Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әмир ӘМИНЕВ

КҮЛ БУЙЫНДАҒЫ ҺЫЙ

Хикәйә

Дамир ағаһының яҙ үтте, йәй уртаһы етте, һине һаман тәбиғәткә сығырға күндерә алмайым, нишләп улай инәлтәһең әле, ҙурайып киттеңме, тип үпкәләп шылтыратыуына Ғәлимйән аҡланырға һүҙ таба алманы: быға тиклем бер нисә тапҡыр ваҡыты юҡлығына, һөйләшеп-килешеп бөткәс-икәс ашығыс мәшәҡәттәре тыуыуына һылтанғайны – бигүк йөрөгөһө килмәһә лә был юлы ризалашырға мәжбүр булды. Ҡара, һинән өс йәшкә олораҡ мин, ниңә тыңламайһың, ярты көн эсендә донъяң емерелмәҫ, йәнәһе. Әрләй, төрттөрә, намыҫына тейә. Нишләйһең, тупһыҙыраҡ инде.
– Ҡайһы тирәгә барабыҙ һуң? Йыраҡҡамы?
– Зәңгәркүлгә. Һиңә лә яҡын, миңә лә уңай. Ошо шәмбе сәғәт өстәргә барып ет. Һыу инербеҙ, шашлыҡ, уха, башҡаһы. Ҡыҙҙар булмаҫ, деловой разговор. Үҙебеҙгә үҙебеҙ ял ойошторайыҡ. Йәй үтер ҙә китер ул. Гел эш тә эш тимәгән. Давай, ҡустым, – Дамир Ғәлимйәнгә үҙенең ололоғон белгерткеһе килһә, ҡустынан һалдыра, был юлы ла шул ғәҙәтен ҡыуҙы. – Һөйләштек: шәмбе, өстә. Осрашҡанға тиклем.
– Минән нимәләр талап ителә? Нәмә алып барырға?
– Үҙеңдән башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй. Кәрәген үҙем хәстәрләрмен. Ике туған ғына ағаңдың арлы-бирле пикник ҡына ойошторорға ла хәле юҡ тип уйлайһыңмы ни? Минең ҡайҙа эшләгәнде онотма.
Шулай ҙа көнө килеп еткәс Ғәлимйән ҡармағын, кәмәһен, алмаш кейем-һалым, кәрәк булырҙай башҡаһын, бер шешә араҡы алды. Бындай сараларға һирәк йөрөгәс ни, тағы нәмә алырға һуң, тип аптыраны. Дамир, үҙем хәстәрләрмен тиһә лә, бөтөнләй буш ҡул менән барып булмай ҙа.
Ауылдарынан ун саҡрым самаһында ята теге күл. Ярайһы уҡ аулаҡ урын, йыраҡ күреп халыҡ бик йөрөмәй. Юлы ла һәр машина үтерлек түгел, соҡор-саҡырлы, төрлө ерҙән йырмаслап, ҡаҙып бөткәндәр, ямғыр яуһа батҡаҡҡа әйләнә. Шөкөр, бына аҙна-ун көн яумай, шуға ла, юл тигәнең апаруҡ ҡоро һәм Ғәлимйән үҙенең «УАЗ»игында бер сәғәттә барып та етте.
Ағаһы, йәнә ике дуҫы күл буйындалар ине инде. Усаҡ яғырға ла, ҡаҙан аҫырға ла өлгөргәндәр, шашлыҡ теҙеп маташалар. Иҫәнләштеләр, көлөшә-шаярыша ҙур аҡ брезент өҫтөнә табын ҡорҙолар. Ризыҡтары күп, араҡылары ла, һыралары ла байтаҡ. Байрам итә белә инде Дамир. Төптән йыуан, башынан аяғына тиклем солоҡ умарталай йоп-йомро, башы тап-таҡыр ҡырылған Дамир аш-һыу эшендә ҡатнашмай, ярҙағы мүкле сирәмдә күбәләй өйөлөп һуйҙайып ята, күбеһенсә бая, бына, иптәштәрем, бергә эшләйбеҙ, тип таныштырған ике егет хәстәрләй – хужаның шуны ал, шуны сығар, быны килтер, тигән бойороҡтарын үтәй. Осрашыу хөрмәтенә, яҡшы ял өсөн тип бер-бер артлы ике рюмка күтәрҙеләр. Ҡапҡылап алдылар. Йәнә икәүҙе күтәрҙеләр. Быларына ла һүҙен тапты Дамир. Эскелек түгел, ә сара булғас һүҙ мотлаҡ әйтелергә тейеш, тип иҫәпләй ул. Балыҡ һурпаһы өлгөрөүгә тағы тоттолар.
