Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

ӘҘӘБИМӘҘӘНИ МӨХИТ

ҠОТЛАЙБЫҘ!

2016 йыл өсөн Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры Айрат Тереғолов, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары Гөлсинә Мәүлекәсова менән Илдар Манапов лайыҡ.
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов хеҙмәт алдынғы­лары менән бер рәттән атаҡлы яҙыусы Ноғман Мусинға Халыҡтар дуҫлығы ордены тап­шырҙы.
***
– Евразия Яҙыусылар берлеге, БР Яҙыусылар союзы һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналы ойошторған IV М. ҠАШҒАРИ ИСЕМЕНДӘГЕ ХАЛЫҠ-АРА ХИКӘЙӘЛӘР БӘЙГЕҺЕНӘ ни бары 3 ай эсендә 29 хикәйә алдыҡ, – тине жюри рә­йесе, журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева. – Бәйгелә ҡатнашҡан авторҙар­ға рәхмәт белдерәбеҙ, сөнки уларҙың әүҙемлеге арҡаһында “хикәйәләр порт­феле” һиҙелерлек ҡалынайҙы.
Шулай итеп, 1-се урынды Таңсулпан Ғарипова "Һабаҡ" хикәйәһе менән алһа, 2-се урынға Сабир Шәрипов "Барабансы" менән сыҡты, ә 3-сө урын Миңнур Ҡаси­моваға "Сәстәреңдән тотоп ҡарар инем" хикәйәһе өсөн бирелә.
Дәртләндереү премияһын Тамара Искәндәриә ("Тауискүҙ күбәләк"), Әхмәр Үтәбай ("Турайғыр һабағы"), Мөнир Ҡу­нафин ("Кешелеккә тоғролоҡ") ала.

«ҺЕҘҘӘ КИТАП
УҠЫЙҘАРМЫ?»
Мәскәүҙән ике делегация ике ҙур сарала ҡатнашып ҡайтты.
«Башинформ» ойошторған «Ҙур китап – провинцияла осрашыу» проектының исем туйында Максим Горький исемен­дәге Әҙәбиәт институты ректоры А. Варламов, яҙыусы В. Шаров һәм М. Кучерская матбуғат хеҙмәткәрҙәре менән ошоғаса Рәсәйҙең ҡайһы төбәктәренә сәфәр ҡылыуҙары хаҡында бәйән итте. Йәнә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана залдарында (бында Әҙәбиәт институтын һәм Мәскәү Юғары әҙәби курстарын тамамлаған бер төркөм Башҡортостан яҙыусылары менән әңгәмә булды, бай китап күргәҙмәләре эшләне), Дәүләкән ҡалаһындағы һәм Өфө, Кушнаренко райондарындағы му­зейҙарҙа, шулай уҡ китапханаларҙа йәнле фекер алышыуҙар булып үтте.
Иртәгәһенә үк баш ҡалабыҙ Өфөнөң Конгресс-холында «Рәсәйҙең мәҙәни картаһы. Әҙәбиәт. Уҡыу» темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Унда Мәскәү ҡунаҡтары – «ЭКСМО-АСТ» нәшер төр­көмөнөң генераль директоры урынба­ҫары М. Абрамова, шул уҡ ойошманың махсус проекттар етәксеһе В. Чернец, «Беренсе сентябрь» Нәшриәт йортоноң баш мөхәррире А. Соловейчик, Баш­ҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Р. Алтынбаев, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Б. Мелкоедов, Милли китапхана директоры А. Моратова, Милли әҙәбиәт музейының директор урын­баҫары И. Шәйәхмәтова, Стәрлета­маҡ, Белорет, Салауат ҡалаларының, бер нисә ауыл районының үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре вәкилдәре тәжрибә уртаҡлашыу юҫығында сығыш яһанылар.
Ҡыҫҡаһы, шул аңлашылды: республи­кабыҙҙа китап нәшер итеү, уны китапха­наларға һәм сауҙа нөктәләренә сығарыу, актуаль тематикалы продукцияны уҡыу­сылар араһында пропагандалау йәһәте­нән уңыштар ҙа, кәмселектәр ҙә байтаҡ. Үкенескә, үрҙә һаналған йүнәлештәр буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында урталыҡты биләй. Ирекһеҙҙән халҡыбыҙҙың онотола башлаған таҡмағын икенсегә борһаҡ, мәғәнәһе шулайыраҡ яңғырар ине: «Беҙҙә китап уҡыйҙармы?» Ысынлап та, өйө­гөҙҙә нисә китап бар, уны кемдәр уҡый, улар нисә йәштә?

БАШҠОРТ
ТЕАТРЫ
АНТИГОНАҺЫ
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры 97-се ижад миҙгелендә тәүге премьераһын – француз драматургы Жан Ануйҙың “Антигона” трагедияһы буйынса ҡуйылған спектакль күрһәтте. Ул башҡорт сәхнәһендә беренсе тапҡыр ҡуйылды. Әҫәрҙе руссанан башҡортсаға Факил Мырҙаҡаев тәржемә иткән. Ҡу­йыусы-режиссеры – Рәсәйҙең һәм Та­тарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ. Туҡай исемендәге премия лауреаты Фәрит Бикчәнтәев.
Креон ролен Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов, Антигонаны Лилиә Ғәлина баш­ҡара. Ҡалған ролдәрҙә – Алмас Әмиров, Илдар Сәйетов, Илсур Байымов, Гөлмирә Исмәғилева, Гөлназ Хайсарова, Алһыу Ғәлина-Ғафарова, Айнур Ситдиҡов, Азамат Ғафаров, Юнир Ҡоланбаев.

