҡ, аңлайышлы һөйләү һәләте лә  бирәлер.

Минең йорт тиҙҙән төҙөлөп бөтә, эргәһендә обсерваторияға ла нигеҙ  һалына, башҡа ғалимдарға ла йорт булыр, тип  ышандырҙы солтан. Ысынлап та  беҙ бер нисә айҙан дәррәү эшкә тотондоҡ. Һиҙелмәй генә көндәр, айҙар, йылдар үтте.

Солтан һарайына барған бер мәлде мин туғанлашҡан Хәсән Саббаһ менән осраштым. Ул һарайҙа һаҡ  төркөмө башлығы вазифаһын башҡара. Хәсән  вәзир Низам Әлмөлөктө әрләргә тотондо. Мин бөйөк вәзирҙе яҡлап, ул дәүләткә һәм кешеләргә бик файҙалы эш башҡарыуын әйттем, әммә уны  ышандырып булманы. Саббаһ миңә исмаилиттар (VIII быуатта  Ғәрәп хәлифәтендә  барлыҡҡа килгән шиғыр  ойошмаһы ағзалары. Улар, башҡа шиғиҙарҙан айырмалы,  алтынсы имамдың оло улы Исмаил етенсе имам булырға хаҡлы тип иҫәпләгән – Тәрж.) тураһында күп һөйләне һәм уның шул хәрәкәт менән ныҡ бәйләнгәнен аңланым. Беҙҙең туғанлыҡты иҫемә төшөрөп,  ул дини берегеү мәсьәләләре буйынса минең фекеремде аныҡларға маташты. Ә мин  ситләтеп яуапланым. Сөнки мин каландарҙар һәм бөйөк суфый остаздарының береһе шәйх Абу Сәйет юлында ныҡлы торғас, һәр төрлө сектантлыҡ сикләнгәнлеге миңә ят ине. Унан һуң Аллаһ менән минең шәхси мөнәсәбәтемә әҙәми заттарҙан  ҡыҫылыусы булырға  тейеш түгел, тип иҫәпләйем. Артығын һөйләргә тырышманым, сөнки солтан эргәһендә белдекһеҙ, шикле дин әһелдәре менән бергә талантлы ғалимдарҙы күп осратырға мөмкин ине.

Шулар араһында иң таныҡлыһы минән ун йәшкә кесе Әбүхәмит Әлғәзәли ине. Әммә ул Остазымдың фәлсәфәүи ҡараштарын яратманы һәм дини бәхәстәрҙә уларҙы еретик, хатта яуыз ниәтле тип атай торғайны. Уның фанатизмы, обсерваторияға һәм беҙҙең  тикшеренеүҙәргә артыҡ иғтибары мине һағайта төштө.

Бер мәл беҙҙең  астрономик приборҙарҙың күбеһе эшләй башлағас, ул беҙгә  килеп инде лә, минән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе тураһында ентекләп һорашырға тотондо.

Мин оҙон һүҙгә  төшөп, ҡатмарлы астрономик төшөнсәләр менән йыһандың төҙөлөшөн аңлатырға тотондом. Тиҙҙән уның һөйләшеү айышын  тамам юғалтҡанын һиҙҙем. Ә ул алдан һөйләүҙе аңлағандай, әңгәмәне туҡтатырға маташты. Шул ваҡыт асыҡ тәҙрәнән мәзиндең өйлә намаҙына саҡырыуы ишетелде. Әлғәзәли урынынан тороп:

– Бына, ниһайәт, Хәҡиҡәт килде һәм мәғәнәһеҙлек артҡа сикте, – тине.

Тағы нәмәлер тип мығырҙанды ла шәп-шәп атлап сығып китте.

