Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Миңниса Баһуманова

Бөркөт саңҡыуы

Хәтернамә

Әҙәби оҫталыҡ, тема киңлеге кәрәк

«Совет Башҡортостаны» гәзите (1983, 20 октябрь) тәүге китаптарын тәҡдим итеп, үҙҙәренең ижади йөҙөн күрһәтергә өлгөргән йәштәр менән «Шиғри форма. Йөкмәтке. Заман» тигән темаларға әңгәмә ойошторҙо. Шағирә Тамара Ғәниева алып барған был һөйләшеүҙә Элмира Сәсәнбаева, Таңһылыу Ҡарамышева, Риф Тойғонов, Аҫылғужа фекер алышты. Аҫылғужаның әйткәндәре уның ижади уйланыуҙарын сағылдыра. «...Верлибрға (аҡ шиғыр) һис бер ҡаршылығым юҡ. Ләкин ул шиғриәттең йөҙөн билдәләгән берҙән-бер алым түгел. Шиғыр, белеүебеҙсә, тел менән эш итә һәм тел закондарына буйһона. Шиғыр халыҡҡа аңлайышлы булырға тейеш. Шиғри формалағы яңылыҡ бик һәйбәт күренеш, әлбиттә, ләкин ул «тел һындырырлыҡ» булырға тейеш түгел. Мәҫәлән, рус совет поэзияһына Маяковский новатор булараҡ килеп инде. Формаға яңылыҡ индерҙе, ләкин уның шиғриәте традицион шиғыр закондарына тулыһынса буйһона.

...Хәйер, беҙҙең ниндәй стилдә яҙыуыбыҙ бигүк мөһим дә түгелдер, иң мөһиме – яҙғаныбыҙ халыҡҡа оҡшаһын, яҙғаныбыҙҙы халыҡ ҡабул итерлек булһын. Тик нимә хаҡында яҙабыҙ? Беҙҙе йыш ҡына ауылды, йәшлекте, һөйгәнде һағыныу кеүек ностальгия өсөн тәнҡитләйҙәр. Бында, әлбиттә, дөрөҫлөк бар. Үҙебеҙ яҙған темаларға дөйөм кешелек күҙлегенән сығып ҡарарға тейешбеҙ».

«Ә бит яҙыр темалар күп. Иң актуале – тыныслыҡ темаһы. Беҙ уға баҙнатһыҙыраҡ тотонабыҙ, буғай... Үҙем, мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы тематикаһын бик яҡын күрәм, байтаҡ шиғырҙарым үткән яуҙы кисергән кешеләр хаҡында, уларҙың йәшәү принциптары, тормош асылы тураһында.

...Традицион форма йәшәй, йәшәргә һәләтле. Беҙ уны артабан үҫтерергә тейешбеҙ. Ә бына ҙур, социаль, донъяуи проблемаларға килгәндә, был өлкәлә әллә ни маҡтанырлыҡ әҫәрҙәр әлегә беҙҙең быуын ижадсыларында юҡ шикелле. Шуға күрә тап бына ошо әҙәби оҫталыҡ, тематиканы киңәйтеү йүнәлешендә ең һыҙғанып эшләйһе бар».

Был һөйләшеү бер яҡтан Аҫылғужаның актив тормош позицияһын күрһәтһә, икенсе яҡтан, уларҙың ижадҡа, ижади процесҡа битараф булмауын билдәләне.

