Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әмир Әминев

Ҡәҙер кисәләрендә тыуған хәтирәләр

Ошо көҙҙә, атап әйткәндә 3 октябрь менән 5 ноябрҙә, миңә үҙемдән өлкәнерәк, әммә бер осорҙа, бер быуын булып йәшәгән, яҡындан аралашҡан, дуҫлашҡан ике ҡәләмдәшемдең ҡәҙер кисәләрендә ҡатнашырға тура килде. Бигүк күңелле түгел ундай сараларҙа йөрөүе. Һағышлы иҫтәлектәргә сумаһың, бергә йөрөгән юлдарҙы, һөйләнгән хәбәрҙәрҙе, ҡатнашҡан ваҡиғаларҙы иҫкә алаһың, йә, нишләрһең, ни “һайрарһың” минең турала, алдашырһыңмы, дөрөҫөн әйтерһеңме, тигәндәй һынсыл ҡараштарын да тойғандай булаһың. Улар ер ҡуйынында ятҡанда үҙеңдең ер өҫтөндә йөрөүеңә уңайһыҙ ҙа кеүек хатта. Быйыл уларҙың береһенә – Ризуан Хажиевҡа 75, икенсеһенә – Вил Ғүмәровҡа 65 йәш тулған булыр ине. Ризуан 74-ендә китһә, Вил  45-тә үк гүргә инде…

Был ике сараға ла мин теләп барҙым. Бер һуҡмаҡтан йәнәш атлағанда әйтеп өлгөрмәгән уй-хистәремде, рәхмәттәремде эсемдән генә булһа ла әйтеп ҡалырға барҙым. Һәм әйтелгән һүҙемдән, ҡәберҙәренә баш эйеүемдән күңелем тулып, дөрөҫөрәге, бушанып, нисек кенә сәйер яңғырамаһын, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп ҡайттым.

Ергә ныҡ баҫып торҙо                  

Ризуан Хажиев менән тәүге осрашҡан 80-се йылдар башынан вафатына тиклем, һәр хәлдә Өфөлә йәшәгән йылдарында, аралашып йәшәнек. “Башҡортостан” гәзитенең партия тормошо бүлегендә эшләүенән алып бөтә ғүмере тигәндәй күҙ алдымда барҙы. Уның маҡсатлы натураһына, ҡыйыулығына, яуаплылығына һоҡлана торғайным. Ҡулынан килмәгән эше, һүҙе үтмәгән хәбәре булманы шикелле. Тилбер, тынғыһыҙ, хатта дыуамал был кеше фанатиктарса яуаплы, принципиаль, хатта үҙ һүҙле лә булды. Үҙ һүҙен һүҙ итер өсөн бөтә ярһыулығы менән оло бәхәскә инергә лә күп һорамаҫ ине. Ул авторитетҡа табынманы, хәҡиҡәткә табынды.

Мәсетле район мәҙәниәт йортонда үткән, тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған ҡәҙер һәм хәтер кисәһендә уның Рәсәйҙең тәүге президенты Борис Ельцин менән тар күперҙә осрашҡан ике кәзә тәкәһе һымаҡ, бер-береһенең күҙенә аҡайып ҡарап, асыулы ҡиәфәттә бәхәсләшкәндә төшөрөлгән фотоны иҫкә алдылар. Шәхсән мин ул фотоны күргән булманы, Ризуандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты йәки республика журналистар союзы рәйесе сағында Мәскәүҙә йә Өфөлә осрашҡандарҙыр, тип фаразларға ғына ҡала. Һәр хәлдә, төкәшеп тороу – Ризуандың характерында.