Һуңынан   уның Абу Али ибн Синаға ҡаршы сығыштары хаҡында күптәр һөйләне миңә. Был эште ул еңел башҡарҙы, сөнки илдә  ғәрәп телен белеүселәр кәмей барҙы, ә Остазым хеҙмәттәрен, ғәҙәттә,  ғәрәпсә яҙҙы. Быны мин Әлғәзәли Исфаханға килмәҫ борон белә инем. Шуға 470 йылда уҡ (хәҙерге йыл иҫәбе менән 1077 й. – Тәрж.) Остазымдың «Вәғәз»ен фарсыға тәржемәләнем, һәм ул өгөт-нәсихәт тиҙҙән  байтаҡ күп аҡыллы баштарға барып етте.

Обсерватория эше билдәле бер тәртиптә барҙы. Минең күҙәтеүҙәр һәм иҫәпләүҙәр  эшенән һуң буш ваҡытым ҡала килде. Астроном хеҙмәте геометрия фәне менән тығыҙ бәйләнештә булғас, ул ғилемдең нигеҙен ентекләп өйрәнеү бурысын ҡуйҙым үҙемә. Евклидтың мин яттан белгән  иҫбатлауҙарына билдәле бер яҫылыҡта ышанырлыҡ ине. Әммә   ғалимдың тәғлимәтен осһоҙ-ҡырыйһыҙ йыһан киңлегенә ҡулайлап ҡарағанда... икеләнеү уятыуын шәйләнем. Бигерәк тә бишенсе фекере (постулаты) шикле күренә,  сөнки салшайған икһеҙ-сикһеҙ ғаләм киңлегендә  параллель һыҙыҡтарҙың ҡылығы үҙгәрмәүен күҙ алдыма килтерә алманым. Постулаттың төп һорауына – мәңгелек ғаләм арауығында шул һыҙаттарҙың параллеллеге һаҡланырмы – быға яуап бирә алманым. (Ғ. Хәйәм вафатынан 800 йыл үткәс, ҡәберендә, бөтә донъялағы уны хөрмәтләүселәр тарафынан йыйылған аҡсаға Иран  архитекторы проекты буйынса, йыһанда параллель һыҙыҡтарҙың тоташыуын сағылдырған обелиск төҙөлдө. – Тәрж.)

Шул турала күп уйландым, хатта Евклид китабының  постулаттары яҙылған инеш бүлегенә рисәлә төҙөү өсөн билдәләр һалып сыҡтым. Әммә геометрияны ситкә ҡуйып, фәлсәфәгә тотонорға тура килде, сөнки ибн Синаның шәкерте Бохаралағы  танышым  имам ан-Нәсәүиҙән хат килеп төштө. Ғалимдар падишаһын белгән ғалим кешелек йәшәйешенең фәлсәфәүи вә әхлаҡи бурыс мәсьәләләре буйынса фекер әйтеүемде теләгән. Күрәһең, Остазымдың «Вәғәз»е күсереп яҙыусылар ҡулы аша күп юлдар үтеп, хөрмәтле имам һәм Фарыс улусы ҡазыйы Абунасир ан-Нәсәүигә барып еткән. Аллаһ ерендәге аҡыл торошон һәр ваҡыт иғтибар менән күҙәтеп барған ҡарт төлкө ан-Нәсәүи юҡҡа ғына минән ундай әҫәр көтмәгәндер. 1200 йыл элек вафат  булған Евклидтың тәғлимәте тағы бер аҙ көтөр, ә оло йәштәге имам һәм ҡазый алдында һуҙмаңламайса фани  донъяла яуап тоторға ине.

Йәшәйештең нигеҙе һәм әхлаҡи  бурыс хаҡындағы  рисәләмде ҡыҫҡа итеп, тиҙ арала яҙып бөттөм. Тик ҡайһы бер әһәмиәтле мәсьәләләрҙе әйтеп еткермәгәнмен икән. (Һуңынан, ғүмеренең аҙағына  етәрәк, Ғ. Хәйәм әхлаҡи  мәсьәләләргә  ҡағылған рисәләләрен   «О всеобщности бытия» – Йәшәйештең ғөмүмилеге хаҡында» исеме менән дөйөм китапҡа туплай – Тәрж.). Был кәмселектәрҙе үҙемдең ҡулъяҙмамды тағы бер тапҡыр уҡығас, яҡшы  каллиграф менән күсерелгәне имамға оҙатылғас ҡына һиҙҙем.

