Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Миңниса Баһуманова

Бөркөт саңҡыуы

Хәтернамә

«Һеҙ тормошто белмәйһегеҙ, сөнки биографияғыҙ урта мәктәп – армия – юғары уҡыу йорто – редакция тирәһендә генә сикләнә...» Заманында йәш шағирҙарҙы өлкән ағайҙар шулай тәнҡитләй торғайны. Был фекерҙең хаҡлы түгеллеген иҫбат иткәндәрҙең береһе булды Аҫылғужа.

Уның тормошо ике өлөштән торған кеүек: бер яҡта, етемлектә үткән балалыҡ һәм үҫмер сағы, икенсе яҡта – үҙ аллы тормош. Ауыр булһа ла кеше көнлө түгелһең, үҙең тапҡан татлыраҡ та, ҡәҙерлерәк тә.

Комбайнсы атаһы менән тракторсы әсәһе, Рим тип нарыҡлағандар ҡарлы-ямғырлы 1945 йылдың 20 октябрь таңында донъяға килгән улдарын, ләкин ауыл муллаһы Садиҡ олатай балаға «Аҫылғужа» тип аҙан ҡысҡырған да ҡуйған, етмәһә: «Ошо исемдә балағыҙ башҡа ауырымаҫ», – тип өҫтәгән. Садиҡ олатайҙың атаһы Мөхәммәҙиәр етем үҫкән. Уны 1873 –1876 йылдарҙағы Ҡырым һуғышында Әхмәтзәки Вәлидиҙең ағаһы Вәли менән бергә булған Абдулла Сәйедул (йәғни Абдулла Сәйетбаттал улы) уны аҫрауға алған һәм тәрбиәләгән. Бына шуға ла атаҡлы мулла улының һүҙен йығыусы табылмай ауылда. Аҫылғужа үҙенең тыуған йыл ҡағыҙындағы ысын исемен бары тик паспорт алыр ваҡытта ғына белә. Паспортын юғалтып, уны яңыртырға барғанда, ҡағыҙҙарын тултырған апайҙар ни тиклем өгөтләмәһендәр, хатта бабай исеме бит, тип көлөп тә маташмаһындар, әммә Аҫылғужа «Рим» исемен, бер һум аҡса түләп, үҙгәртергә батырсылыҡ итә һәм артабан әлеге исеменә бәрәбәр бөтөнләй яңыса йәшәй башлай. Бәлки, тоҡом, нәҫел сифатын кешенең исеме аша яҡшыртыу, ололау, данлау кеүек йоланың халҡыбыҙҙың матур традцияһына әйләнеп китеүен теләгәндер мулла бабай... Алдан уҡ сабыйҙың кешелеклелек сифаттары ишәйеүенә таяҡ ташлауы ла мөмкин аҡыл эйәһенең.

Үлсәү йондоҙлоғонда тыуғандарға «Гороскопы: Зодиакальный. Китайский. Японский. Друидов» (Ташкент, 1990) китабында түбәндәгесә дөйөм характеристика бирелә: «Как правило, это приятные люди, доброжелательные, с легким и ясным умом...Они очень интеллектуальны, но в то же время удивительно наивны, сами могут говорить часами, но умеют при этом и слушать других. Это активные люди, но редко делают что-либо поспешно... Символ знака – Золотые весы, а их основная цель, как известно, – достижения во всем равновесия... Некоторые Весы могут злоупотреблять едой, алкоголем, любовью.

Они способны работать долго и упорно, а затем поддаться лени...Они инстинктивно чувствуют, что периоды активности им нужно чередовать с полным отдыхом. У них очень сильные эмоции. Философский подход к печалям и радостям позволяет им сглаживать собственные проблемы. Как правило, это физически и умственно здоровые люди. Самая большая опасность для их здоровья – злоупотребление во всем. Чувствительные части тела – грудь, ноги. И никогда они не должны забывать об отдыхе... Любят гармонию звуков, цветы, поэзию...Когда весы опускаются, их оптимизм превращается в панику, которая отягощается депрессией. Когда весы сбалансированы, наступает гармония между богатым интеллектом и любящим, сочувствующим сердцем...

