Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Миңниса Баһуманова

МАҺИР ХИКӘЙӘСЕ

Федоровка районы Юлдаш ауылында тыуһам да, Көйөргәҙе районы Таймаҫ урта мәктәбендә алты йыл уҡыным. Сөнки беҙҙең ауылда урта мәктәп булманы. Шунлыҡтан, мәктәп йәшенән үк, таймаҫтарҙың Рәшит Солтангәрәев тигән данлыҡлы яҙыусылары барлығын йыш ишеткеләнем. Әммә, ни эшләптер, уның ауылына ҡайтып, мәктәпкә килеп, осрашыуҙар ойоштороп йөрөгәнен күрергә насип итмәне. Уны Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында өсөнсө курста уҡып йөрөгәндә осраҡлы рәүештә Карл Маркс урамында тап иттем.

Элек үҙәк урамдарҙың халыҡ күп йөрөгәнерәк ерендә, үҙәк һәм республика гәзиттәре биттәрен асып, быялалы таҡтаға эләләр ине. “Дуҫлыҡ” кафеһы эргәһендәрәк шул матбуғат биттәрен ентекле уҡып торам. Эргәмә берәү килеп баҫҡанын шәйләнем-шәйләүгә, әммә әйләнеп ҡараманым. Гәзит уҡыусылар күп ине ул осор, ә Өфө халҡы араһында таныштар – бармаҡ менән һанарлыҡ.

Рәшит ағай «мөхәббәтле» һүҙҙәр менән өндәште (теүәл генә һүҙен хәтерләмәйем). Үҙен гәзит-журнал биттәренән күреп танығас:

– Һеҙ миңә атайым яғынан туған кеше әле, – тип ҡырыҫ ҡына яуапланым.

– Туҡта-туҡта, һин кем булаһың? Ниңә улай асыуланаһың, һин  мине белмәйһең бит әле, – тине.

– Рәшит Солтангәрәевты танымаҫҡа!.. – Эре генә телләшәм, үҙем гәзиттең һуңғы битенән күҙемде алмайым. Уҡып бөтөргә ирек бирмәгәненә йәнем көйһә лә, тиҙерәк китергә уйланым.

– Мин – Федоровка районы Юлдаш ауылынан. Хәмиҙулла Юлдашбаевтың ҡыҙы Миңниса. Атайым һеҙҙе һәр ваҡыт, беҙҙең туған, ти торғайны. Атайымдың әсәһе һеҙҙең ауылдан бит, – тинем.

Рәшит ағай шунда уҡ ағайлыҡ дилбегәһен ҡулына алды, хәл-әхүәлемде һорашты. Аҫылғужа тигән егеткә кейәүгә сығып өлгөргәнемде, бергә уҡып йөрөгәнебеҙҙе белде.

– Аҫылғужа ниңә “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһына инеп сыҡмай? (Рәшит ағай ул ваҡытта гәзиттең әҙәби хеҙмәткәре ине.)

– Ул барып йөрөйсө...

– Мотлаҡ миңә инеп сыҡһын. Яҙышҡан кеше. Эшкә урынлашыр.

– Уҡыуын Аҫылғужа ташламай, уҡып йөрөгәндә кем эшкә алһын инде...

– Ярты көн уҡыр, ярты көн эшләр. Килһен миңә!

Беҙҙең арала ошондайыраҡ әңгәмә булды.

Яҡшы уҡыған һәм йәмәғәтселек эшендә ҡатнашҡан студенттарҙы йәйге ялда Башҡорт дәүләт университеты Германияның Галле университетына бер айға эшкә – ил менән танышырға ебәрҙе, ә немец студенттары беҙгә килде. Ошо төркөмгә Аҫылғужа ла эләкте. Сит илдән йөрөп ҡайтҡас, уның “Совет Башҡортостаны” гәзитенең ике-өс һанында юлъяҙмалары баҫылып сыҡты һәм, күп тә үтмәй, гәзиттең баш мөхәррире Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилевтың: “Ҡайҙа йөрөй шул егетегеҙ, ни эшләп килмәй?” – тигән сәләмен алдыҡ. Шулай итеп, Аҫылғужаның яҙмышында боролош яһарлыҡ тәүге һүҙҙе Рәшит ағай әйткәндер, тип уйлайым.