Етешһеҙлек шунда: беҙҙең донъяла ҡаршылыҡтың булыуы зарур, ә уның аныҡлығы һәм оҙаҡлығы Аллаһ ҡулында. Ул беҙгә, бәндәләргә, ҡарағанда,   бөтәһен дә яҡшы  белә.

Фәлсәфәүи яҙмаларымдың артабанғы яҙмышы менән ҡыҙыҡһынманым. Шулай ҙа  юғары дәрәжәләге дин әһелдәренең мине ихтирам итеүҙәре буйынса имам ан-Нәсәүи рисәләмә тура  йүнәлеш биргәнен аңланым.

Исфахандағы тәүге тиҫтә йылдағы көсөргәнешле хеҙмәтем, аҡ ҡағыҙ, ҡәләм менән дә эш итеү  күп рухи көс талап итһә лә, хеҙмәттәштәр менән тығыҙ бәйләнештә булғас, йәрһеҙ яңғыҙлығым ауыр тойолманы. Төркәнгә булған мөхәббәтем күңел  төпкөлөндә ҡалды  һәм бик һирәк кенә һыҙландырып иҫемә төшкөләне. Ҡайһы берҙә япа-яңғыҙ булғанымда, башым ял иткәндә йәнем торғон  ниәттән, көс  һалыуҙан йыһанға, ғөмүми Хәҡиҡәткә, Иң юғарылығы Йәзитҡаа, ғәләмде төҙөүсегә, бөтә  тереклек Хужаһына  ынтыла. Шул мәлдәрҙә мин, зиһенемде туплап, тулыһынса Хәҡиҡәткә бирелеп, тормошомдағы иң мөһим уңыштарға өлгәшә инем. Һәм шул  саҡтарҙа ваҡыттың  үҙгәреүенә ышандым: йыһанда бер нисә йыл булған  һымаҡмын һәм йондоҙҙар  араһындағы сәйәхәттән  фани донъяға ҡайтһам, гонаһлы ерҙә бер-ике сәғәт үткән һымаҡ.

Ваҡиғалар ерҙә үҙ сираты менән  уҙа барҙы. 472 йыл  обсерваториябыҙҙа астрономик таблицалар төҙөлөп бөттө, һәм яңы календарь индерергә мөмкинлек асылды. 473 йыл Малик шаһҡа һәм Низам Әлмөлөккә таблицаның һәм календарь реформаһының ҡулъяҙмаһын  тантаналы шарттарҙа тапшырҙыҡ. Ә мин тағы үҙемдең ҙур күләмле геометрия буйынса рисәләмде өҫтәнем. Солтан Маликшаһ беҙҙең тырышлыҡты ҙур баһаланы: бөтәбеҙ ҙә ҡиммәтле бүләктәр һәм эште дауам итеү  теләге алдыҡ. Быларҙан башҡа миңә тағы «аш-шәйх ар-рәйес» – «ғалимдар падишаһы» дәрәжәһе тәҡдим ителде, ә мин әлегә бөйөк Әбүғәлисинә (Абу Али ибн Сина) менән бер үк дәрәжәлә була алмайым, тип баш тарттым. Ғалимдар йәмғиәте биргән «Хәҡиҡәтте иҫбатлау» имамы дәрәжәһе менән ҡәнәғәт булыуымды белдерҙем. Ә солтан, уның өсөн мин хәҙерге заман ғалимдарының батшаһы икәнемде әйтте һәм шуға күрә йыртҡыстар  батшаһы юлбарыҫ тиреһен бүләк итергә теләүен белдерҙе лә  ус ҡаҡты – залға димгелле тире алып сыҡтылар. Күрәһең, тирене  иләүсе үҙ эшенең   оҫтаһы булғандыр,   ул януарҙың тырнаҡтарын, ыржайған томшоғон да һаҡлаған, күҙҙәре урынына төҫлө быяла ҡуйған. Был һары морон Аму-Даръя буйында Төркән менән булған татлы уйындарҙы хәтерләтте. Ҡамыштар араһынан беҙҙе күҙәткән шул юлбарыҫтың тиреһе түгелме икән, тип уйландым. Һәм тағы Малик шаһҡа  ул тирене миңә бүләк итергә ханбикә әйтмәнеме икән, тип тә уйлап ҡуйҙым. Ул тире бәхетле көндәремде иҫемә төшөрҙө, һәм мин Исфаханда тәү тапҡыр йәшлегемдең үткәнен, ә үткәнде кире ҡайтарып булмағанлығын аңланым. Күңелһеҙ фекерҙәрем һүҙҙәргә әүерелде, ә һүҙҙәр – һағышлы шиғырға: 