Был йыл тағы ла шуныһы менән билдәле: Аҫылғужа Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури тыуыуға 104 йыл тулыуға арналған Ғафури уҡыуҙарында ҡатнашты. Әҙиптең районында үткәрелгән традицион тантанаға ебәрелгән делегацияны БАССР Яҙыусылар союзының партия ойошмаһы сәркәтибе Әмир Гәрәев етәкләне. Делегацияла Рауил Ниғмәтуллин, Зөһрә Ҡотлогилдина, Гүзәл Ғәлиева бар ине. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Салауат Дәүләтбаевтың ғаилә ансамбле концерт күрһәткән. Ғафури районынан сыҡҡан, хәҙер инде Өфөлә йәшәгән бик күп мәҙәниәт, ғилем һәм әҙәбиәт өлкәһендә дан ҡаҙанған кешеләр был тамашаны биҙәгән. Делегация Ғафуриҙың тыуған ауылы Еҙем-Ҡаранда, шағир исемен йөрөткән леспромхоздың Ҡурғашлы бүлексәһендә, Красноусол санаторийында шиғри-музыкаль кисәләр ойоштороп, халыҡ менән осрашып ҡайтты. Халыҡтың йылы ҡаршылауынан ҡанатланған шағирҙар оҙон юлды нисек үткәрергә белмәй аҙаплана. Шул саҡта Аҫылғужа уртаға сығып баҫа ла, автобус Ағиҙел күперенә килеп ингәнсе, өс-дүрт сәғәт буйы ауыҙына ҡаратып төрлө хәбәр һөйләп килә. Ошо автобусҡа ултырып ҡайтҡан, мин хөрмәт иткән ике апай – яратҡан дикторыбыҙ Лира Фәйзуллина һәм ирем менән оҙаҡ йылдар бергә эшләгән Фәниә апай Гәрәева был хәлде ғәжәп бер ваҡиғалай һәр ваҡыт иҫләп, һағынып һөйләнеләр. Минең өсөн был яңылыҡ түгел ине, сөнки баймаҡтар менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» тигән осрашыуға барғанда, Аҫылғужа шулай уҡ уртаға сығып әңгәмә ҡорғас, автобус шоферы үҙе менән Өфөгә мотлаҡ бергә ҡайтыуын үтенгәйне. Төнөн һөйләшеп таң аттырғаныбыҙ бихисап.

Декабрь башында Ишембай районының Ғүмәр ауылында шағир, филология фәндәре кандидаты Вафа Әхмәҙиевтың яҡты иҫтәлегенә һәм уның ижади тәьҫире аҫтында оло шиғриәт юлына тәүге аҙымдарын яһаған йәштәргә арналған әҙәби кисә үткәрелде. Унда Рәшит Шәкүр, Әниса Таһирова, Рауил Ниғмәтуллин ҡатнашты. Аҫылғужа ла Вафа ағай ижадына ҡағылышлы фекерҙәрен, уның тураһындағы иҫтәлектәрен һөйләп ҡайтты.

Бында ишеткән бер ваҡиғаны Аҫылғужа яйы сыҡҡан һайын миҫал итеп күрһәтте. Шағир Рауил Ниғмәтуллин, ошо ауылда мәктәп директоры, парторг булған саҡта, алдағы ун йыллыҡта уҡырға киләсәк балалар иҫәбен ала. Һөҙөмтәлә алдағы ниндәйҙер бер йылда бер генә бала ла мәктәпкә килмәгәнен белә. Тиҙ генә ир-аттан ғына торған партия йыйылыш үткәреп, ошо хаҡта атайҙарға дәлилләп һөйләй ҙә уларҙың мәктәпкә килер балалары тыуыуын талап итә. Атайҙарҙың береһе район партия ойошмаһына был хәлде хәбәр итеп өлгөрә, Рауил ағай етди шелтә ала.

«Вәт, молодец! Шағир халыҡ, демография хаҡында хәстәрлек күргән. Мәктәп уҡытыусыларын киләсәктә эшһеҙ ҡалыуынан ҡотҡарған! Ауылдың бөтөүенә юл ҡуймаған!» – тине Аҫылғужа. Ике-өс урамлы ҙур Муллаҡай ауылының урта мәктәбе ябылып, 9 йыллыҡҡа әүерелгәс, бик күп уҡытыусылар эшһеҙ ҡалғас, уның һүҙҙәренең раҫлығын тормош үҙе дәлилләне. Хәҙер был ағым ташҡынға әүерелде: 2012 йылда, башҡорттар күпләп йәшәгән Баймаҡ районында бер юлы тиҫтәгә яҡын мәктәп ябылды. Дүртөйлө районында мәктәп директоры уҡытыусыларға: «Эшһеҙ ҡалғың килмәһә, тәрбиәгә бала ал», – тип кәңәш иткән. Кәңәшенә ҡолаҡ һалыусылар бар. Федоровка районының Юрматы ауылында утыҙҙан ашыу ғаилә тәрбиәгә бала алған. Ысынлап та, был, бәлки, үҙе бала таба алмаған йәки табырға теләмәгәндәр өсөн яҡшылыр. Әммә һөҙөмтәһе яҡшы булһын ине. Беҙҙең халҡыбыҙ бары тик уба-туба бала үҫтереп кенә, анау тиклем ҡан ҡойоштарҙан һуң үҙен һаҡлап алып ҡалған. Ә беҙ туйып һикергән заманда бала һаны тулмауҙан мәктәптәрҙе ябабыҙ, халыҡтың киләсәге хаҡында ике ятып бер төшөбөҙгә лә инмәй. «Ҡайҙа беҙҙең Рауил ағай Ниғмәтуллин кеүек ир-уҙамандар?» – тип әсенеп иҫкә алырға ҡала.