РУС
СӘХНӘҺЕНДӘ –
“АҠБУҘАТ”
БР Дәүләт академия рус драма театры тамашасыларын башҡорт эпосы мотивтары буйынса ҡуйылған “Аҡбуҙат” рок-операһы менән ҡыуандырҙы. Либретто авторы – Алексей Кортнев, музыкаһын Сергей Чекрыжов яҙған, режиссер-ҡуйыусыһы – Рәсәйҙең һәм Башҡорт­остандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Михаил Рабинович. Спектаклдә илленән ашыу башҡарыусы – актерҙар, вокалистар, бейеүселәр ҡатнаша. Сағыу костюмдар һәм декорация, тере тауыш һәм бейеүҙәр тамашасыны битараф ҡалдырмай.

ЕВРАЗИЯ
КИҢЛЕГЕНДӘ...
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С. Юлаев исемендәге премия лауреаты Ноғман Мусиндың 85 йәшлек юбилей саралары республикабыҙҙа оло тантанаға әйләнде. Ул М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында халыҡ яҙыусыһының ижадына арналған "Н. Мусин: Евразия киңлегендә мәҙәни-ара диалог" халыҡ-ара конференция менән дауам итте. Фәнни-ғәмәли сараға Рә­сәйҙең төрлө төбәк­тәренән тыш Ҡаҙағ­стан, Төркиә ғалим­дарының йөҙгә яҡын сығышы тупланды. Ғилми форумда Н.Мусин прозаһы ни­геҙендә башҡа милли әҙәбиәттәрҙе һәм телдәрҙе сағыш­тырып өйрәнеү, заман проблемаларының һүҙ сәнғәтендә сағылышы кеүек мәсьәләләр үҙәктә торҙо. Өфөнән профессор Г. Гәрәева, Ҡаҙағ­стандан Н. Шәй­хисламов, Ҡаҙандан Р. Исламов сы­ғыштары үҙенең күп төрлө, ҡыҙыҡлы һәм мәғлүмәттәргә бай булыуы менән айырылып торҙо.
Шулай уҡ юбилярҙы М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры профессор Р.М. Әсәҙуллин, башҡорт филология факультеты деканы профессор Л.Х.Сәм­ситова, Ҡоролтай – Дәүләт Йыйылышы депутаты Э. Р. Айытҡолова ҡотланы. Фәнни-ғәмәли сара эшлекле һәм файҙалы үтте.
ДИПЛОМДАР
ТАПШЫРЫЛДЫ
Хөкүмәт йортонда ағымдағы йыл өсөн журналистика өлкәһендә Шәһит Хо­ҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте.
Быйыл конкурста туғыҙ эш ҡат­наш­ҡан, ә премияларға «Российская га­зе­таһы» редакцияһының Өфө филиалы өлкән хәбәрсеһе Гөлназ Данилова, «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе Фәүзиә Мөхә­мәтшина һәм “Башҡортостан” телера­диокомпанияһының тыуған яҡты өй­рәнеү программалары бүлеге етәксеһе Гүзәл Хәмитова лайыҡ булды.
Дипломдарҙы Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тапшырҙы. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы етәксеһе Борис Мелокоедов һәм конкурс комиссияһы ағзалары лауреаттарҙы ихлас тәбрикләне.

МУЗЕЙҘАР
САҠЫРА
Башҡортостандың күпселек музейҙары әйҙүкләп ҡаршылай, сөнки уларҙа Республика көнөнә арналған экспозициялар бик сағыу һәм ҡыҙыҡлы.
Милли музейҙа тамашасыларҙы, бигерәк тә бала-сағалы ғаиләләрҙе, Башҡортостан тәбиғәтен һүрәтләгән күргәҙмәләр айырыуса арбай. Музей хеҙмәткәрҙәре лә улар менән йәнле әңгәмә ҡорорға әҙер. Ҡайҙан килдегеҙ? Һеҙҙә ниндәй тауҙар бар? Эскән һыуы­ғыҙҙың атамаһы нисек? Ҡырағай йән­лектәрҙе һәм ҡоштарҙы танып белә­һегеҙме? Әлбиттә, бәғзе балаларҙың айыу-фәләнде, мышыны яҡындан күр­гәне лә юҡ, ә бында уларҙың тәбиғи ҙур­лыҡтағы ҡатырылған һындары, гүйә, тере йән кеүек.
М. В. Нестеров исемендәге Художество музейында хәҙер тамашасыларҙы фотоға төшөрөү менән дә йәлеп итәләр. Күңелле мәшәҡәт – мәшһүр рәссам Нестеровтың яңы ҡуйылған һынташы эргәһенә баҫып, иҫтә ҡалырлыҡ фотоһүрәтле булаһың бит.
Мәжит Ғафури исемендәге Йорт-музейҙа ла әҙәбиәт һөйөүселәрҙең эҙе һыуынмай. Күптәр иҫтәлектәр кенәгә­һенә рәхмәт һүҙҙәрен теркәй, имзаларын ҡуя. Бында йыш ҡына яҙыусылар менән осрашыуҙар уҙғарыла, ундай сараларҙа БДУ-ла һәм БДПУ-ла уҡыған студенттар ҙа әүҙем ҡатнаша.