...Аҫылғужа Динис һәм Рәшит ағайҙар менән сәнстереп һөйләшергә ярата торғайны. Аҫылғужаның  Рәшит ағайҙың ҡайһы бер яҡтарын тәнҡитләп, бәреп әйткән саҡтары булды, шуға яуап итеп, ағайыбыҙ уға анекдот уйлап тапты. Ул анекдотты башҡалар үҙҙәренсә һаплап, хатта матбуғат биттәрендә баҫтырып сығарҙы. Башта минең бик ныҡ йәнем көйгәйне, хатта Рәшит ағайҙың тетмәһен тетергә лә йыйынғайным. Аҫылғужа: “Ҡуй, юҡ менән булашма, ул бит – реклама. Даным арта, шуға сыҙашмайҙар“, – тигәс, туҡталдым. Ғәжәп хәл: бер-береһенә әсе-әсе тондорһалар ҙа, дуҫ булып ҡалдылар. Һуңғы тапҡыр Баймаҡ ял йортонда ял итеп, бер-береһенә бәхилләшеү һүҙҙәрен әйттеләр, буғай. Гәрсә Аҫылғужаның һөйләгәндәренән миндә шундай фекер ҡалды. Эре сирттереп, дәрәжәһен белеп кенә йөрөгән Рәшит ағайҙың да бик ныҡ нескә күңелле икәнлеген белдек.

***

Мин “Ватандаш” журналында эшләгән саҡта Мөхтәр Сәғитовтың ҡатыны Тәлиғә апай Рәшит ағайҙың 1967 йылда матбуғатта баҫылып сыҡҡан “Тыуған йорт” исемле китабын индереп сыҡҡайны. Был китап икеләтә ҡиммәт: берҙән, Солтангәрәевтың тәүге хикәйәләр йыйынтығы, икенсенән, уның һәр хикәйәһенә Мөхтәр Сәғитов йыйнаҡ ҡына фекерҙәрен ҡәләм менән бите битенә теркәп ҡуйған. Мәҫәлән: “Аҡбәкәл” хикәйәһенә: “Рәшит Солтангәрәев үҙенә генә хас оҫталыҡ менән, ҙур лирик йылылыҡ менән ат ҡараусы Ҡорманғазыны һүрәтләй, уның фажиғәһен күрһәтә. Йылҡысылыҡ, яҡшы ат тоҡомо һаҡлауға барлыҡ ғүмерен биргән Ҡорманғазы, ашығыслыҡ менән сығарылған законға ярашлы аттар бөтөрөлгәс, хатта иң һуңғы өмөтө – тоҡомло Аҡбәкәлде лә һуйғас, үҙен маҡсаты бөтөп, өмөтө һүнгән кеше итеп күрә, аңҡы-тиңке килеп йөрөй ҙә үлеп китә. Йылҡысылыҡты бөтөрөүсе, һуҡыр рәүештә күрһәтмә буйынса ғына йәшәүсе директорҙы Р. Солтангәрәев тәнҡитләй.

С. Айытматовтың “Хуш бул, Гөлһары!”һына яҡын, ауаздаш. Һуңғы йылдарҙа йылҡыны бөтөрөү бик ҡыҙыуланды. Борондан ат һөйәр халыҡта был бик ауыр кисерештәр тыуҙырҙы. Ҡырғыҙ, башҡорт халыҡтары күсмә тормошта йәшәгән, йылҡысылыҡ буйынса бай тәжрибә туплаған. Атты яҡлау темаһын һәр халыҡ яҙыусылары үҙенсә күтәрә һәм хәл итә. Шуныһы: хәҙер йылҡысылыҡҡа бер аҙ ҡараш үҙгәрә башланы”, – тип яҙып ҡуйған. Хикәйәнең һуңғы битендә: “Мәсәғүтов үҙен ғәйепле һанамай, еңел йәшәүҙе ярата”, – тигән өҫтәлмә индергән.