Аҫылғужа әҙәбиәт аша кеше күңеленең таҙалығы өсөн көрәште һәм, ваҡытҡа ярашлы публицистиканан прозаға тиҙ генә күсә һалып, үҙ һүҙен уҡыусыға ишеттерергә тырышты. Илдә ниндәй генә осор булмаһын, һуғыштан һуңғы күтәрелеш, торғонлоҡ йә тыныс йылдар, үҙгәреш булмаһын – уйлы, фекерле шағир, яҙыусы ижад тулҡынын йөрәге, тормошо аша үткәрә. Аҫылғужа йәмғиәттән ситләшеп, үҙ көнөн генә ҡайғыртып йәшәмәне. «Мин оло тормоштан ситтә йәшәй алмайым, ҡыйын булһа ла миңә, теге Тамара күҙ уңында тотҡан өс дежурствоны үтәргә тура килә: һәр ябай кеше кеүек эшкә барырға, ғаилә ҡарарға (баҡса үҫтерергә, бала ҡарарға һ.б.), өҫтәүенә, ял иҫәбенә төнөн, әҙәм йоҡлап бөткәс, яҙышырға кәрәк.

Яҙыусыны биләгән вазифаһы түгел, яҙған китабы баһалай, – ти торғайны. – Эш күп яҙыуҙа ла түгел! Шунса китап яҙҙым тип маҡтанған ағайымдарҙың әҫәрҙәре, асылда, иҫкене йәки китаптың өстән бер өлөшөн яңыртыуҙан тора».

Яҙыусылар союзы – яҙыусы мәнфәғәтен яҡлар ойошма

(1984 – 1989 йылдар)

1984 йыл. Аҫылғужаны Яҙыусылар союзы ағзаһы булмаһа ла аппаратҡа әҙәби консультант итеп эшкә алдылар. Был – Ә. Мирзаһитов ағайҙың кадрҙар һайлай белеүенең һөҙөмтәһе.

КПСС-тың Баҡалы, Илеш, Яңауыл район комитеттары эргәһендә ойошторолған башҡорт совет әҙәбиәте лекторийҙарының нәүбәттәге йомғаҡлау дәрестәре үткәрелде һәм унда бер төркөм яҙыусылар менән Аҫылғужа Илеш районында ҡатнашты. «Бөгөнгө ауыл һәм башҡорт совет романы» тигән темаға арналғайны. Төп докладсы прозаик һәм ғалим Әнүр Вахитов булһа, Суфиян Поварисов үҙенең Илеш игенселәренә арналған очеркы, ғөмүмән, публицистика жанры хаҡында һөйләгән. Аҫылғужа башҡорт халҡының рухи культураһы, әҙәбиәт тарихы, уның үҫеш перспективалары хаҡында һүҙ алып бара.

БДУ-ның «Шоңҡар» әҙәби түңәрәгенең традицион шиғыр кисәһенә «Шоңҡар»ҙың элекке ағзалары – Аҫылғужа Баһуманов, Рауил Бикбаев, Ғилемдар Рамазанов, Риф Мифтахов, Ҡәҙим Аралбаев, Гөлфиә Юнысова, Таңһылыу Ҡарамышева, Гүзәл Ғәлиева һәм башҡалар саҡырылғайны. Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы тигәндәй, «Шоңҡар» әҙәби түңәрәге ағзаларынан Розалиә Вәлиуллина, Рәмил Дәүләтҡолов, Әнисә Аҫылғужина, Лилиә Ҡәйеповалар үҙҙәренең ижады менән өлкәндәрҙе ҡыуандырҙы.

