Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Мәхмүт Хужин

Ваҡытты эйәрләгән һыбайлы

«Унынсыны бөткәндән бирле аттан төшкәнем юҡ, сабам да сабам», – юғары категориялы хирург Әхтәм Фәйзуллин һуңғы ҡырҡ йыллап ғүмеренең көсөргәнешлеген шулай баһалай. Әҙәби ижад мөхитендә ҡәләм һынап ҡараған кеше булмаһа ла, бик тапҡыр, образлы әйтә алған. «Урта мәктәпте тамамлап, өлгөргәнлек аттестаты ҡулына килеп эләккәндән бирле йән менән тәнемдең тынғылыҡ күргәне юҡ» тигәнде аңлата ул. Бәләкәй генә төҙәтмә индерәйек, сөнки табипҡа, ғөмүмән, ат өҫтөндә түгел, ә үҙенең ике аяғында сабырға тура килә. Әлбиттә, яйы килгәндә, еңел машинаһын да «эйәрләп» ала. Ни ҡылмаҡ кәрәк, хирург ярҙамына күҙ терәп тороусыларҙың арта барыуы технократик үҫеш юлынан тайпылышһыҙ барған йәмғиәтебеҙҙә ғәрипләнеүселәрҙең һуңғы «автомобилләштереү» йылдарында айырыуса юғары тиҙлектә күбәйеүенә бәйле. Үкенесле, әлбиттә, еңел тормошто күҙе тоноп ҡыуған йәмғиәтебеҙ әлегә бының менән иҫәпләшергә теләмәй. Әхтәм Әнәс улының һүҙҙәренә ҡарағанда, ауыр һәм еңел техника мыжғып торған юлдарҙа ҡазаға осрап имгәнеү арҡаһында операция өҫтәленә һалыныусылар ул эшләгән 21-се дауаханала ғына тәүлегенә өс-дүрт кешенән дә кәм түгел.  Ә ҡыш һәм яҙҙарын боҙло юлдарҙа тайып йығылып, аяҡ-ҡулын һындырыусылар, теге йәки был ауырыу арҡаһында операцияға мохтаждар – уларҙан да күберәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһында имгәнгән ауырыуҙарҙы дауалау (травмотология) бүлеге мөдире Әхтәм Фәйзуллин – меңәрләгән кешенең кисектергеһеҙ йомошо төшкән иң кәрәкле, иң ихтирамлы табиптарҙың береһе.

«Сабам да сабам…» Хирург менән өс тапҡыр осрашып, мотлаҡ асыҡларға кәрәкле байтаҡ һорауҙар әҙерләп барһам да, барыһына ла яуап алыу мөмкинлеге тәтемәне. Табиптың өҫтәлдәге эш йәки кеҫә телефоны бер өҙлөкһөҙ шылтырауы етмәгән – кабинетына рөхсәт һорап та, унһыҙ ҙа инергә атлығып тороусылар тынғы бирмәй. Һуңғы тапҡыр хушлашҡанда: Моғайын, төнгө йоҡоғоҙҙо боҙоп мөрәжәғәт итеүселәр ҙә барҙыр?» – тигән һорау тыуғайны ла, табиптың үҙенә биреүҙе кәрәк тапманым. Былай ҙа күренеп тора бит.