Этот человек будет давать вам множество советов. У него всегда есть готовое решение всех ваших проблем и вопросов... Он может быть таким приятным и нежным, что вы забудете о его раздражающих недостатках... Он обсудит все за и против с поразительной логикой и рационализмом. Его выводы будут справедливы, точны, разумны и практичны...

Весы – это судьи... Он не сплетник, как может показаться. И выудить тайну у него практически невозможно... Его любят в обществе за обходительность, любезность, веселый и добродушный характер...» (120-124-се бб.).

Ә быныһы Санкт-Петербург ҡалаһының Библия йәмғиәте психологы тесты буйынса Аҫылғужаға бирелгән (үҙгәртеүһеҙ) характеристика:

(Внимание! Целостная и непротиворечивая оценка результатов тестирования может быть получена только при участии психолога)

В отношениях с людьми проявляет властность, уверенно командует, поучает. Умеет организовать совместную деятельность людей. Может быть «крепким», «сильным» руководителем. При этом сохраняет контакт с окружающими, способен оценить их состояние и действовать в соответствии с этой оценкой. Властность – доминирующая черта, но иногда он может уступать, изменять собственное решение.

Способен осознанно демонстрировать тот или иной уровень в себе. В одних случаях самоуверен, самостоятелен и независим, держится обособленно, способен использовать окружающих в своих целях. При желании прибегает к другому типу отношений. Проявляет неуверенность в себе, доходящую до того, что он вынужден ориентироваться на других лиц, искать у них совета и помощи, быть послушным.

Сотрудничая с людьми, проявляет чрезмерную оперативность, старается сделать все возможные для достижения общих целей. При этом нуждается в одобрении своих действий, стремится быть в центре внимания. Иногда способен быть требовательным, прямолинейным, проявлять решительность и активность.

Сочетание полученных характеристик позволяет оценить индивидуальный стиль взаимодействия с другими людьми, как ЗАБОТЛИВОЕ ДОМИНИРОВАНИЕ. В таких отношениях человек прежде всего проявляет себя как советующий, поучающий, управляющий, организующий, ответственный, крепкий, ведущий, сильный».

Беҙ үҙебеҙҙе тәбиғәт балаһы итеп ҡарайбыҙ икән, тимәк, уның яҙмышыбыҙға ла мөнәсәбәте ситтә ҡала алмай. Артабан уҡыусы үҙе билдәләр: Аҫылғужа йондоҙнамәһенә тап килгәнме? Минеңсә, уның холҡо, аҡыл-фиғеле, ауырыуҙары, яҡты донъянан иртә китеүе шуны раҫлай.

...Аҫылғужа Һаҡмар һыулап ултырған Муллаҡай ауылында тыуған. Муллаҡай – XVIII быуаттың беренсе яртыһында уҡ нигеҙләнгән боронғо башҡорт ауылы. 1773 – 1775 йылдарҙағы ихтилал етәкселәренең береһе булған старшина Муллаҡай Ибраҡов исемен йөрөтә. 

Муллаҡай ҙур ғына: өс урамдан тора. Һаҡмар түбән урынлашҡан Байрамғол ауылы 1941 йылға тиклем үк Муллаҡайға ҡушылып бөтә. «Мин бала саҡта өй урындары ла бар ине», – тип иҫләгәйне Аҫылғужа. Һаҡмарҙың һул ярындағы урманлы тауҙа урынлашҡан Дауыт ауылы халҡы ла Муллаҡайға күскән. Ә Муллаҡайҙан төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан Кейәүеште ауылы алтмышынсы йылдар башына бында ҡушыла. Һаҡмар үре уң ярлап, Муллаҡайҙан ике саҡрым самаһында, Ҡолсора, унан үрҙәрәк, саҡрым булыр, бер-бер артлы ике Иҙрис ауылдары күренә. Ошо дүрт ауыл бер колхоз иҫәпләнгән. Ҡасандыр Баймаҡ яғы Мерәҫ ауылы (Граф күле буйы) менән бергә «Навил» (Наследники В. И. Ленина) колхозы төҙөгәндәр. Бер ҡушылып, бер айырылыуҙар унан һуң да дауам иткән. Аҙаҡ Октябрҙең 50 йыллығы исемен йөрөттө.