“Аҡбәкәл” хикәйәһе менән йыйынтыҡтың асылыуында ла бер ғиллә бар, минеңсә, ул – яҙыусының был китапҡа индерелгән хикәйәләренең иң кәттәһе. Бында ябай ғына тормош-көнкүреш ваҡиғалары аша башҡорт рухы, башҡорттарҙың тоҡомло аттарҙы тәрбиәләү йолаһы, атҡа ҡараш, балаларға әлмисаҡтан атҡа һөйөү уятыу, уларҙы кесе йәштән һыбай сабырлыҡ итеп үҫтереү кеүек сифаттар һүрәтләнә. Шул уҡ ваҡытта һәр нәмәгә уйһыҙ, вайымһыҙ ҡараған, хужалар ни ҡушһа, шуны ҡол кеүек өнһөҙ үтәгән ауыл халҡының психологияһы оҫта тотоп алынған. Был маңҡорттар араһында ябай ат ҡараусы Ҡорманғазы яҙыусы тарафынан белемлерәк, аҡыллыраҡ, киләсәк тураһында алдан хәстәрләй белеүсе аҡыл эйәһе итеп күрһәтелә. Хикәйә элекке совхоз директоры Мәсәғүтовтың, ҡалаға күсеп китһә лә, оялмайынса, мәрхүм Ҡорманғазының ҡатыны Сәмсиә апай әҙерләгән ҡымыҙҙы, ара алыҫлығына ҡарамай, көн аша килеп алырға батырсылыҡ итеүе, Сәмсиәнең өнһөҙ аласығына инеп юғалыуы менән тамамлана. Яҙыусы шулай  еңел-елпе хужалыҡ итеп, аҙаҡ ҡалала оя ҡороп, һаман да әре ҡорттай үҙ файҙаһына йәшәүсе, ситтән килтерелгән ваҡытлы директорҙарҙы тәнҡитләй.

Мөхтәр Сәғитов был хикәйәлә яҙыусының: “Беҙҙең тирәләге бер нисә колхозды ҡушып, совхоз ойошторғандар. Яңы килгән директор: “Аттарҙың файҙаһы юҡ”, – тип, уларҙың ҡайһыһын кешегә һуғымға һаттырған. Элек өс упшыға һыймай йөрөгән йылҡы хәҙер береһенең яртыһында ғына тора”, – тигән юлдары яҙылған урынға билдә ҡуйып киткән.

Хикәйәне уҡып сыҡҡас та, Таймаҫ урта мәктәбе эргәһендәге йылғаға һыулауға төшөп йөрөгән тиҫтәнән артыҡ ат туплауы күҙ алдыма баҫты. Анау хәтле ҙур ауылға, эргәһендәге совхоз үҙәгенә ике-өс тиҫтә ат аҙ икәнлеген ҡайҙа инде ул саҡта беҙгә, уҡыусы балаларға, аңларға!

Мөхтәр Сәғитов аттарҙы бөтөрөү законы сығарылған осорҙо яҙыусы әҫәрендә тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алыуҙы кәрәк тапҡан, күрәһең. Совхозды хөкүмәт иҫәбенә машина-трактор станциялары менән тәьмин иткәс, аттар кәрәкмәй, тип иҫәпләгән халыҡтың хатаһын йәш быуын күңеленә һеңдереп ҡалдырған. Шул замандың хатаһын һаман да төҙәтә алмай интегәбеҙ бит. Уйлап ҡараһаң, Рәшит ағайҙың быны яҙғанына ла утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үткән.

Рәшит ағайҙың “Көҙгө юлда” хикәйәһе һуңына Мөхтәр Сәғитов: “Студентканың шофер егеткә мөхәббәте. Егет үҙен бик ғорур тота. Ул ҡыҙҙың ғорурлығын һындыра, еңеүсе булып ҡала”, тип яҙып, шофер егеттең, ямғырлы, һалҡын көнгә ҡарамай, өҫтөндәге фуфайкаһын батҡан машинаһы тәгәрмәсе аҫтына ырғытыуы һүрәтләнгән урынға: “Быныһы арттырылған түгелме?” – тигән һорау ҡуйған. Тимәк, Мөхтәр Сәғитов ошо һүрәтләмә менән килешеп бөтмәһә лә, бәлки, автор дөрөҫтөр, тигән фекергә лә урын ҡалдыра.