Тынғыһыҙ эштән күптәрҙең түҙемлеге шартлап һыныр ине. Әммә: «Һайлаған һөнәрегеҙ өсөн үкенергә тура килмәнеме?» – тигән һорауға Әхтәм Әнәс улы, уйланып та тормай: «Юҡ, үкенмәйем», – тигән ышаныслы һәм тәүәккәл яуап ҡайтарҙы. Бындай мөһим һорау, ғәҙәттә, кешене уйға һала, сөнки үткән ғүмереңде барлап, ҡылыҡ-фиғелеңде үлсәп ҡарау, нигеҙле һығымта яһау өсөн күпмелер ваҡыт кәрәк була. Бәғзе берәүҙәр «әлләсе» тип яуаплай, «әлегә – юҡ», хатта, «булғыланы» тиеүселәр ҙә осрай. Геройыбыҙҙың эш урынында үҙен иркен тотоуы, ҡатмарлы шарттарҙа ла юғалып ҡалмай, хәлдән еңел сыға белеүе кеүек күҙгә бәрелеп торған һыҙаттары уның ысынлап та «Аллаһы Тәғәләнән – хирург» икәнлегенә шик ҡалдырмай. Тимәк, ул, боронғолар әйтмешләй, тыуғанда уҡ маңлайына яҙылған ҡанунға тоғро. Хәйер, бар булмышын әҙәм балаһының иң ҙур байлығы тип хаҡлы рәүештә һаналған һаулыҡ һаҡлауға арнаған шәхестәрҙә үкенеү тойғоһо кисерерлек сәбәп-ерлек тә булмай торғандыр. Ә хирург иһә, ғөмүмән, – һирәк талант эйәһе, кешенең теләһә ҡайһы ағзаһына үтеп, «реконструкция яһау»ға меңдәрсә ҡәүемдең береһе генә ҡыйыулыҡ итә. Был фекергә дауахананың 5-се ҡатында урынлашҡан киң коридорҙан теләһә ҡайһы палата ишеген асып ҡарап, унда ятыусыларҙың хәленә бер күҙ һалыу ҙа етә. Гипсҡа ҡатырылған аяҡ-ҡулдар, хирург скальпеле һалған тәрән йөйҙәр, ауырыуҙарҙың һыҙланыуҙан сирышҡан йөҙҙәре, тынсыу һауа һәм һирәк кеше генә тойорға һәләтле аура-мөхит. Һуңғыһы айырыуса ауыр тәьҫир ҡалдырып, дауахананан сыҡҡандан һуң да унан оҙаҡ ҡына арына алмай йөрөйһөң. Ошоларҙы тоймау өсөн унда көн һайын һигеҙ – ун сәғәт үткәргән кешелә һәр кемдә осрамаған ниндәйҙер айырым сифаттар булыуы кәрәктер.

Ғаиләлә ир бала тыуыу барлыҡ халыҡтарҙа ла борон отошлораҡ һаналған, сөнки уны нәҫелде дауам итеүсе тип кенә түгел, ҡартайған ата-әсәһен тәрбиәләйәсәк йән тип тә ҡабул иткәндәр. Аҫабалыҡ институтына эйә булған башҡорттарҙа, мәҫәлән, 1917 йылғы Октябрь инҡилабына тиклем ир бала тыуһа, ғаиләгә 4 дисәтинәләп ер бүлеп бирелгән. Был тәртиптең асылы ҡатын-ҡыҙҙарҙың дәрәжәһен төшөрөүгә түгел, ә донъяны ғәмәлдә ғаилә башлығы – ир кешенең алып барыуына тоташа. Көйөргәҙе районының Тимербай ауылында көн иткән 25 йәшлек колхозсы Әнәс Фәйзуллиндың да 1954 йылда улы донъяға килгәс, моғайын, атай кеше шатлыҡ тойғоһо кисергәндер, сөнки хәрби хеҙмәткә саҡлы уҡ өйләнеп өлгөргән йәш ғаилә башлығының тәүге улы Рузит йәш ярымлыҡ саҡта уҡ, ата-әсәһен ауыр ҡайғыға һалып, донъя ҡуя. Икенсе улына атаһы Тәлғәт тигән исем ҡуша. Тормошта һирәкләп булһа ла осрай торған күренеш: унынсы класты тамамлағансы геройыбыҙ, ата-әсәһе ҡушҡанса, Тәлғәт Фәйзуллин булып йөрөй. Баҡтиһәң, ул донъяға килгәс тултырылған тыуыу тураһында таныҡлыҡҡа ауыл Советында эшләүселәрҙең ҡайһыһылыр, атаһының исеменә оҡшаш булһын тип, «Әхтәм» тип яҙып ҡуйған, имеш. Эйе, ташҡа баҫылған документ – көслө ҡорал, уның менән бәхәсләшеү урынһыҙ, егеткә яңы исеменә яраҡлашмай сара ҡалмай.