Ергә ныҡ баҫып торған, үҙ заманының кешеһе ине Ризуан. Үҙ ваҡыты, үҙ дәүере, үҙ геройҙары менән бергә йәшәне. Шуға ла уның яҙғандары үҙе йәшәгән осорҙо сағылдырҙы, осор проблемаларын, осорҙоң социаль, ижтимағи, сәйәси, тарихи мәсьәләләрен күтәреү булды, ул заман һәм замандаштары тураһында яҙҙы. Әйтәйек, үҙенең ауылдашы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Чехословакияла хәрәкәт иткән “Бейек Татр” партизан отряды командиры Вафа Әхмәҙуллиндың батырлыҡтары тураһында төпсөрләп яҙып уны икенсе бер данлыҡлы яҡташы, Советтар Союзы Геройы, летчик Ҡотдос Латипов, “Ҡара генерал” – Даян Мурзин, Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Кусимов рәтенә “баҫтырҙы”. Бынан тыш ул яҡташы, билдәле башҡорт архитекторы, ғалим, фән докторы, профессор, республикала юғары архитектура белеменә нигеҙ һалыусы Барый Кәлимуллин хаҡында “Архитектор юлы” тигән тарихи-документаль повесть ижад итте. 1940 – 1946 йылдарҙа БАССР Совнаркомы рәйесе, 1946 – 1953 йылдарҙа ВКП(б)ның Башҡортостан өлкә комитетының Беренсе секретары булып эшләгән Сабир Ваһапов, ауылдашы, 1950 – 1967 йылдарҙа БАССР Юғары Совет Президиумы Председателе вазифаһын биләгән Фәйзрахман Зағафуранов хаҡында шулай уҡ етди хеҙмәттәр нәшер итте. Ғөмүмән, тыуған ауылы Һөләймәндән, Мәсетле районынан сыҡҡан күренекле шәхестәрҙе ныҡ күтәрҙе Ризуан. Ҡәҙер кисәһендә сәхнәнән сығыш яһаған бар кеше, шул иҫәптән район хакимиәте башлығы Иван Петрович Могильников журналистың фиҙәкәр эштәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм рәхмәтле булды. Быға шулай уҡ Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Әхсән Шәрипов, Тәлғәт Рахманов, Тимерхан Нәжмиев, Советтар Союзы Геройҙары Абдрахман Ғәйфуллин, Әмирйән Хәйҙәров, башҡалар тураһында ҙур хеҙмәттәр яҙғанын да өҫтәргә кәрәк. “Тотонған” геройҙары күпселектә ҙур шәхестәр ине һәм уларҙы Ризуан ҙурлап күрһәтә белде. Үҙенең теләге менән мөмкинлеген самалай ине шул.

Әле мин ул башҡарған хеҙмәттәрҙең бер нисәһен генә һананым, уларҙың барыһын да атай башлаһаң, исемлек байтаҡҡа оҙонаясаҡ. Ғөмүмән, яҡташтарын был тиклем дә ныҡ күтәргән башҡа журналисты мин белмәйем. Бының өсөн мәсетлеләр уға һәйкәл ҡуйырға тейеш.

Беренсе сиратта Ризуан Хажиев, әлбиттә, күренекле журналист, ялҡынлы публицист. Был – аксиома. Уның шулай икәнен барыһы ла таный, шулай тип баһалай, ҡабул итә. Кисәлә был хаҡта ҡат-ҡат әйтелде. Ләкин ул художестволы прозала ла әүҙем эшләгән, яҙыусылыҡ һәләте булған әһел ине.  Алда аталған әҫәрҙәрен алһаң, бигерәк тә документаль характерҙағы, тулы ҡанлы художестволы повестар. Йәмәғәтселек тә, әҙәби тәнҡит тә быға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, нишләптер иғтибар биреп еткермәне. Һөҙөмтәлә Ризуан тик журналист булараҡ ҡына ҡабул ителде. Һүҙҙәремә дәлил рәүешендә мин төрлө йылдарҙа “Ағиҙел” журналы биттәрендә донъя күргән әҫәрҙәренең бер нисәһен атап үтәм. “Әй буйына ҡайтам әле…” новеллик повесы, “Әҙип иҫтәлектәре” (быныһы вафатынан һуң баҫылды, дауамы әҙерләнә. Үкенескә, автор уны ослай алмаған).

Йәнә лә беҙ белмәгән, дөрөҫөрәге, киң йәмәғәтселек белмәгән бер сифатын асты яҡташтары: Ризуан шиғырҙар ҙа яҙған... Кисәне алып барыусылар  бер нисәһен уҡып ишеттерҙе. Һәүәҫкәр композиторҙар уларҙы көйгә һалған һәм артистар ул йырҙарҙы сәхнәнән яңғыратты. Улар, бәлки, ҙурҙан ҡупҡанда, техник эшләнеше йәһәтенән бигүк камил да түгелдер, ләкин хис-тойғо, һағыш менән мөлдөрәмә тулы, барыһына ла эмоциональ күтәренкелек хас. Был хәл-торошто тик ысын поэтик һәләте булған кеше генә шиғыр юлдарына һала ала…

Ризуандың “Әгәр мин янмаһам…” тигән очерктар йыйынтығы бар. Чили иленең бөйөк шағиры Пабло Неруданың ҡанатлы һүҙҙәренең тәүге өлөшөн автор китап исеме итеп юҡҡа алмаған. Неруданың фекеренә үҙенең эске рухи донъяһы, әүҙем гражданлыҡ позицияһы, халыҡ алдында оло яуаплылыҡ тойоуы  тап килгәне өсөн алған. Ризуан тап шундай рухта йәшәне, йәшәмәне, янды, көрәште һәм әҙиптең йәмғиәт алдындағы яуаплылығы тап шундай сифаттарҙан ғибәрәт булырға тейеш, тип иҫәпләне.