Муллаҡайға һул яҡтан Ҡарасбай, Дауыт, Ҡаршытау исемле тауҙар теҙмәһе ята, артабан тигеҙлек, уйһыулыҡ, йылға үҙәндәре башлана. Муллаҡай менән Ҡолсора сиктәрен билдәләп, уң ярлап Тәбей йылғаһы ағып төшкән тирәләрҙән гел армыт-армыт тауҙар һуҙылған: Көнтөшмәҫ, Урта тауы, Йәкәй, Бәһмән тауы, Ҡыҙылташ, Утыноя, Ҡаралар тауы.

«Ауыл тапҡыры Һаҡмарҙың һул яғында Оҙонгүлгә табан ҡалын муйыллыҡ бар ине, аралары тулы күләүектәй күлдәренә яҙғыһын йылғанан һыу инеп ҡала ла, унда табан балыҡ әрһеҙ үрсей торғайны. Муйыл өлгөрөүгә «күлдәр» кибә, һыу урыны ләмле батҡаҡҡа әүерелә, беҙ малай-шалай ләмдә бата-бата, итәк тултырып балыҡтарҙы йыябыҙ ҙа тағы «табыш» артынан йүгерәбеҙ... Хәҙер юҡ инде,» – тип уфтаныр ине  Аҫылғужа, тыуған яҡтарына ҡайтҡан саҡтарында.

Арыраҡ серле Оҙонгүл, унан ары Ҡаршытау һәм алыҫтараҡ – мөһәбәт Ирәндек ап-асыҡ күренеп тора, тирә-яғын мәңге йәшел кәпәстәрен кейгән күп-күк тауҙар ҡаймып алған. Тәбиғәт бында иҫ китмәле матур, күҙ ҡарашы менән иңләп ҡарап туймаҫлыҡ, бары тик шағирҙар, йырсылар тыуҙыра торған яҡтар!

Бер саҡ ирем мине арба юлы менән Түбәнән тура Муллаҡайға алып ҡайтты. Машина саң борҡотоп елә. Юлда Аҫылғужа тынмай тыуған яғын маҡтай. Күҙҙәре осҡонланып китә, ут-ялҡындары алдына сәсрәп төшөр төҫлө. Минең ҡеүәтләү ишарам да етә, тағы ла талпынып китеп, ҡулдарын ҡанаттай елпеп, саманан тыш әҫәрләнеп һөйләй башлай. Бына ҡайҙа ята икән уны хисләндергән ерҙәр!

– Элек Сапсал буйында, Муллаҡайға алты саҡрым самаһы ҡалғас, бер ҡаҙаҡ ауылы бар ине. Кәҫ өйҙәрҙә йәшәнеләр, дөйәләре беҙҙе ҡурҡытып йөрөнө. Балалары ла беҙҙә башҡортса уҡыны. Сәлимә исемле ҡаҙаҡ ҡыҙын яҡшы хәтерләйем. Сиҙәм алйотлоғо мәлендә ҡаҙаҡтарҙы күсереп алып киттеләр ҙә илашып айырылыштыҡ, – тип һөйләп барҙы ла ғәҙәтенсә көтөлмәгән һығымта яһап ҡуйҙы, – Бәлки, ҡаҙаҡтар дөрөҫ эшләгәндәрҙер ҙә, ана нисек алға киттеләр. Бөтә йәштәрен сит илдәрҙә уҡытып, уларҙы донъя яуларға өйрәтәләр. Беҙ ике-өс баланы ун йылға бер сығарабыҙ ҙа шуның менән тағы ун йыл буйы шаулап йәшәйбеҙ. Тарау донъя тарау булып ҡала инде, тыуған ерем тип күпме йән атма, һине ишетеүсе лә, таныусы ла юҡ. Күрше өлкәләр менән килешелгән пландарҙы асылда Башҡортостан ғына үтәй бит.