Әнәс Фәйзуллин колхозда мал ҡарай, улының һөйләүенсә, ҡыйыу тәбиғәтле кеше була. Әсәһе Миңлеямал да ауыл ҡатын-ҡыҙҙары араһында ҡатыраҡ холоҡлолоғо, ҡыйыулығы менән айырылып тора, колхозда һауынсы булып эшләй. Миңлеямал Фәйзуллинаның ауыл Советы депутаты итеп һайланыуы ла, моғайын, ошондай приниципаллеге менән бәйлелер. Олатаһы Миңлеғәли тураһында иһә геройыбыҙҙың хәтерендә өҙөк-йыртыҡ ҡына мәғлүмәт һаҡланып ҡалған. Ҡурай тартҡан, йырға оҫта булып, аҙыраҡ эскеләп тә ебәргән. Улы Әнәс бәләкәй саҡта уҡ ҡайһылыр тарафҡа сығып киткән дә эҙһеҙ юғалған.

Ырымбур яҡтарының киң далаһын төйәк иткән Тимербайҙа мал салыуҙа Әнәстең алдына сыҡҡан кеше, моғайын, булмағандыр. Ҡырҡ минут эсендә һуйып, тиреһен тунап, эс-ҡарынын алырға өлгөрөү – үҙенә күрә таҫыллыҡ, етеҙлек талап итә. Һәр эштең үҙ яйы булғандай, ҡорбан салыу ҙа теләһә кемдең ҡулынан килә торған эш түгел, мал аҫраған халыҡтарҙа йәшәп килгән традиция буйынса, һуғымды ҡул арты еңел, йәғни «ҡулы тәмле» кешенән генә салдыралар.

Һуғым бысағы менән скальпель араһында, әлбиттә, уртаҡлыҡ самалы, әммә улар менән эш итә белеүҙә, моғайын, оҡшашлыҡ юҡ тип раҫлау ауырыраҡ. Совет власы осоронда инҡар ителеп, «буржуаз фән» мөһөрө һуғылған генетика ғилеме бар, йәғни теге йәки был кешеләге сифаттар киләсәк быуындарға генетик кимәлдә ата-бабаларҙан бирелә. Мотлаҡ атаһы йәки әсәһенән генә түгел, алыҫыраҡ нәҫел остоҡтарынан да. Өләсәһе менән атаһынан геройыбыҙ ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллекте мираҫ итеп алһа, табип һөнәрен һайлауында, моғайын, әсәһе яҡлап өләсәһе, Яҡшымбәт ауылы кешеһе Сәғиҙә инәйҙең гендары хәл иткес булғандыр. Бер ниндәй уҡыу йорто тамамламаһа ла, ейәненең хәтерендә ул бик йомшаҡ, изге күңелле быуын ултыртыусы, кендек инәйе, ауылдаштарын төрлө юлдар менән дауалаусы шәхес булып һаҡланып ҡалған. Тәлғәт-Әхтәмдең холоҡ-фиғелендә, донъяға ҡарашы барлыҡҡа килеүе һәм интеллекты үҫеүендә атап киткән кешеләрҙең ниндәйҙер сифаттары, һис шикһеҙ, күҙәтелә торғандыр. 

«Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шуны күрә» ти халыҡ мәҡәле. Ата-әсәһенең тәрбиәһен тәжрибәле хирург ихтирам менән телгә ала. «Күршеләр менән бик татыу йәшәнеләр, бер кемгә лә ауыр һүҙ әйтмәнеләр, миңә лә өгөт-нәсихәт яһап ултырманылар», – ти ул. «Тәлғәт, бар әле бәрәңге баҡсаһын ута!» йәки «Тәлғәт! Утын ярып индер!» кеүек әмер-бойороҡтар ишетмәй генә үҫә ул, сөнки барыһын да үҙе белеп атҡара. Ғаиләлә берҙән-бер бала булыуға ҡарамаҫтан, ата-әсәһе уны иркәләп, осондороп бармай. Дөрөҫ, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиә алған тиҫтерҙәре кеүек ямалған йәки үҙенән өлкән туғандары яурынынан төшкән кейем-һалым менән ҡәнәғәтләнеү кеүек яҙмыш уны урап үтә.