Мин бойоҡмон,

                                йәшлегемдең

                                                       китабын инде ябам.

Тормош яҙы, ҡар һыуылай, юғала күҙҙән тамам.

Бәхет  ҡошо ҡанатының бер ҡауырыйын алып,

Һағыш кәсәһенә мансып, яҙмыш – алғышты яҙам*.

Төп эшем тамамланғас, буш ваҡытым күберәк ҡалды. Күк йөҙөн күҙәтеү билдәле бер тәртиптә башҡарылды, ә ул эште минһеҙ ҙә үтәргә мөмкин. Ваҡытымды Низам Әлмөлөк һарайы эргәһендә урынлашҡан китапханала үткәрҙем. Унда Арп-Арыҫлан һуғыштан алып ҡайтҡан бик күп ҡулъяҙмалар һаҡланды. Байтағы бер бүлмәлә өйөлөп ятты, мин иһә китапханасыға шуларҙы тәртипкә һалырға ихлас   ярҙам иттем. Ҡайһы бер әҫәрҙәрҙе өйгә алып ҡайтып,  аулаҡта уҡыным. Бер тапҡыр миңә грекса яҙылған «Вәғәз таратыусы китабы» тип аталған төргәк осраны. Быға тиклем дә грек яҙмалары менән эш итергә тура килгәйне – Аристотелде, Платонды, Евклидты уҡыным – тик барыһы ла фәнгә нигеҙләнгән. Ә бында шатлығы менән ҡайғыһы, өмөтләнеү менән күңел ҡайтыуҙы сағылдырған инсан ғүмере һүрәтләнә. Бер мәғлүмәтле кеше, ул әйбер йәһүдиҙәрҙең һәм христиандарҙың Изге яҙмаларынан, тине. Быны тикшереү өсөн йәһүдиҙәр торған кварталға йүнәлдем.  Ребе тип аталған  уларҙың руханийы китаптың Тора менән бәйле булыуын дөрөҫләне һәм иҫкәртте:  уны бик һирәктәрҙең уҡыуы хәйерле, сөнки ул китап ҡайғы, хәсрәтте һәм ихтыярһыҙлыҡты тарата. Йәһүди тағы, уның уйынса, китап беҙҙең әфәндебеҙ Сөләймән ибн Дауыт тарафынан яҙылған, әммә бының менән һәр кем килешмәй, тине.

 Килештем. Минеңсә, Аллаһ ихтыяры менән бик ҡеүәтле һәм иң  көсһөҙ хәлен, һанап бөткөһөҙ байлыҡта һәм бик тә фәҡирлектә, шатлыҡлы өмөттәр  һәм күңеле ҡайтыуҙарҙы кисергән Сөләймән ибн Дауыттан башҡа – Аллаһ икеһенә лә ризалығын бирһен – берәү ҙә ундай  китапты яҙа алмаҫ ине.