Был хикәйәһендә лә яҙыусы кеше психологияһына баҫым яһай. Шофер егеткә ул исем дә бирмәй, сөнки кеше булып ҡалыу мөһим, эш исемдә түгел бит. Студентка Диана ауыл егетен һөйһөнмәй, хатта кәмһетеберәк ҡарай. “Бейей беләһегеҙме һуң?”, “Һеҙҙән ҡурҡмаһаҡ”, “Һеҙҙекеләр ана теге яҡҡа китте, шикелле” тигән ябай аралашыу һүҙҙәре аша яҙыусы уның эрелеген билдәләй. Йәнәһе, ауыл егете бейей ҙә белмәй, өрәк кеүек йәмһеҙ, бары тик үҙе кеүек ауыл ҡыҙҙары менән генә аралашырға хаҡлы. Аҙаҡ машинаһы батҡаҡлы, ямғырлы юлда батып сумһа ла, студентканы Стәрлетамаҡҡа, хатта китеп өлгөргән поезды ҡыуып барып, “Ҡарағай” разъезына тиклем илтеп ҡуйған шофер егет белемле ҡыҙҙан күпкә юғары булып ҡала. Бындай егеттәрҙе яратмаҫлыҡ та түгел. Хикәйә һуңында ҡыҙ егеткә ғашиҡ, әммә ул юҡ, билдәһеҙлек эсендә ситтә ҡала. Бында яҙыусы оҫталығы тағы бер тапҡыр күҙгә ташлана. Халҡыбыҙ араһында күпме билдәһеҙ шәхестәр бар, улар ябайҙар, күҙгә-башҡа бәрелеп бармайҙар. Яҙыусы “Герои с нами рядом” тигән тәғлимәткә үҙенең нәфис дәлилен өҫтәй кеүек.

Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил яҡшы, ти башҡорт мәҡәле. Рәшит Солтангәрәевтың “Тыуған йорт” хикәйәһен уҡыусы ошо ябай ғына, сит ерҙәргә, Ташкентҡа оҙон аҡса артынан тыуған йортон ташлап киткән кеше образын асыуға, уның олоғайғас нисек тыуған йортона аяҡ баҫыуын һүрәтләүгә ҡоролған сюжет аша тотош Тыуған илгә һөйөү уятҡанын, таныш хистәребеҙҙе тибрәткәнен тойор.

“Ғөбәйҙулла – төп образ. Еңел кәсеп артынан сығып киткән кеше. Һәйбәт лирик тойғо менән яҙылған хикәйә. Тыуған төйәккә ихтирам, еңел кәсеп эҙләп ситкә китеүселәрҙе тәнҡитләй”,– тип тә үҙ фекерен теркәп ҡуйған Мөхтәр ағай. Рәшит ағай китабына ла ошо хикәйә исемен ҡалдырыуы бер ҙә юҡҡа түгел. Яҙыусы өсөн тыуған йорт тотош иле менән бәйле, шуға ла ил проблемаларының ябай халыҡ тормош-көнкүрешендә нисек сағылышын асыҡлай. Уға милләттәштәре, ауылдаштары Тыуған ил һәм тыуған йорт кеүек берҙәй ҡәҙерле, шуғалыр ҙа ситтә ярты ғүмерен уҙғарып, өр-яңынан үҙенең емерек йортонда тормош башларға йыйынған Ғөбәйҙулланы ауылдаштары яҡын күреп ҡаршылай, ярыша-ярыша өйҙәренә сәй эсергә, йоҡлап сығырға саҡыралар. Яҙыусы фекеренсә, тыуған ергә аяҡ баҫыу шатлығы алдында тормош ҡыйынлыҡтары бер ни түгел: йортон да яңыртыр Ғөбәйҙулла, эшен дә табыр.

“Һиҙиәт ағай” исемле хикәйәһендә үҙ-үҙен кәмһетеп, башҡаларҙан үҙен тағы ла нығыраҡ йәберләттерергә ирек биргән, меҫкен булып йөрөгән Һиҙиәттең, Мөхтәр Сәғитов билдәләүенсә, бер ҡатлылығында яҙыусы ҡатмарлы характерҙы тотоп алған. Йомоҡ Һиҙиәт торғаны бер моң тоҡсайы икән дә!  Уның бөтә ауылдаштарын таң ҡалдырып, асылып китеп,  “Сибай”ҙы башҡарыуы үҙе үк был кешенең күңелендә һәр кемгә лә билдәле булмаған моң-һағыш, ҡайғы-хәсрәт ятыуын дәлилләй. Яҙыусы ул хәсрәтте асыуҙы кәрәк тапмай, әммә Һиҙиәттең бай хисле күңеленең буш түгеллеген бер генә миҫал менән оло фекер тыуҙырған да ҡуйған.