«Атанан күргән – уҡ юнған» тигәндәй, Тәлғәт-Әхтәмдең атаһы оҫта файҙаланған һуғым бысағын скальпелгә алмаштырыуын  Фәйзуллиндар тоҡомоноң прогресы тип баһаларға кәрәктер. Сабый әле сәңгелдәктә ятҡанда, Тимербай ауылына берәй маһир күрәҙәсе килеп сығып, Әнәскә: «Улың хирург буласаҡ», – тиһә, атаһы, моғайын, әкиәт һөйләп йөрөмә әле, тип уны өйөнән ҡыуып сығарыр ине. Дөрөҫ, ундай мөғжизәләр ҙә була, ләкин – һирәк. Ниндәй «хирург» ти ул, ата-әсәһе күҙ терәп торған берҙән-бер улдарының агроном йәки зоотехник һөнәрен үҙләштереп, ерҙә эшләүенә, тимәк, ауылда үҙ яндарында ҡалыуына өмөтләнә.

– Мин элек, йә уҡытыусы, йә, атайымдар теләгәнсә, агроном йәки зоотехник булырмын, тип уйлай торғайным, – тип ул йылдарҙы иҫенә ала геройыбыҙ дауахананың оҙон коридоры буйлап атлағанда. – Сөнки баҡсала эшләргә, үҙебеҙ аҫраған кроликтар өсөн оя яһарға ярата инем. Уҡырға китмәһәм, умартасылыҡ менән шөғөлләнергә лә иҫәп бар ине.

Ата-әсәһе һүҙен йығырға өйрәнмәһә лә, Әхтәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршымы, әллә бәхетенә күрәме, һөнәр һайлауҙа уларҙың өмөтөн аҡламай. Хәйер, бала һәм үҫмер саҡтар кем ниндәй һөнәр эйәһе булыу тураһында ғына хыялланмай! Һауала киҫкен боролоштар яһап осҡан самолетты күреп, мин летчик булам, тип аңын-тоңон белмәй хыялланған малай-шалай аҙмы ни! Хәтерҙә, беҙҙең Табылды ауылында (Стәрлебаш районы) бер уҡыусы һөнәр һайлауға бағышланған дәрестә «Мин Чапаев булам!» тигән һүҙ ысҡындырып, ғүмерлеккә Чапай Тәлғәт булып ҡалды. Әхтәм Фәйзуллиндың улы Аяздың һүҙҙәре буйынса, ул хирургтар һөнәренә АҠШ телесериалдарын  ҡарап ғашиҡ булған. Сериал – ихтимал, әммә хәл иткес йоғонто, әлбиттә, медицина институтында белем алған ата-әсәһенең гендары булғандыр.

Үкенескә ҡаршы, күптәр теге йәки был һөнәр эйәһе булып китеүендә мәктәптең ролен баһалап еткермәй кеүек. Яратҡан предметтар, уҡытыусылар был йәһәттән бөтәбеҙ өсөн дә йүнәлеш биргән маяҡ түгелме ни? Тимербай башланғыс мәктәбендә ғилем донъяһына ауыл балаларының күҙен асҡан Ләлә Әҙеһәмова-Тимербаеваның мауыҡтырғыс һәм фәһемле дәрестәрен элекке уҡыусыһы Тәлғәт Фәйзуллин ихтирам менән телгә ала: «Бөтә ауыл балаларын уҡытты, талапсан булды». Свобода урта мәктәбендә географиянан  дәрес биргән Кинйәабыҙ ауылы ҡыҙы Зифа Арыҫланованың үрнәктәре тураһында ла элекке уҡыусыһы яҡты иҫтәлектәр һаҡлай. Үҙ ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, бишенсегә, күп ауылдаштары кеүек үк, 15 саҡрымдағы Абдул мәктәбенә уҡырға йыйынып йөрөгәндә, атаһы улының яҙмышын икенсе төрлө хәл ҡыла.

– Ул ат екте лә, бер нисә класташым менән бергә арбаһына тейәп, алты саҡрымдағы Кузьминовка ауылына алып китте, – тип иҫкә ала Әхтәм Әнәс улы. – Бер ауыҙ һүҙ белмәһәк тә, русса уҡырға тура килде.