Әфәндебеҙ Сөләймән ибн Дауыттың миңә, фекерен ҡыҫҡа һәм асыҡ итеп әйтеүсе ғалимға, әҙәми заттың йәшәү мәғәнәһен аныҡларға һәм йәнемдең азат булыу юлын дөрөҫләүемә ярҙам итте. Бәғзе берәүҙәр йәндең азатлығына күп юлдар алып бара, тип яңылыша. Ул юлдар барыһы ла миғаж, сағым. Ысынында иһә уға бер генә юл бар. Хатта  ул юл да түгел, ә  тар ғына һуҡмаҡ, ә уның ике яғында ла күңел аҙҙырыусылар: хакимлык, байлыҡ, хозурлыҡ, ләззәт, шөһрәт. Уларға тағы көнсөллөк, нәфрәт ҡушыла. Шул тар һуҡмаҡтан уңға вә һулға бер аҙым ситләш – кире ҡайтыу юҡ. Был юлдың йәнә үҙенсәлеге шунда:  уны ауыр юл тип һанарға ярамай, маҡсатҡа табан атлаған һәр аҙымыңдан  кинәнес табырға! Кем шул тар һуҡмаҡтан тормошҡа  ашмаған хыялдарына һис үкенмәй, еңел атлай, ғүмеренең һәр яңы сәғәтенә, көнөнә һөйөнә, ҡыуана, донъя аҙҙырғыстарына вайымһыҙ ҡарай, кем ерҙәге һәр төрлө  уңыштарын һәм уңышһыҙлыҡтарын һәүетемсә   кисерә – ундай кеше изге маҡсатына – Иң Юғары Йәзидә аяғы алдында азатлыҡҡа ирешә. Аллаһ менән ант итәм, мин шул Юлда булдым.

Әфәндебеҙ Сөләймән ибн Дауыттың иҫ киткес шәп китабын  уҡығас, күңелемдә тыуған фекерҙәр шиғри юлдарға суйындан ҡойоп яҙылды.

Бер көн шулай аҡшам намаҙынан һуң уйға сумып ултырғанда, бөйөк вәзирҙән сапҡын килеп етте. Низам Әлмөлөк  йәсиғ сәғәттәрендә шәхси мәсьәлә буйынса һөйләшергә саҡырған. Ғәҙәттәге сәләмләүҙән һуң булған әңгәмәнең йөкмәткеһен көтмәгәйнем. Бөйөк вәзир тәүҙә ғаилә тормошоноң хозурлығы хаҡында дәртләнеп һөйләне  лә асыҡтан-асыҡ минең буйҙаҡ хәлемә күсте. Ир-ат  хеҙмәтселәре генә булған аулаҡ өй һәм уның хужаһы тураһында алама хәбәрҙәр йөрөй, ти вәзир. Ул, әлбиттә, ундай ғәйбәткә ышанмай, тик өйҙә, уның уйынса, мотлаҡ ҡыҙ йә ҡатын булырға тейеш.

– Ҡыҙ-ҡатын тән менән йәндең төҙөклөгөнә булышлыҡ итә. Һин, һөйкөмлө дуҫым Ғүмәр, баҙарҙан сибәр   йәриә ҡатын ал. Хатта  бер нисәһен һатып алһаң да байлығың етерлек. Шунан әйҙә гүзәл  заттан ләззәтлән, был донъя рәхәтен  ғаиләле тормошта кисер, зауыҡ табып йәшә, – тине тәҡсир.