Йыйып әйткәндә, иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән башҡараһы эштәр тора беҙҙең алда. Үҙе уҡыған мәктәптәрҙә китаптары, фотоальбомдары ҡуйылған, ләкин быларҙың барыһын да ҙурыраҡ форматта эшләргә кәрәк, миңә ҡалһа. Айырым мөйөш йәки музей, район үҙәгендәге берәй урамға исемен, район гәзитендә уның исеме менән аталған премия йә конкурс, иҫтәлектәр китабы нәшер итеү, йәшәгән йортона таҡтаташ элеү… Башҡа эштәр ҙә булыуы ихтимал, уйларға кәрәк.

Йөрәктәге яра

Вил Ғүмәров – үтә баналь һәм тапалған сағыштырыу өсөн алдан уҡ ғәфү үтенәм – йөрәгемдәге бер яра. Ваҡыт дауа тиһәләр ҙә, йылдар үтеү менән ул яра, киреһенсә, тәрәнәйә генә бара. Ул бер ҡасан да бөтәшмәҫтер, йөрәгем тибеүҙән туҡтағансы ҡанһырап тик йөрөр, ахыры. Әсенеүемдең төп сәбәбе, әлбиттә, ғүмере иртә өҙөлөүендә, һөҙөмтәлә күпме талантлы әҫәрҙәренең яҙылмай ҡалыуында. Башҡорт шиғриәтен, әҙәби тәнҡитен, драматургияһын,  публицистикаһын байытыр күпме гәүһәрҙәр тыумай ҡалды! Тыуыуына 50, 60 йыл тулған мәлдәрҙә гәзит-журналдарға мәҡәләләр, иҫтәлектәр яҙҙым, 2009 йылда ике шиғри йыйынтығына инеп өлгөргән һәм дә ҡулъяҙма көйө ятып ҡалған шиғырҙарынан, драма әҫәрҙәренән, әҙәби тәнҡит мәҡәләләренән, күҙәтеүҙәренән һәм үҙе хаҡында хәтирә-иҫтәлектәрҙән торған “Яуа зәңгәр ҡарҙар…” исемле китап та нәшер иттем. Ләкин, танһыҡ ҡанмай, ҡанманы, һаман да нимәлер әйтке, һөйләйһе, кешегә уның ниндәй үҙенсәлекле шәхес, талантлы ижад кешеһе, гражданин икәнен иҫбатлағы килә. Иҫән булһа быйыл уға 65 йәш тулыр ине, ә вафатына 20 йыл да үтеп китте…

Әҙәбиәт институтында ул билдәле совет шағиры, байтаҡ популяр йырҙар авторы Лев Ошанин семинарында шөғөлләнде. Ғәҙәттә, етәксе ижади конкурсҡа килгән әҫәрҙәр буйынса йыя үҙенә семинарҙы, авторҙарын белмәй, шуға ла үҙенең күңеленә, яҙыу манераһына, рухына, әҙәби вкусына тура килгәндәрҙе йыя. Миңә ҡалһа, эҙләнеүҙәрен, эксперименттарҙан ҡурҡмауын, догма-ҡанундарға йәбешеп ятмауын, үҙенсәлекле образдарын, поэтик табыштарын хуп күргәндер Ошанин үҙенә алғас. Ысынлап та, Вилдең Әҙәбиәт институтына инер өсөн ижади конкурсҡа тәҡдим иткән шиғырҙары бик үҙенсәлекле ине, яңы ине, ҡабул ителгән традицион башҡорт шиғриәте рамкаһынан ситтә ине. Ә уларҙы руссаға тәржемә итергә Рәми Ғарипов ярҙамлашты – алда әйткән йыйынтыҡты әҙерләгәндә шағирҙың үҙ ҡулы менән аҡҡа күсереп яҙылған бер нисә шиғырға тап булдым. Ә Рәми ағай булмаҫтайға тотонмаҫ. Һәм Ошанин алданманы, хәйер, Рәми ағай ҙа. Вил башҡорт, рус шиғри традицияларына нигеҙләнеп үҙенең юлын тапты, дөрөҫөрәге, виртуоз жонглер һымаҡ төрлө формала ижад итә алды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙебеҙҙә уның шиғырҙарына һағайып ҡаранылар, бөтөнләй ҡабул итмәгәндәр ҙә булды. Нишләйһең, яңылыҡтың юлы һәр саҡ ҡатмарлы, ҡаршылыҡлы шул. Нескә күңелле кеше булараҡ, ижадына ҡарата булған бындай мөнәсәбәтте аңланы һәм шиғыр яҙыуҙан туҡтаны. Әлбиттә, бөтөнләй туҡтаманы, яҙҙы, әммә яҙғандарын өҫтәл тартмаһына һала барҙы – тулыһынса журналистикаға күсте. Сөнки был жанр 90-сы йылдарҙағы ҙур үҙгәрештәр алдынан тәьҫирлерәк, үтемлерәк ине. Һөҙөмтәлә Вил йәмғиәт алдында торған һәм кисекмәҫтән сиселеш көткән байтаҡ социаль, ижтимағи проблемаларҙы күтәреп сыҡты, экология мәсьәләләрен бөтә ҡырҡыулығында ҡуя алды.  Башҡорт теленә дәүләт статусы биреү, Стәрлетамаҡта башҡорт телендә гәзит асыу, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу тураһында сығыштар, докладтар, урындағы власть органдарына хаттар яҙыу… Ысынлап та, уны ишеттеләр, күрҙеләр, ҡушылдылар, теләктәшлек белдерҙеләр. Сәнәғәт предприятиелары менән шыплап тултырылған Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, завод-фабрикаларҙың ағыулы ҡалдыҡтарын таҙартыу ҡоролмалары төҙөү  мәсьәләһен күтәрҙе. Белеме буйынса инженер булараҡ, һәр сәнәғәт предприятиеһының технологик үҙенсәлектәрен яҡшы белә ине. Торатауға “Сода” берекмәһенең ажарлы ынтылыштарына ҡаршы әллә күпме мәҡәлә яҙҙы, радионан, телевидениенан сығыш яһаны, һүҙе үтемлерәк булһын өсөн РСФСР халыҡ депутаты булырға ла тырышып ҡараны. Үткәрмәнеләр. Ҡурҡтылар. Сөнки власть башында тороусылар өсөн ул уңайһыҙ, гел генә проблемалар тыуҙыра торған кеше ине.