Ырымбур өлкәһенә ҡараған был ауыл мәктәбендә, әлбиттә, дәрестәр уларҙың теле асылған татар телендә алып барылмай. Ләкин атай ихтыяры – закон, уҡыусыларға яҙмыштарына күнеп, урыҫсаны яҡшылап өйрәнеүҙән башҡа юл ҡалмай. Эйе, 60 – 70-се йылдарҙа ауылдарҙа ата-әсәләр араһында «балам урыҫса уҡымаһа, кеше була алмаясаҡ» тигән бер яҡлы ҡараш ныҡлы урынлашып алғайны. «Кеше булыу» төшөнсәһе яҡшы, ҡулдан килерлек булһа, юғары белемгә эйә булып, «урында» эшләүҙе аңлатты. Ҡайһы берәүҙәр, ысынлап та, балаларын күрше урыҫ ауылдары мәктәптәренә биреп уҡытты. Беҙҙең Табылдыла һигеҙ йыллыҡ башҡорт мәктәбе була тороп, дүрт саҡрымдағы Раевка урыҫ мәктәбенә йөрөп урыҫса белем алғандар араһында минән алты йәшкә оло Әхмәтша ағайым да бар ине. Тәлғәт Фәйзуллинға ла ошо үҙенсәлекле һынау-тәжрибәне үҙ елкәһендә татырға тура килә. Иң мөһиме, ата-әсә иғтибарынан, тыуған нигеҙҙән айырылып йәшәгән алты йылға һуҙыласаҡ өр-яңы тормош башлана, сөнки Кузьминовка һигеҙ йыллыҡ, Свобода урта мәктәптәрендә улар көн һайын өйгә ҡайтып түгел, интернатта ятып белем ала. Ә быныһы инде тиҫтерҙәрең араһында өҙлөкһөҙ ҡайнап йәшәү, башҡалар араһында юғалып ҡалмау өсөн, үҙеңдә ниндәйҙер өр-яңы сифаттар, иң элек үҙаллылыҡ тәрбиәләү тигән һүҙ.

Артабанғы тормош юлы шуны раҫлай: геройыбыҙ күберәк ыңғай сифаттар үҙләштерә, сөнки етенсе класта уҡығанда уҡ ике йыл элек кенә бер ауыҙ һүҙ урыҫса белмәгән үҫмер урыҫ мәктәбенең комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлана. Сит ауылда, ғөмүмән ят мөхиттә балалыҡтан сығып та өлгөрмәгән кешелә ошондай юғары сифатты таныһындар өсөн ниндәй дәрәжәлә өлгөргән булыуҙы иҫбатлап тороу кәрәкме икән?

Ҡайһы бер тиҫтерҙәре кеүек, мәктәптән ҡайтып инеү менән тамаҡ ялғап алғас, китап-дәфтәрҙәре һалынған портфелен бер яҡ ситкә ырғытып, урамға сығып йүгермәй Тәлғәт Фәйзуллин.

– Көн һайын бер сәғәт-сәғәт ярым дәрес әҙерләй торғайным, – тип хәтерләй ул бала сағын. – Ул мәлдәрҙә миңә бер кем дә ҡамасауламаны.

Яҡшы әҙерлек үткән уҡыусы, билдәле, төплө белем алып сыға. Кузьминовка һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡығанда математиканан «бишле»гә генә өлгәшә. Юғарыраҡ кластарҙа иһә геройыбыҙ дәрес әҙерләү генә түгел, матур әҙәбиәткә лә өлөш сығара.

– «Ағиҙел» журналын беҙҙең өйҙә һәр саҡ алдыралар ине, – ти табип. – Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр», Булат Рафиҡовтың «Ҡараһаҡал» романдарын, башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен ошо баҫманан уҡып белдем.