Ул турала үҙем дә уйлап йөрөнөм. Шул уҡ ваҡытта бөйөк Остазым Абу Али ибн Синаның (икеһе менән дә Аллаһ риза булһын) ижадын ғына түгел, тормош юлын да яҡшы белә инем.  Ғүмере ҡыҫҡа булыуының төп сәбәбе –  ҡатын мәсьәләһендә тотанаҡһыҙлығы  һәм аңлы рәүештә Аллаһ ваҡытлыса биргән ғүмерен шулай сарыф итеүендә. Был уның кешелек алдында енәйәте икәнен күптән яҙғайным. Ә мин кәрәгенән артығына бармам, тип уйлайым. Мин әҙәм балаһының иҫәр ғәҙәттәренән  шарап һәм ҡалъянды әфиүн тотоноп үҙем теләгәнсә кәметә йә арттыра алам.

Беҙ шым ғына ҡайнар  ҡәһүә эскән мәлдә шул фекерҙәр башымда йөрөнө. Вәзирҙең аҡыллы кәңәшен  үтәрмен, тик минең әсирә һатып алыуҙа тәжрибәм юҡ, шуға  тәжрибәле Хәсән Саббаһҡа өндәшермен, тинем.

Ул исемде ишеткәс вәзирҙең йөҙө  үҙгәргәнен һиҙҙем.  Бер аҙҙан Саббаһты етди ғәйебе өсөн хеҙмәттән бушатыуын һәм уның ҡайҙалыр олағыуын әйтте. Исмаилсылар араһында берҙәмлек булмауы, ә Саббаһ низариттәрҙән юлбаҫарҙар төркөмө ойоштороуы хаҡында хәбәр һуңынан Исфағанда таралды. Сәйәсәттән мин алыҫ торҙом һәм ундай хәбәргә артыҡ иғтибар итмәнем.

Ваҡыты еткәс әсирҙәр баҙарына йүнәлдем, ә мәшәҡәт һис тә ауыр түгел икән. Оҙаҡ һайланып торманым. Тиҙҙән күҙҙәре янып торған, асыҡ йөҙлө, зифа буйлы ҡыҙға иғтибар иттем. Тирә-яҡҡа шат  ҡарауы менән башҡаларҙан айырыла ине. Һатыусы мин һайлаған ҡыҙҙы,  Сәйҙәне, бурысын түләй алмағаны өсөн ғаиләһенән алыуын әйтте. Сығышы буйынса илдең төньяғынан.

Шул уҡ көндө йәриәнең шат тауышы минең йортта яңғыраны. Үҙенә бирелгән бүлмәне үҙе белгәнсә йыһазланы, йыйыштырҙы, ә мин ҡыҫылманым. Йәшлегемде иҫкә төшөрөп, Бохара яғының диалектында һөйләшкәнен ихлас тыңлап, эшем менән булыштым.

Хеҙмәтселәрем эңер төшөү менән өйҙәренә ҡайтып, иртәнсәк кенә килә ине, ә өйҙә Сәйҙә менән икәү ҡалабыҙ. Шуға бәғзе берәүҙәр кеүек мин йәриә бүлмәһенә кермәнем, үҙе миңә килә торғайны. Келәмдә  нисек аунағаныбыҙ менән һис тә ҡыҙыҡһынмай юлбарыҫтың ыржайған   һары томшоғо беҙгә  ҡарап ятты.

Сәйҙә менән Төркәнде йыш ҡына сағыштыра инем. Сәйҙәнең дә еҫе татлы, тик икенсе төрлө, мин теләгәнсә булманы. Төркән еҫе, күрәһең, йәшлегем еҫе булғандыр, ә ул алыҫта, беҙҙең мөхәббәтебеҙ сәскә атҡан яҡта, мәңгегә ҡалды. Әфәндебеҙ Сөләймән ибн Дауыттың бөйөк китабын уҡып та, заманаларҙың ҡабатланмаҫын танып, бәхеттең кире ҡайтмаҫын аңлаһам да, шул юғалтыуҙар менән тыныслана алманым. Әллә Рудаки дан йырлаған Мөльйән еле миңә бәхетемде ҡасан да булһа тауҙар, сүллектәр аша Мавераннахр  сигендәге тыныс ҡамышлы тобанан кире ҡайтарыуын көттөммө?