Ул Учалы районы Ҡобағош ауылында тыуған. Уҡытыусы әсәһе Миндәккә күскәс 8 – 10 кластарҙа ошо ауылда уҡый. Кисәлә уның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Елизавета Петровна Аксенова ла булды, уҡыусыһы тураһында яҡты хәтирәләре менән сығыш яһаны. Өлкән йәштә булыуға ҡарамаҫтан, хәтере һәйбәт һәм мәктәпте бынан 38 йыл элек тамамлаған Вил тураһында байтаҡ мәғлүмәт белә булып сыҡты. Бигүк һөйләшеп бармаған икән, әйтһә, тейешен генә әйтә лә ҡуя торғайны, ти. Художестволы әҙәбиәтте күп уҡыған, инша, диктант яҙған саҡтарында башҡаларға ихлас ярҙамлашҡан, дәрестәге үҙенең яуаптары, иншалары бик үҙенсәлекле, үҙ аллы фекерле ине, тип хәтерләне өлкән уҡытыусы. Мәктәптә шиғырҙар яҙғанын белмәгәндәр ҙә. Уҡыусылар, уҡытыусылар, райондың мәғариф бүлеге, район, республика матбуғат органдары вәкилдәре, Учалы яҙыусылар ойошмаһы етәкселеге һәм ағзалары, урындағы әҙиптәр ҡатнашлығында мәктәптә мемориаль таҡтаташ астыҡ. Вил быға лайыҡ. Әсәһе, Мәфтуха әбей, үлер алдынан Вилдең киндергә яҙылған  портретын, шиғыр ҡулъяҙмаларын мәктәпкә бүләк иткән. Беҙ ҙә шағир Хисмәт Юлдашев менән уның йыйынтыҡтарын, художестволы китаптар, “Ағиҙел” журналы төпләнмәләрен бүләк иттек. Алдағы көндәрҙә мәктәп китапханаһында, бәлки, Вилгә, уның ижадына арналған мөйөш, музей ҙа ойошторолор. Йәш быуын ошо уҡыу йортон тамамлаған талантлы уҡыусыһын мотлаҡ белергә тейеш.

Хәтирәләремдең һуңында Вилдең үҙемә оҡшаған бер шиғырын ҡабатлайһым килә. Туған тел тураһында шиғыр яҙмаған шағир юҡтыр. Миңә ҡалһа, Вилдең шиғыры ла иғтибарҙы йәлеп итерлек.

Туған телем

Тыуған илем минең – туған телем,

Һис һүнмәһен нурлы ҡояшы!

Тыуған ерем минең – туған телем,

Шул берлектә йәшәү тауышы.

 

Ғорур булды телем, тарих юлын

Теҙләнмәйсә үтте, ирҙәрсә.

Хас дошманға ҡаршы яуға ҡалҡты,

Ҡәҙерен белде уның ер-әсә.

 

 …Туған телем – шиңмәҫ бәхеткәйем,

Яҙлыҡмаһам туған телемдән –

Йөрәгемдең изге тәхетенән,

Яҙлыҡмамын тыуған илемдән.