Ниндәй генә яҡты хистәргә тулы булмаһын, һуғыш уйындары менән мауығып, хатта мәктәпкә лә ағастан эшләнгән ҡорал тағып йөрөгән бала саҡ, үҫмер йылдар барыбер артта ҡала. Тәлғәткә лә был юлы  Әхтәм Фәйзуллин исеменә документтар тотоп, киләсәктә үтәсәк оло юлға сығыу мәле етә. Ғүмеренең асылын тәшкил итәсәк һөнәр һайлағанда, егет ҡорона аяҡ баҫҡан үҫмер үҙен юлдар сатындағы кеүек хис итмәй: «Мин врач буласаҡмын!» Ауылдаш егет менән Өфө ҡалаһына килгәс, ул документтарын ауыл хужалығы институтына түгел, ә медицина институтының дауалау факультетына тапшыра.  «Агроном йәки зоотехник булып эшләһәм, кеше өсөн дә яуап бирергә тура киләсәк, – тип аңлата ул бөгөн ошо тәртибен, – ә врач үҙ эше өсөн генә яуаплы». Был ашығыс һығымтаһын ул, колхоз эшмәкәрлеген йылдар буйы күҙәтеп йөрөгәнлектән, шулай бик ябай ғына яһағандыр. Йылдар үтеп, бүлек мөдире вазифаһына ҡуйылғас ҡына, ул фекеренең тәрән уйлап еткерелмәгәнлеген таный. Етәксе табип өҫтөнә төшкән яуаплылыҡ ауыл хужалығы белгесенеке ише генә түгел: һүҙ бит һаулыҡ, ғөмүмән кеше ғүмере тураһында бара. Шулай булмаһа, юғары категориялы хирургҡа «сабам да сабам» тип әйтергә урын да ҡалмаҫ ине.

Әллә ауыл мәктәбендә үҙләштергән белем самалырыҡ булып сыға, әллә башҡа объектив сәбәптәр ҡамасаулай – абитуриент Әхтәм Фәйзуллинды «конкурс» тип аталған иләктән үткәрмәйҙәр. Егет кеше өсөн артабанғыһы яҡшы билдәле: хәрби форма, казарма һәм – «с места строевым шагом марш!» Һигеҙ йыллыҡ мәктәптә комсомол секретары вазифаһын атҡарыу осраҡлы булмаған икән. Хәрби хеҙмәттә лә уның был яҡлап әҙерлекле булыуын тиҙ самалап алалар. Взвод командиры урынбаҫары, ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары кеүек ябай һалдат өсөн үтә лә абруйлы вазифаларҙы алып бара. Киләсәктә яҙмышын медицина менән бәйләйәсәге шунда ла үҙен күрһәтә биреп ҡуя: махсус таныҡлығы булмаһа ла, сержант Әхтәм Фәйзуллин ваҡытлыса фельдшер эшен дә атҡара. Ваҡыт тығыҙлана, күберәк сабырға тура килә. Фани донъяла бер ни ҙә осраҡлы түгел, юртаҡтарға йәки сабыш аттарына, көн һайын булмаһа ла, даими күнекмә үткәреү кәрәк булған кеүек, туҡтауһыҙ «сапҡан» юғары класлы хирург Әхтәм Фәйзуллин да, ошо күнекмәһе етерлек булмаһа, ҡырҡ йыл буйы ваҡытты эйәрләп саба алмаҫ ине.

«Ныҡышмалылыҡ ҡалалар ала» тигән әйтем бар. Хеҙмәтен тамамлап, Свердловск ҡалаһынан тыуған ауылына ҡайтып барышлай уҡ хыял иткән һөнәрен, ниһайәт, тормошҡа ашырыу ваҡыты еткәнен самалап, хәрби кейемдәге геройыбыҙ Өфөгә һуғыла. Һигеҙ айлыҡ әҙерлек курстарына урынлашыу өсөн кисәге взвод командиры урынбаҫарына ныҡышмалылыҡ ҡына түгел, хәрбиҙәрсә ҡыйыулыҡ та күрһәтеп алырға тура килә, һәм ул маҡсатына ирешә. Юғары уҡыу йортоноң беренсе курсына ҡабул ителеү – бик ныҡ тырышлыҡ һәм көс түгеүҙе талап иткән социаль статус, уға теләһә кем өлгәшә алмай. Алты йыл дауам иткән студент тормошо ла Әхтәм Фәйзуллин өсөн «сабам да сабам» сериалының дауамы булып сыға, сөнки егеттәр самалы уҡыған медицина институтында уларҙың һәр береһе иҫәптә. Ятаҡта студенттар советының алмаштырғыһыҙ рәйесе, институттың ВЛКСМ комитетында яуаплы  эштә өҙлөкһөҙ ҡатнашыу, төрлө кисәләр ойоштороу, йәйге хеҙмәт семестрҙарында райондарға сығып эшләү, өлгөлө хеҙмәт өсөн наградалар… Былар бөтәһе лә – ана шул өҙлөкһөҙ сабыу емеше, «Иң аҙаҡҡы булып йоҡларға ятам, беренселәрҙән булып торам», – тип хәтерләй ул йыраҡ йәшлек йылдарының иң матур миҙгелдәрен.