Ошолай тыныс тип һанарлыҡ ғүмеремдең тағы бер нисә йылы үтте. Мин бик оҙаҡ ваҡытымдың һәр   мәлен ҡәҙерләргә өйрәндем, ә Сәйҙәгә ул нәмә Хоҙайҙан бирелгәйне һәм мин, уға ҡарап, тормош шатлығын нисек кисергәнен күреп һоҡлана инем.

Мин уны ярата яҙҙым, сөнки ул йөрәгем төпкөлөндәге мөйөштәрҙең береһендә ныҡлы урын алды. Мин уны бер ҙә йәшерен күҙәтмәнем. Ул бер үҙе ҡалғанда шатлыҡлы, яғымлы йөҙөн кәрәкмәгән кейеме һымаҡ ташлар ҙа һис кем, хатта мин дә  күрмәгән ҡиәфәтендә булыр, тип уйланым.

Шулай ҙа уның ҡайғылы йөҙөн күрергә насип итте. Бер саҡ ҡапҡамды оҙон юлдан йонсоған юлаусы шаҡыны. Өйгә инеп, сәй эсеп алғас каруан менән Хәмәҙән ҡалаһынан килгәнен, Сәйҙәнең ата-әсәһе  үлем хәлендә булыуы еткереүҙе һорағандар. Бындай хәбәрҙән Сәйҙәнең йөҙө ҡарайҙы. Алдымда йәриә түгел, ярҙамыма мохтаж инсан балаһы торғанын аңланым. Исфағанда тиҫтә йыл һис  бер яҡҡа сыҡмай йәшәнем, сүллектең ҡайнар елен тойорға, таныш булмаған ерҙәр матурлығын күрергә уҡталдым. Тағы Хәмәҙәндә Остазым ҡәберен күрергә теләнем, сөнки бөтә донъяла быға тиклем минең өсөн унан башҡа мөһим кеше булманы. Атай-әсәйем төрлө шикләнеүҙәр, икеләнеүҙәр, өҙгөләнеүҙәр аша миңә Аллаһ ихтыяры менән ғүмер бирҙе, ә Остазым күренекле кеше итте, тормоштоң юғары баҫҡыстарына күтәрелергә юл күрһәтте  һәм күптәрҙең, ябай кешеләрҙең, дәүләт етәкселәренең дә миңә  мохтаж булыуҙарын күрҙем, ҡулымдан килгәнсә, аҡыл көсөм еткәнсә уларға хеҙмәт иттем.

Бер нисә көндән бер хеҙмәтсем менән өсәүләп, ҙур каруанға эйәреп, илдең шималына ҡарай юл тоттоҡ. Сәйҙә менән беҙҙең дөйәләр бер рәттән барҙы, һәм мин ҡайһы берҙә уның рәхмәтле ҡарашын күрҙем.

Беҙ барып еткәндә ата-әсәһе мөшкөл хәлдә ине. Атаһы икенсе көнө вафат булды, ә әсәһе шәбәйҙе. Хужаһының улдарының береһе, Мәхмүт исемлеһе, уларҙы ҡараған. Сәйҙә менән Мәхмүт араһында мөхәббәт барлығын һиҙҙем.

Остазымдан айырмалы булараҡ, һаулыҡ һаҡлау эшен яратмаһам да, ауырыуҙы ҡараным: маңлайын һыйпаным, йөрәк тибешен, тын  алыуын тыңланым һәм хәленең уртаса булыуын әйттем. Сәйҙә менән Мәхмүт эргәмдә торҙо. Әгәр ҙә бер-ике көндән беҙ Сәйҙә менән Исфағанға ҡайтып китһәк, Сәйҙәнең йөҙөндә Мәхмүттең сағылышын күрермен, тип уйланым.