Бер аҙ тынып ҡалдыҡ. Аҫылғужа бер ваҡытта ла һүҙһеҙ оҙаҡ ултырмай. Әңгәмәбеҙҙе яңынан үҙ юҫығына төшөрҙө лә ара-тирә тау биттәренә төртөп күрһәтә башланы: «Тамьяндарҙан Түңгәүерҙәр аша Үҫәргәндәргә, артабан көньяҡҡа табан һуҙылған боронғо юл тап ошо Сапсал, Көрән айғыр, Һаҙ, Ҡарағай үҙәк, Эҫеле, Аҡморон, Быҙаулыҡ баштары аша Ҡыуандыҡҡа алып сыға. Беҙҙең район биләмәһендә боронғо юл Ҡоштүбә ауылы, Түбә ҡасабаһы, Иҫән, Мәмбәт, Ишмырҙа, Яманһаҙ, Сәлим ауылдары аша үткән. Юл гел һыу буйы ҡалҡыулыҡтары аша һалынғанға йылғалар менән бер ерҙә лә киҫешмәй».

«Ҡуңырбуға» йырының легендаһын иҫемә төшөрөп, әллә ниндәй уйҙарға сумып киттем. Унда ла бит тау битләп кенә барған юл хаҡында йырлана. Боронғо сығанаҡтарҙа ла донъяуи һыу баҫыу мәлендә Урал тауы һырттары ҡоро ҡалған, имеш, тип яҙылған. Әбйәлил районындағы тау битләп кенә ҡоронан ҡороға һалынған боронғо юл ситендә үҫкән ҡарағастар күҙ алдыма баҫты. Бара торғас, бер баҫыуға килеп сыҡҡанбыҙ. Күҙ һалдым да өнһөҙ ҡалдым!.. Ирем миңә мут ҡына йылмайып ҡарай, йөҙө ғорурлыҡтан ҡояштай балҡып тора. Ә мин үҙ күҙемә үҙем ышанмайым... Ысынмы был? Әллә төшмө? Баҫыу тулы торналар! Еңелсә күтәреләләр ҙә тағы йомолоп иген сүпләйҙәр. Алыҫ сәфәр алдынан түл йыяларҙыр инде ҡошҡайҙар. Эреләр, гүзәл һындарынан ҡарашымды тартып ала алмайым: ҡарайым да ҡарайым. Аҫылғужа машинаны туҡтатты. Мине етәкләп төшөрҙө лә ғәмһеҙ генә иген менән туйыныуын белгән торналар яғына табан ике-өс аҙым яһатты.

Һеңдереп тә бөтөр һымаҡ булып

Бер йәнемә бөтә йәй йәмен,

Туймай ҡарайым да ян-яғыма

Киңлектәргә ҡосаҡ йәйәмен.

Ҡосағыма тауҙар, һыуҙар һыя –

Күкрәгемә һыймай хистәрем...

Шиғырын яттан һөйләй барып, ҡулдарын йәйеп алға ынтылды ла туҡтаны Аҫылғужа һәм, миңә боролоп, «Ниндәй шәп минең тыуған яҡтар!» тигәндәй, баш бармағын өҫкә сөйөп ҡуйҙы.

Бына шундай һоҡланғыс, иҫ киткес бай тәбиғәт был яҡтарҙа.

Ғөмүмән, Аҫылғужа мине бик күп тәбиғәт ҡомартҡылары менән таныштырҙы, йылына Башҡортостанды биш-алты урай торғайныҡ. Әмир ағай Сәйғәфәров менән Ғәли ағай Кинйәбулатов беҙҙең бик яҡшы гидтарыбыҙ булды Баймаҡта. Аҫылғужа шул тиклем тәбиғәт менән һоҡлана, легендаһын һөйләй, йырҙарҙан, үҙенең йә башҡа шағирҙарҙың шиғри юлдарынан миҫалдар килтерә. Хайуандар донъяһынан әллә күпме тормош мәҙәктәре, әҙәби әҫәр өҙөктәрен яттан һөйләй. Уның менән сәйәхәт – үҙе бер донъя! Күңеле романтика менән тулы.