Мөхтәр Сәғитов Рәшит ағайҙың һуңғы өс хикәйәһенә тәнҡит күҙлегенән сығып ҡарай: “Үҙ һүҙле ҡыҙ” хикәйәһендә “Ике йәш кешенең осрашыуы. Яңы йылды ҡаршылауы” һүрәтләнә. “Сюжет ҡыҫҡа”. “Иҫке дуҫтар” әҫәрендә “логика бик үк етешмәй”. “Юл кешеләре” – юлъяҙмаға оҡшап ҡала. Сюжет бик һай”. Мин дә уның был фекерҙәре менән килешәм. Улар, хикәйәнән бигерәк, нәҫергә тартым, тим.

Рәшит ағай шулай итеп тәүге китабынан уҡ үҙен маһир хикәйәсе, персонаждарының ябай тормош ағышы аша кинәйәле мәсьәләләрҙе күтәрерлек, типик образдарҙың психологияһын тәрән белеүсе һәм уны уҡыусыға нәфис тос һүҙ, йыйнаҡ сюжет аша бирә белеүсе оҫта яҙыусы итеп танытты. Ул шулай беҙҙең күңелдәрҙә, һәр уҡыусы йөрәгендә йәшәйәсәк.

УТ АЛЫРҒА ИНӘМ КҮРШЕМӘ

Салт аяҙ көҙ ине. Тирә-яҡ алтынға мансылған кеүек. Аяҡ аҫты тулы алтын-һары япраҡтар. Кешеләр ҙә урамда нисектер шат йылмайып йөрөгән кеүек, сөнки беҙ Башҡорт дәүләт университетына уҡырға килдек, шуға күрә донъя һоҡланып туймаҫлыҡ матур. Йәшлек шулай беҙҙең күбәләктәй күңелдәрҙе өҫтән осорғандыр ул саҡта. Университеттың 1-се ятағына урынлашып, ары-бире иткәс, редакцияға барып, танышып, әҫәрҙәребеҙҙе тапшырырға йөрьәт иттек. Һабаҡташым Факиһа Нафиҡова (хәҙер Туғыҙбаева) менән Пушкин урамына барыуын барып еттек тә (элек ”Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһы шунда урынлашҡайны), инергә ҡыймай, икенсе ҡаттың тәҙрәләренә юҡ-юҡта күҙ һалыбыраҡ, мәктәп ҡоймаһы янында туҡтап ҡалдыҡ. Унда бер ҙур мыҡты кәүҙәле, беҙҙең атай-ағайҙарҙыҡы һымаҡ ҡуйы ҡара ҡашлы, имәндәй бер күркәм ағай кемделер көтөп тора. Беҙгә әйләнде лә:

– Һеҙ кемгә килдегеҙ, һылыуҙар? – тип һораны. Уның көр тауышынан беҙ шиңеп ҡалғандай булдыҡ. Факиһа үҙен тиҙ ҡулға алды:

– ”Совет Башҡортостаны” редакцияһына.

Ул беҙгә икенсе ҡатҡа күтәрелеп, ”Әҙәбиәт бүлеге” тип яҙылған бүлмәгә инергә ҡушты.

– Ҡайһы райондан килдегеҙ? – тип төпсөндө ул.

Беҙ инде уның асыҡ йөҙөнән, алсаҡ һөйләшеүенән көс-ҡеүәт алып, кемуҙарҙан беребеҙҙең Бүздәктән, икенсебеҙҙең Федоровка районынан икәнлегебеҙҙе белдерҙек. Ағай кеше Бүздәкте яҡшы белә икән, Факиһанан әллә күпме таныштары хаҡында белеште лә, миңә ҡарап:

– Ә һин Фиҙаровканың ҡайһы ауылынан? – тип һораны.

Үҙе минең район исемен боҙоп әйткәнгәме, мине ҡыйыуландырырға теләпме, шат йылмая.

– Юлдаштан.

– Батыр ауылын беләһеңме?

– Беләм. Беҙҙең ауылға 18 саҡрым ғына ул...

– Минең служак йәшәй унда.