Яҙыусылар союзында Рауил Ниғмәтуллин менән Фәрит Суфияровтың йыйынтыҡтарын тикшереүҙә Рауил Бикбаев, Муса Ғәли, Рәшит Шәкүр, Муса Сиражи, Ирек Кинйәбулатов, Хөрмәт Бикҡолов, Файыҡ Мөхәмәтйәнов кеүек билдәле яҙыусылар фекер алышты. Әҙәби консультант булараҡ, Аҫылғужа ике автор ижадына төплө анализ яһай. Ул был эшенә бер ваҡытта ла еңел-елпе, өҫтән-мөҫтән ҡараманы, мотлаҡ сығышын, мәҡәлә итеп эшкәртеп, матбуғатта баҫтырҙы.

Ҡышын тәү тапҡыр Малеевкала ял итте. «Бына нисек беҙҙең яҙыусылар әҫәр яҙа икән! – тип ҡайтты. – Бер кем дә ҡамасауламай, ғаилә ығы-зығыһынан ситтәһең... Ашау байҙан, үлем Хоҙайҙан, тигәндәй... Әҙер ашты аша ла, яҙ ҙа яҙ».

Әммә уға ял йорттарында башҡа яҙышып ятыу эләкмәне. Романын баҡсабыҙҙа яҙҙы.

1985 йыл. Поэзия секцияһы үҙенең эшен шағирә Гөлнур Яҡупованың «Шишмә йыры» исемле шиғырҙар йыйынтығын ҡарау менән башлап ебәрҙе. Ултырышта Аҫылғужа менән бергә Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғолова, Әсхәл Әхмәтҡужин, Рәшит Шәкүр, Ирек Кинйәбулатов, Хәсән Назаров, Тамара Ғәниева, Зарема Әхмәтйәнова ҡатнашты. Уның йыйынтығы нәшриәттә баҫтырыуға тәҡдим ителде.

Алсаҡ көҙ. Өфөгә киң илебеҙҙең төрлө тарафтарынан ҡапыл халыҡ килеп тулды. Баш ҡалабыҙ әллә күпме ерҙәрҙән килгәндәрҙең барыһын да ҡунаҡсыл ҡаршылай алманы, әлбиттә. Уның ҡарауы, фатирҙарын ҡунаҡхана сифатында файҙаланыусылар уғата алсаҡлыҡ күрһәтте, сөнки эшләмәй алынған доходтар тураһындағы закон сыҡмағайны әле. Кем ҡайҙа нисек ваҡытлы төйәк тапҡан был кешеләрҙең һәммәһе Цюрупа менән Туҡай урамдары сатындағы 1-се поликлиникаға юлланды. Поликлиниканың энә терапияһы бүлеге урынлашҡан ҡатында энә төртөрлөк урын юҡ: имсәк балаларынан алып ҡарт-ҡороһонаса бөтә йәштәге төрлө милләт кешеләрен осратып була. Кандаров ҡына ошо әҙәми заттар диңгеҙендә һис ни булмағандай, ҡара таңдан ҡара кискәсә кешеләрҙе дауалауын белә.

Журналист Галина Силина үҙенең «Көнсығыш һәм «көнбайыш» медицинаһы: бәйләнеш эҙләү юлында» тигән мәҡәләһендә («Литературная газета», 1985 йыл, 2 октябрь) Өфө табибы Файыл Барый улы Кандаровтың энә терапияһы ярҙамында төрлө ауырыуҙарҙы дауалауы һәм, нигеҙҙә, һауыҡтырыуы хаҡында яҙып сыҡты. Мәҡәләгә Ленинград хәрби-медицина академияһының ғилми хеҙмәткәре Евгений Кожевниковтың аңлатмаһы бирелгәйне, унда табиптың ҙур уңыштары һыҙыҡ өҫтөнә алынып, энә рефлексотерапияһының хәҙерге торошона һәм перспективаһына ҡыҫҡаса анализ да яһалғайны. Абруйлы гәзиттең бәҫле сығышы илебеҙҙең төрлө тарафтарындағы кешеләрҙе «аяҡландырҙы». Ул мәлдәрҙә Аҫылғужаға Яҙыусылар союзындағы вазифаһына өҫтәлмә рәүешендә Өфөгә килгән ҡунаҡ яҙыусыларҙы ҡаршылау-оҙатыу бурысы йөкмәтелә. Белоруссия шағирәһе Нина Матяш (хәҙер мәрхүмә) бала сағында немецтарҙан ҡасып һаҙлыҡ эсендә ултыра, шунлыҡтан ике аяғы ла йөрөмәй, коляскаһын транспортҡа этеп индерер, төшөрөр өсөн медсестра яллап Өфөгә килеп төштө. Ай буйы Аҫылғужа үҙ ҡулында уны күтәреп тигәндәй ошо поликлиникаға оҙатып, ҡунаҡханаға кире алып ҡайтып йөрөнө. Нина беҙҙең ғаиләбеҙҙең дуҫы булып ҡалды һәм белорус телендә Аҫылғужаға арнап «Яңғыҙ ҡурай» тигән шиғыр яҙҙы ла уны төрлө телдәрҙә нәшер ителгән йыйынтыҡтарына индерҙе.