– Нимәгә саҡырҙым мин һине, ҡустым, – тине Дамир байтаҡ ҡына дөйөм хәбәр, лаҡап, көлдөргөс һөйләгәндән һуң. Был юҫыҡта ағаһынан бигерәк егеттәр маһирлыҡ күрһәтте, әйтерһең дә, лаҡап-анекдот, бигерәк тә енси ваҡиғалар һөйләүгә махсуслашҡандар һәм Дамир уларҙы нәҡ шуның өсөн үҙе менән алған. Ҡыҙарған йөҙө етдиләнде, хатта асыу яғылды, күҙҙәре ҡыҫылды, икенсе ҡабырғаһына әйләнеп ятты, йөнтәҫ түшен ыуҙы.
– Шашлыҡ ашатыр өсөн генә саҡырмағаныңды самалайым инде, – тине Ғәлимйән, ағаһына текәлеп. – Һин былай ғына, бер ниндәй сәбәпһеҙ, туған тип кенә йөрөй булаһыңмы?
– Әсе телләнмә, әрем тел. Ҡусты тип әллә һыйлағаным булманымы? Тормош ул – ҡатмарлы нәмә... – Ғәлимйәндең алдан алыуын оҡшатманы Дамир, берауыҡ өндәшә алмай торҙо хатта. – Бер тәҡдимем бар. Икебеҙ өсөн дә отошло.
– Ике яҡ өсөн дә отошло нәмә булмай ул. Күпселектә бер яҡ ота, икенсе яҡ отола. Физика законы. Хәйер, әйт башлағас, давай.
– Аттарыңды, әйҙә, миңә килтер. Күпме тәҡдим итәһең, шунса алам.
– Һин осһоҙға алаһың бит.
– Әле һөйләшмәгәнбеҙ, һин осһоҙ тип тораһың.
– Юҡ, Дамир, беҙ ул турала бер нисә тапҡыр һөйләшеп ҡараныҡ, тик килешә алманыҡ, әле лә килешә алмабыҙ. Икебеҙгә лә отошло тиһәң дә һиңә отошло, ә миңә убыток ҡына буласаҡ. Иҫәпләгәнмен хаҡын.
– Элеккенән күберәк бирәм, бәй.
– Һин теге юлы ла өҫтәйем тигәйнең, өҫтәмәнең, мин ыштанһыҙ ҡалдым. Икенсе тапҡырға... ғәфү ит.
– Ул ике йөҙ баш йылҡыны ҡайҙа ҡуйып бөтөрмәксеһең? Күпме бесән, һалам, фураж, һоло әҙерләргә, дала яғынан ябырылған бурҙарҙан һаҡларға кәрәк. Һәр тауар әйләнештә булырға тейеш.
– Уныһы минең эш. Беренсе йыл ғына тотмайым бит. Эш юлға һалынған инде. Ашантыны ат үҙенә-үҙе әҙерләй, ул һыйыр түгел. Көнөнә бер нисәне алып китеп торалар, проблема юҡ, Дамир. Йыл әйләнәһенә шулай. Бурҙарҙан һаҡлар кешеләр ҙә бар.
– Вертолеттан атып алалар, тип ишеткәйнек, шул ысынмы? – быныһын Дамирҙың иптәше һораны.
– Булғылай ундай хәлдәр ҙә. Өс тайҙы шулай әрәм иттеләр.
– Нисек улай өлгөрәләр һуң? Вертолеттан төшөп, салып, итләй алып китәләрме, әллә берәй нисек тулайым тейәйҙәрме? – егет йәнә ҡыҙыҡһыныусанлыҡ күрһәтте. – Ҡарауылда егеттәр бар тиһең дә.