«Сабам да сабам». Әллә уҡыу менән мауығып китеп, әллә башҡа төрлө сәбәп менән геройыбыҙ ғаилә ҡороу кеүек финиш-ваҡыттың да уҙып барыуын шәйләмәй ҡала. Атаһы:

– Улым, егерме ете йәшкә еттең бит инде!  Ҡасан өйләнәһең?! – тип ирекһеҙләмәһә, кем белә...

Ата-әсәһенең һүҙен йығырға өйрәнмәгән улдары атай ихтыяры менән бәхәскә инмәй, күндәм ғәмәлгә ашыра: тормош иптәше Диананы ла үҙе кеүек ғүмерен һаулыҡ һаҡлауға арнарға йыйынғаны өсөн һайлай. Дөрөҫ, был осорҙа әле ул үҙенең ҡыҙы менән улы тыуасағы, уларҙың да ата-әсәһе юлынан китәсәге, үҙенең табип Фәйзуллиндар тоҡомона нигеҙ һалыусы буласағы хаҡында уйланмай. Бөгөн генә ул ҡыҙы Гүзәлиә – медицина фәндәре кандидаты, улы Аяз – атаһы янында уҡ хирург, ҡатыны Диана – теш табибы, кейәүе Асҡар – гинеколог.

Ниһайәт, ҡулда – юғары белем тураһында диплом һәм институтта алған белемеңде һынап, үҙ аллы хеҙмәт юлын башлап ебәреү. Баш ҡаланың 6-сы дауаханаһында хирургия буйынса интернатура үткәс, геройыбыҙҙы 21-се больницаға эшкә ебәрәләр. Тәүҙә ул бер нисә йыл имгәнгән ауырыуҙарҙы ҡабул итеү пунктында эшләп, бер ни тиклем тәжрибә туплай. «Көн һайын 70-ләгән ауырыу килә ине», – тип иҫләй ул мәлдәрҙе Әхтәм Әнәс улы.

Баш ҡаланың Урман паркы зонаһында урынлашҡан 21-се дауахананың П хәрефенә оҡшатып һалынған ғәләмәт ҙур бинаһы, ситтән ҡарағанда, ҙур комбинатты хәтерләтә, ә уның туғыҙ ҡатындағы дауалау бүлектәре – цехтарҙы. Хәйер, бындағы дауаланыусылар ҙа меңәрләптер. Мәҫәлән, Әхтәм Әнәс улы мөдирлек иткән бүлектә генә 75 койка-урын иҫәпләнә. Бүлек мөдире үҙе генә аҙнаһына 8 – 10 кешегә төрлө ҡатмарлыҡтағы операция яһай. Бүлектә йылына 2700 самаһы ауырыу дауаланып сыға. «Ат аунаған ерҙә төк ҡала» тигәндәй, хирург скальпеле тейгән урында мотлаҡ йөйө ҡала. Эйе, яралар йөйһөҙ булмай, тик ул йөйҙәрҙең тәбиғәте лә – кеше һаулығын нығытыу йәки һаҡлап ҡалыу.

Операция өҫтәлендә дүрт тапҡыр ятырға тура килеүгә ҡарамаҫтан, уның ни рәүешле үтеүен күрергә тура килмәне. Шул хаҡта үҙенә белдергәс, тәжрибәле хирург ҡаршы килмәне, ләкин ҡарашында: «Ниңә кәрәк инде ул? Бер әһәмиәтен дә тапмайым», – тигән яуапты уҡырға мөмкин ине.