Бына шулай осраҡлы таныштым мин Динис ағай менән. Уның Динис Бүләков икәнен Аҫылғужаның тыуған көнө килеп еткәс кенә белдем. Ишетеүгә йыш ишеттем. Күргәнем юҡ ине. Үҙенән теге саҡ: ”Ә һеҙ кем булаһығыҙ?” – тип һорарға ҡыйыулығыбыҙ етмәне.

Икенсе курста уҡ Аҫылғужа менән өйләнештек. Ирем Бабич ижады менән ныҡ ҡыҙыҡһына ине, курс һәм диплом эштәрен дә Бабич ижадына арнаны. Динис ағай ҡайҙандыр шул хаҡта ишетеп белгән дә, Бабичтың ”Һайланма әҫәрҙәр”ен тотоп, беҙгә килеп инде. Аҫылғужа менән күптән таныш икән, ә ҡатыны Рәйлә апай менән мин әле йәшәгән йортта ғына яҡындан аралашып, һөйләшеп киттем.

Тормош ҡаҙанында ҡайнайбыҙ. Бер юлдан да йөрөйбөҙ. Башҡа яҙыусыларҙың юбилей тантаналарында табындаш та булдыҡ. Ут күрше булып китеүгә тәүге аҙым бишенсе курста уҡып йөрөгәндә яһалды: Аҫылғужаны уҡып бөтмәҫ элек ”Совет Башҡортостаны” редакцияһына эшкә алдылар, һәм беҙгә Динис ағай фатир табып бирҙе. Черниковка ҡасабаһынан фатир алған да үҙе йәшәп киткән бер опекундың фатирында үҙебеҙҙең «ҡыуышыбыҙ булғансы» йәшәп торорға күндергән. Шулай итеп,  Динис ағай беҙҙең Өфөлә йәшәп китеүебеҙ хаҡында аталарса хәстәрлек күрҙе. Ошо опекундың фатирында Сафуан Әлибаевтар ҙа уларҙан алда йәшәп киткән икән. Шулай итеп, өс таған беректе лә ҡуйҙы.

Әле йәшәгән йортобоҙға ордер алғанбыҙ, тик күсергә рөхсәт юҡ. Аҫылғужа, сыҙамайынса, мине килтереп күрһәтергә булды. Яңы ғына һалынып бөткән йорт янына беҙҙең кеүек түҙемһеҙҙәр ҙә килеп еткән, һәр береһе үҙенең фатирының ҡайһы тирәләрҙә икәнен самалай. Беҙ ҙә ишектән артҡараҡ сигеп, бишенсе ҡаттағы  ихатаға ҡараған тәҙрәһенә текәлдек, әйтерһең, шунан фатир эсе күренә инде.

– Сәләм, һәүрек!

Аҫылғужаның йыш ҡулланған һүҙе менән бары тик дуҫтары ғына шулай үҙенә өндәшә ине. Динис ағай, ҡулдарын осар ҡоштай йәйеп, урам яҡтан боролоп йортҡа табан килә. Ахылдашып ҡосаҡлашып, шаярышып алдылар.

– Слушай, Аҫылғужа, һинән ҡотолоп булманы инде! Бында ла килеп еткәнһең! – тип Динис ағай шат йылмая.

Уларҙың шау-шыуынан ихата тулып китте. Икеһенең дә тауыштары көр. Икеһенең шаярып һөйләшеүенән күңел шул тиклем үҫешә, ирекһеҙҙән һин дә шул шатлыҡ ташҡынына эләгәһең.

– Минең фатир – бынауһы! Теге яҡта лоджия, был яҡта балкон, – тине ағай. – Сафуандар ҙа был йорттан алған фатирҙы.

– Мирастар беҙҙең подъездан алған, – тип бүлдерҙе уны Аҫылғужа.

Таныштар менән бер йортта йәшәребеҙҙе белгәс, былай ҙа ҙур шатлығыбыҙ сиктәренән ашты. Шау-гөр киләбеҙ. Беҙҙең өсөн миллионлы ҡала шауы ла ишетелмәй, донъяла беҙҙән ары бер кем дә юҡ һымаҡ. Мин айырылған ҡаҙ бәпкәһенең, үҙ төркөмөн тапҡас, шатлыҡтан тотош ҡаҙҙарҙың бер-береһенә яҡын барып, ирен терәрҙәй булып ҡаңғылдашҡан мәлен гел генә ошондай саҡтарҙа күҙ алдына килтерә торғайным.