– Малдың эсен ярып, сапҡылап алып менеү өсөн ярты сәғәт ваҡыт етә. Белгән кешеһе, йәнә лә таҙа ике кеше кәрәк. Күтәреп мендереү өсөн. Тәүгеһендә минең егеттәр барып өлгөрҙө – тартып алып ҡалдылар. Икенсеһендә өлгөрмәнеләр. Өсөнсөһөндә үҙҙәре ташлап ҡасты. Хәҙер өйөр айғыры ҡолағына чип ҡуйып, компьютерҙа өйөрҙөң ҡайһы тирәлә йөрөгәнен белеп торабыҙ. Ситкә китә башлаһалар, барып, әйләндереп алабыҙ.
Ҡараҡтар тағы ла камилыраҡ хәйлә тапты хәҙер. Өйөргә йәш, көслө айғыр ебәрәләр. Ул беҙҙең айғырҙы тибеп йә тешләп имгәтә лә өйөрҙө үҙ яғына ҡыуып ала ла китә. Күрше райондағы бер таныштың илле ҡымыҙ бейәһен шулайтып өйөргән. Миңә лә ебәргәйнеләр, мәлендә белеп ҡалып, биш һыбай ир көскә ҡыуып ебәрҙек. Китмәй, ялтанып сабып тик йөрөй. Махсус өйрәтелгән тиерһең.
– Вәт, әй, хәс тә шпион. Сит мөлкәткә яҫҡына икән? Илле ат бер айғырҙан шулай ҡыуылып торамы? – егеттәр Ғәлимйәндең хәбәренә ышанманы, күҙҙәре ялтлап ҡуйҙы.
– Ниңә, ул илле башты табып булмаймы ни? Кәбәндәге энә түгел дә, – икенсе егет һүҙ ҡыҫтырҙы.
– Район, республика сигенән үттеме – тот ҡойроғон. Ҡом араһына һеңгән һыу һымаҡ юғала ла ҡуя. Унда бит көтөп торалар. «Производство» юлға һалынған. Ә өйрәнгән өйөр тулыһынса айғырға буйһона – ҡайҙа бара, ҡайҙа әйҙәй баш баҫып китә лә бара. Шуға ла ситтән килгән айғырға ҡаршы торорҙай көслө айғыр кәрәк өйөргә.
Һәр кем был һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөргә теләгәндәй уйланып, тынып ҡалды. Тормош-көнкүрештәре ат менән бәйле булмағас Дамир ярандарына был хәл ҡыҙыҡ, хатта асыш ине.
– Йә, ҡустым, уйла, килешәйек: берәм-һәрәм биреп ултырыу бөгөн серьезно түгел, ә мин оптом, оптом алам, әйтәйек, бер ыңғай унды, егермене, хатта күберәк тә. По-крупному надо играть! Мясокомбинат хәҙер ҙурайҙы, реконструкция эшләнек, беҙҙең ундай ғына итте эшкәртергә мөмкинлегебеҙ бар. Аҡсаһын шундуҡ бирермен, уныһына ҡайғырма.
Тынлыҡ урынлашты. Өндәшмәй генә сәкәштереп эсеп ҡуйҙылар. Һәр кем үҙ уйына сумды.
– Йә, ҡулға ҡулмы? – Дамир икенсе ҡабырғаһына әйләнеп ятты, йөнтәҫ түшен тырнаны.
– Юҡ, Дамир. Дөрөҫөн әйткәндә, туған кеше менән бизнес эшләп булмай. Үткәнендәге һымаҡ бәхәс сығасаҡ. Берләшеп ҡараныҡ, әммә тәмһеҙләшеп айырылыштыҡ таһа.
– Әй, еңгәң ҡыҫылды ла. Шулай ҙа былай, нишләп тегеләй түгел... Ҡыҫҡаһы, минең решение булманы.
– Артабан да ҡыҫыласаҡ, һин артабан да унан уҙып бер ни ҙә эшләй алмаясаҡһың.