Икенсе көнө Остазым ҡәберенә барҙым һәм күп нәмәләр тураһында, Сәйҙә хаҡында ла, кәңәшләштем. Йәсиғ ваҡытынараҡ Сәйҙәгә азатлыҡ бирҙем, минең менән бергә булған йылдар өсөн хаҡ түләнем. Уны әсәһе эргәһендә ҡалдырып, бер үҙем ҡайттым Исфағанға.

Өйҙә Сәйҙәнең юҡлығы миңә бик ауыр булды һәм яңы йәриә һатып алырға уйланым. Баҙар көнө хеҙмәтсемде эйәртеп, ҡыҙҙар күҙләргә киттем. Баҙарҙа бер сибәр йәриәгә күҙем төштө лә, яҡыныраҡ барһам, минең  кеүектәр бының тирәһендә урала. Улар үҙ-ара ярышып хаҡ өҫтәй, ә һатыусы быға шат. Мин дә шуларға ҡушылдым. Иң һуңынан   бер сауҙагәр менән икебеҙ ярыша башланыҡ. Аҙаҡтан ул үтә ҙур хаҡ ҡуйғас, мин еңелдем. Бик хафаланып, кәйефһеҙләнеп ситкәрәк киттем дә, ығы-зығылы донъяны ҡалдырып, Аллаһтан ярҙам һорап ялбарҙым.

Йәнем яңынан был донъяға  ҡайтҡанда гонаһлы ерҙә көтөлмәгән ваҡиға булғанын күрҙем: теге сауҙагәр ерҙә ята, тирә-яғындағы кешеләр  аптырап ҡалған, башҡалары шау-гөр килә, йүгерешә. Баҡтиһәң, һатыу менән артыҡ тәьҫирләнеүсе  ҡарт сауҙагәр ҡояшта оҙағыраҡ булғанға башына эҫе ҡаба, вафат була, йәғни Йәзит  уны  үҙенә саҡырып,  йәһәннәмгә оҙатҡандыр, сөнки ундай шөғөллө әҙәмдәр муйынына тиклем гонаһтарға бата. Йәриә һатыусы менән  иҫәпләшеп, ҡыҙҙы өйгә алып ҡайттым. Әнисәнең еҫе миңә таныш түгел ине, әммә күңелгә ятырлыҡ.

Бер көн үтеүгә Әнисә өйөмдә күптән йәшәгән һымаҡ тойолдо.  Ул көндөҙ ҙә, төндә лә  һоҡланғыс, Иң юғары Йәзит бүләге. Быға тиклем зауыҡ табыуҙың төрлө юлдары барлығын белмәгәнмен.

Әммә йәннәтемә донъяүи мәшәҡәттәр ҡамасауланы. Низам Әлмөлөктөң шимали улуҫтарға юлланыуын   ишеттем, ә унда Хәсән Саббаһ башкиҫәрҙәре – низариттәр хакимлыҡ иткәнен үҙем күреп ҡайттым. Шуның өсөн вәзиргә ҙур һаҡ менән йөрөүен үтендем. Ә ул:

– Эй, хөрмәтле әфәндем Ғүмәр! Әгәр ҙә бөйөк вәзир үҙ  илендә берәй нәмәнән ҡурҡһа, был уның үҙе  үҫтергән, һаҡлаған  ҡөҙрәтле дәүләтенең аҙағы яҡынлашыуын күрһәтә. Шулай булғас, нимәгә ул минең файҙаһыҙ ғүмерем?!

Был уның миңә өндәшкән һуңғы һүҙҙәрендә  ул хеҙмәтенең әһәмиәтле икәненә ышаныуын күрһәтте. Ә миндә ундай ышаныс булманы һәм, ул киткәс, көн дә алама хәбәр көттөм. Һәм ундай хәбәр килеп етте. Вәзирҙең хатаһы – кешеләрҙең уйлап эш итеүҙәренә артыҡ ышаныуы. Гәшишкә ныҡ бирелгән әҙәм аҡтығы тарафынан үлтерелә, ә яуызды һаҡсылар шунда уҡ ботарлап ташлай.