Динис ағай беҙҙе йорттоң алғы яғына әйҙәне.

– Бына бында минең таҡтаташ торасаҡ!

– Бәлки, минеке торор, – ти Аҫылғужа.

– Мин хужа кеше, бында мотлаҡ минеке торорға тейеш! Һиңә бына эргәмдән йәнәш урын бирәм.

– Ә Сафуанға ҡайҙа?

– Ул үҙен генә ҡарап йөрөгән кеше, беҙҙән артта ҡала ул.

Ул һөйләшеүгә 27 йыл тирәһе ваҡыт үткән, ә ваҡиға бөгөнгөләй күҙ алдымда тора. Миңә бик ныҡ оҡшамағайны ошо һүҙҙәре. ”Алйоттар!” тип әрләп, үсегеп тә ҡуйғайным... Алланың ”Амин!” тигән сағына тап килгәндер, Хоҙайым! Тап шулай булды. Бер-бер артлы китеп тә барҙылар, әүлиә шикелле, икеһе лә, үлерҙәрен алдан белгән кеүек, һабаҡташтары, дуҫтары һәм туғандары менән алдан бәхилләшеп йөрөнөләр.

Өйҙә лә, баҡсала ла ут-күрше булғас, машинабыҙ юҡ саҡта, йә Динис, йә Сафуан ағайҙар беҙҙе баҡсанан нисәмә-нисә йыл өйгә алып ҡайтып йөрөнө.

Фатирҙарыбыҙ стена аша йәнәш булғас, Аҫылғужа менән Динис ағай лоджиянан лоджияға аша атлап йөрөй ҙә башлағайнылар. Ишектәре эстән бикләнеп, үҙҙәре тышта ҡалдылар бер. Рәйлә апай китте лоджиянан лоджияға! Шунан һуң, бишенсе ҡаттан тәгәрәп төшөп имгәнеп ҡуймаһындар  тип, иң беренсе лоджияға тәҙрә ҡуйыу сараһын ашыҡтырҙым. Тәҙрә генә кәртә буламы һуң инде күңеле киң кешегә! Шул тиклем йомарт, ҡунаҡсыл булды Динис ағай. Рәйлә апай ҙа, быуыныңа төшөп булһа ла, сәй эсермәй сығармай.

Динис ағай мәрхүм булғас, мин шул тиклем ҡаты иланым, хатта Аҫылғужа аптыраны.

– Яман ҡарама, ул бит беҙҙең быуынға юл башланы. Хәҙер быуабыҙ йырылды инде!.. – тинем, сөнки ҡапыл теге ваҡиға иҫемә төштө һәм йөрәгемде тәүге тапҡыр ғазраил быуып алғандай булды. Минең дә күңелемә күрәһеләрем алдан тойолдомо әллә, тип уйлап ҡуям хәҙер. Динис ағай менән Аҫылғужа Яҙыусылар союзында эшләгән саҡта, идара ла, үҙҙәре кеүек, ҡайнап йәшәне: күпме осрашыуҙар, күпме кисәләр... Иң ауыр мәлдә, башҡортобоҙ, Башҡортостаныбыҙ, илебеҙ-телебеҙ тип көрәшкән осорҙа эшләне улар. Беҙҙең баҡсала ғына (аэропорт яҡын) күпме яҙыусы, күпме кеше булып киткәне – һанһыҙ!  Ярһып эшләнеләр ҙә, ярыш аты кеүек, сабып барған ерҙәренән гөрһөлдәп ауып та киттеләр. Йәш, ғәйрәтле көйө ...Үкенес! Бик ныҡ үкенес!

Баҡсала ла, тормошта ла һиллек, хатта ҡайһы бер ваҡыт саң ҡаҡҡы килә. Элек тә шулай кешеләр тыныс, шым йөрөнө микән? Әллә минең эргәлә тормош урғылып, дәртле шаулағанға, башҡаларҙы күрмәнем дә, ишетмәнем дә микән?! Улай тиһәң, мин бит һәр ваҡыт кешеләр менән ихлас аралашып йәшәнем, әҙәбиәт ҡаҙанында бергә ҡайнаным, әле лә әҙәбиәттән айырылғаным юҡ. Был эс бошоу баҡсала бигерәк тә көсәйә, күршеләремдең килеп ингәнен түҙемһеҙлек менән көтәм. Ни тиһәң дә, беҙ бер ғаилә кеүек, дуҫтарыбыҙ менән ғүмер буйы матур йәшәнек, ярышып донъя көттөк, бер-беребеҙҙең уңыштары өсөн ысын күңелдән шатлана белдек, күпме кәңәштәр ҡорҙоҡ...