…Иртәнге сәғәт 10. Серле, хатта ниндәйҙер дәрәжәлә шомлолоҡ эркелгән операция залына тиҫтәгә яҡын аҡ халатлы йәки йәшел костюмлы медицина персоналы йыйылған. Был күренеш – тәжрибәле хирургтың көндәлек, тиҫтәләрсә йылдар дауам иткән сағылышы. Операция өҫтәлендә ятҡан илле йәштәр тирәһендәге ирҙең таз һөйәгенә тоташҡан һул аяҡ һөйәгенең йомро башы тамам ашалып, түҙерлек әмәле ҡалмағас, операцияға килергә мәжбүр иткән. Хәҙер ана шул аяҡ һөйәгенең йомро осон махсус инструменттар менән киҫеп алып, сит илдә эшләнгән махсус металл конструкцияға алмаштырырға кәрәк. Хирургик операция менән таныш булмаған кеше уның ни рәүешле атҡарылыуын күҙ алдына ла баҫтыра алмай.

Тәүҙә операция эшләнәсәк урын оҙаҡ ҡына дезинфекциялана, ауырыу ҡуҙғалып ҡамасауламаһын өсөн, төрлө штативтар менән кәүҙәһен операция өҫтәленә нығытып ҡуялар. Бына операцияны яһаусы хирург ҡулына скальпель алып, ауырыуҙың оса тиреһен тәрән генә ярып ебәрә. Ярылған эҙ буйлап тамсы-тамсы ҡуйы ҡан һарҡый. Был күренеш, әлбиттә, нескә нервылы кешеләр өсөн түгел. Ҡан, ара-тирә операция залын баҫып киткән көйгән ит еҫенә бер булып, Әхтәм Фәйзуллин сәғәт дауамында ауырыуға яңы «аяҡ» яһап биреү өсөн көс түгә. Дөрөҫ, махсус битлек аша уның йөҙөндә ниндәй кисерештәр сағылғанын күреү мөмкин түгел, күҙҙәре генә ялтырап күренә.

Юғары категориялы табип, медицина фәндәре кандидаты, БР-ҙың атҡаҙанған табибы Әхтәм Әнәс улы Фәйзуллин киң профилле һаулыҡ һаҡлау тармағының иң тынғыһыҙ ҡаҙанында ҡайнай. Таныштары һанап бөтөргөһөҙ булһа ла, дуҫтары, йырҙа йырланғанса, тормош көтә торғандары, бер нисә генә. Институтта саҡта уҡ бер «һуҡмаҡтар»ҙан йөрөгән Альфред Ғәтиәтов хәҙер – Өфөнөң 22-се дауаханаһында баш табип урынбаҫары, Самат Ғарифуллин – Сипайлово биҫтәһендәге теш поликлиникаһында баш табип, Энгель Ғатиндың Туймазы ҡалаһында үҙ клиникаһы бар, Зәбир Шәйәхмәтов – Бөрө ҡалаһындағы поликлиникала баш табип урынбаҫары. Вәрис Богданов, Алберт Шәрәфетдинов… Барыһы ла – ҡасандыр Гиппократ анты биргән һәм уға тоғролоҡ һаҡлаған егеттәр.

Ирмен тигән кеше өй һалырға, балалар үҫтерергә, ағас ултыртырға бурыслы. Киң мәғәнә һалынған был һүҙҙәргә. Өйһөҙ тормош көтөү мөмкин булмаған кеүек, балаларһыҙ нәҫел ҡорой, ә ағас – тәбиғәт һынланышы. Шуларһыҙ әҙәм балаһы аҡыллы йән эйәһеләй ғүмер итерлек мөхитте күҙ алдына баҫтырып булмай. Күрә-белә торопмо, әллә эске кисерештәре менән аңлапмы, Әхтәм Фәйзуллин был шарттарҙың барыһын да үтәп сыҡҡан. Ҡасандыр Тимербай ауылы урамы ғына белгән үҫмерҙән исеме меңдәргә билдәле, көн-сәғәт һайын эскерһеҙ рәхмәт һүҙҙәре ишеткән абруйлы шәхес үҫеп сыҡҡан. Тимәк, ғүмерҙең бер генә минуты ла бушҡа үтмәгән. Ә бит, уйлап ҡараһаң, ҡаҙанған уңыштарының барыһы өсөн дә ул тәүәккәллек кеүек үҙ шәхесенең төп сифатына бурыслы. Хәйер, ирмен тигән ир кеше өсөн тәүәккәллек, моғайын, иң мөһим һыҙаттыр.