Аҫылғужа яҡты донъянан киткәс, бер тин аҡсаһыҙ ҡалдым. Ҡыҙым машина, улым фатир  өсөн кредит түләй. Килен бала менән эшләмәй, өйҙә ултыра. Бөтә документтарҙы нотариусҡа тапшырғайныҡ. Ярты йылһыҙ уларҙы ҡарамайҙар, көтөргә кәрәк, тимәк булған барлы-юҡлы аҡсаны ла алып булмаясаҡ. Бөтәһе лә уға яҙылған. Республиканың иң киҫкен саҡтарында – суверенитет яулағанда, башҡорт өсөн, ил һәм тел өсөн көрәшкәндә Аҫылғужа кәрәк булды тип, мин, бер ҡатлы, бөтә район хаҡимиәттәренә ярҙам һорап хат яҙҙым. Үҙ районым ике мең ебәрҙе. Баймаҡтарға былай ҙа көс төшә, тип махсус яҙманым. Улар Аҫылғужаны һуңғы юлға оҙатыу мәшәҡәттәре сығымдарын күтәрешкәйне. Урал аръяғы райондары хужалары, Сибай яҙыусылар ойошмаһын асыр өсөн, өс йыл ҡунаҡханала оло башын кесе итеп йәшәгән Аҫылғужаның хеҙмәтен онотто, бөтәһе лә ярҙам итә алмайбыҙ, ғәфү итегеҙ, тигән хат менән ҡәнәғәтләнде. Сибайҙың мәғариф бүлеге мөдире: «Еңеүҙең 60 йыллыҡ юбилей байрамын үткәрәбеҙ ҙә һеҙгә ярҙам итербеҙ», – тип алданы. Ярҙам бөтөнләй ситтән килде: Санкт-Петербургтың Библия институтынан биш мең һум аҡса һәм бик матур эстәлекле ҡайғы уртаҡлашыу хаты алдым. Нина Матяштың хатын үҙенең рөхсәтенән үҙгәртмәй килтерәм:

«Дорогая Минниса!

Завтра день рождения Асылгужи. И это мое письмо пойдет, будет отправлено, завтра. Получишь, видимо, через неделю – другую. Я вкладываю в письмо пять евро: будь добра, купи на них цветы и положи от меня на могилу Асыла. В моей памяти он навсегда остается самым теплым воспоминанием об Уфе. Его искренняя заботливость и доброта в сочетании с эмоциональностью и мягким юмором очень скрашивали мое не очень веселое пребывание там, на лечении. Часто вспоминаю тебя и его, вижу его живым, и пусть душе его в мире ином будет светло и от нашей благодарной памяти. Кланяюсь ему.

Как ты? Получила ли мое весеннее письмо? Буду благодарна, если отзовешься, хоть коротенько.

Обнимаю – Нина.

 

P.S. Буду надеяться, что сама жизнь мало-помалу вернет тебя к полноценной жизни. У тебя еще столько дел здесь! Надо все успеть, ибо заботиться обо всем теперь будешь за двоих – благодарную память о муже. Думай не о своем горе, оно уже совершилось. Думай светло об Асылгуже, и он поможет тебе.

А в день его рождения я зажгу свечу.

19 октября 2005 г.

г. Белоозерск»