Эштә минән берәү:

– Өйҙә лә, баҡсала ла шул кешеләр... Ялҡытмаймы? – тип һораны.

Мин әйтәм:

– Юҡ! Мин уларҙы хатта һағынам әле. Ҡыш йыш осрашып булмай, йәйен баҡсала рәхәтләнеп күрешәбеҙ. Мин уларҙан күңелемә ”ут” алам. Күршеләрем кеүек кешеләр араһында үҙемдең башҡорт интеллигенцияһы вәкиле икәнлегемде тойоп йәшәйем.

– Ниндәй ут?

– Элек шырпы булмағанда, күрше усағынан һоҫҡо менән ут алғандар, ә мин уларҙан күңел йылыһы, йәшәргә дәрт алам. Әҙерәк ҡанаттарым төшөп барғанда, һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырып, маҡтап ебәрһәләр, әллә күпме эште ”ҡыйратып” ташлайым. Рәйлә апайҙың йәшәүгә дәрте миңә генә түгел, минең кеүек күңеле һынған бихисапты ҡаяға мендерерлек. Ауырыумын тимәй, мунсаһын йүнәттерҙе, нисә барһаң, әле бәйләй, әле сигә... Өйөн ҡул эштәре музейы һымаҡ тота. Баҡсала сәскәләр үҫтерә. Ә  ниндәй аш оҫтаһы! Иң ауыр саҡтарымда мин күршеләремә сығам, уларға ҡарап йәшәргә дәрт алам. Ә Фәрҙиә апайҙың тел байлығы – үҙе бер яҙылмаған китап! Сафуан ағай менән икеһенең концертын бер тамаша менән дә алмаштырып булмай. Улар бит минең Динис ағайҙы, Аҫылғужаны, бергә үткән йәшлегебеҙҙе һағыныуымды баҫа...

Хәтеремдә, бер баҡсанан Динис ағайҙың ”Нива”һында ҡайтып киләбеҙ. Әй урамында беҙҙе ”Форд” үтеп китте. Сит ил машиналарының һирәкләп кенә күренә башлаған мәле ине.

Динис ағай күҙлеген рәтләп кейеп алды ла:

– Бынауы мине уҙырға уйлаймы?! Уҙҙырырмын хәҙер!

Шул тиклем машинаһын ҡыуып алып китте – тегене генә түгел, әллә нисә машинаны артта ҡалдырып, ҡоштай осоп, өй янына ҡайтып еттек. Динис ағай баҡсаға килһә, иң беренсе машинаһын бипелдәтә. Аҫылғужа: ”Динис килде!” – ти ҙә уның янына тәмәкеһен тотоп сығып китә. Мин: ”Юғалма!” – тип бурылдап ҡалам. Беләм: улар барыбер әҙәбиәт, донъя хәлдәрен һөйләшеп, фекер алышып бөтмәйенсә айырылышмаясаҡ. Аҙна һайын ҡабатланған ошо күренеш шул тиклем күңелемә һеңгән – ҡапҡа төбөндә машина бипелдәһә, хәтерем яңыра ла ҡуя. Динис ағай шаулап килеп инер ҙә: ”Һәүректәр, ни эшләп ултыраһығыҙ, хәл дә белмәй!” – тип битәрләп ташлар кеүек.

Баҡсабыҙҙа һиллек. Ҡош тауыштары ла үтә ныҡ ишетелә миңә, ҡолаҡты ярып инә. Динис ағай менән Аҫылғужаның ғына тауышы ишетелмәй. Башҡа ир-ат тауышы ла ҡолаҡҡа салынмай. Баҡсабыҙҙа ир тауышы етешмәй. Мин ирем һәм Динис ағай үлсәмендә йәшәйем. Тормоштоң ваҡ ҡына ваҡиғаһын да уларҙың һүҙҙәре һәм эштәре менән сағыштырам, улар һаман да минең менән йәнәш йөрөй, сөнки яҙған китаптары һәр ваҡыт күңелем түрендә генә ята...