– Аҡыл алдым, инде ҡыҫылдырыу бөттө. Берәй нәмә һөйләһәмме, билләһи лазим, Алла һуҡһын.
– Аллаһы Тәғәлә исеме менән һатыу итмә. Ысынлап һуғып ҡуйһа? Үтәй алмаһаң нишләрһең?
– Үтәр өсөн бына ант итеп ултырам да инде.
– Юҡ, Дамир, булмай, үҙ йүнемде үҙем күрәйем, һин үҙең башҡа. Йылҡы малы һинең өсөн бынау шашлыҡ, колбаса ғына, минең өсөн башҡорт тоҡомон һаҡлау, үрсетеү, таратыу.
– Ниңә, һуғымға ла алмайҙармы ни?
– Мин ихатамда һуймайым, итләтә һатмайым, алып киткәс һуяларҙыр ҙа, бәлки, әммә аҫрар өсөн таратам. Һин әйткән унды, йә егермене бер ыңғай ит цехына оҙатыу өсөн түгел. Ит өсөн, ана, һыйыр малы, сусҡа тулып ята. Ал шуларҙан.
– Ҡыҙыҡ философия. Шул рәүешле тоҡомдо һаҡлап ҡалырға маташаһың, тимәк? – Дамир мыҫҡыллы көлдө. – Был теләгеңде белмәй инем әле.
– Эйе, тап шулай.
– Да-а, булмай, тимәк, килешеп? Был һинең һуңғы һүҙме?
Ғәлимйән өндәшмәне, күл яғына ҡарап баш ҡына ҡаҡты. Йәнә күтәрҙеләр. Иҫерешеп тә баралар. Ғәлимйән, ярар, үҙең әйтмешләй, ял да итәйек, мин һыу инеп сығам, тине.
– Төшмә, эстең бит.
– Һыу буйына килеп һыу ҙа инмәй ҡайтайыҡмы ни? Әйҙә һеҙ ҙә төшөгөҙ.
Ғәлимйән футболкаһын сисеп ырғытты ла күлгә төшөп тә китте. Сумды, йөҙҙө, арҡаһында ятты, ах та ух килеп оло ҡәнәғәтлек кисерҙе. Ә ярҙағылар ашыҡманы, мәғәнәле ҡарашып ымлаштылар һәм Дамирҙың ике егете аяғына баҫты, кирелде, көт, сыҡмай тор, беҙ ҙә төшәбеҙ, тип һөрәнләне. Йәнә берәр рюмка күтәрҙеләр, шунан ашыҡмай ғына күлгә атланылар. Яр ҡырсынташлы, төпкәрәк ингән һайын күл төбө батҡыллана бара. Һыуы ла һалҡыная. Ағып ятҡан һыу булмағас ни, әллә ни таҙа ла түгел, буйраҡ. Егеттәр Ғәлимйән янына йөҙөп барып еттеләр ҙә бер ауыҡ эргәһендә йөҙҙөләр, шунан береһе ҡапыл арттан ташланды ла муйынынан һығып аҫҡа батырҙы, икенсеһе, ҡулынан тотоп, һыу эсенә һөйрәне. Быны һис көтмәгән Ғәлимйән аптырап ҡалды, тыпырсынды, ниҙер әйтергә теләне, аяҡтары менән тибенде. Әммә салҡатан һыуға батырылған башын ысҡындыра алмағас бер аҙҙан хәрәкәттәре туҡтаны.
Дамирҙың ике яраны Ғәлимйән ҡаршылашыуҙан туҡтап, тамам тынысланғас, икеһе ике яҡҡа китеп йәнә йөҙгән кеше булдылар ҙа ах та ух ярға сыҡтылар.
Ярты сәғәт самаһы үткәс кенә егеттәрҙең береһе, бәй, һинең братың ҡайҙа булды, һыуҙан сыҡмай түгелме һуң, тип аптырап унда-бында текәлде. Уға икенсеһе ҡушылды, шунан Дамир ҙа ғәжәпләнгән кеше рәүешендә күл яғына боролдо.
– Бәй, ысынлап та, сыҡманы лаһа, давай, бегом һыуға, тиҙ генә тикшерегеҙ, табығыҙ, батып ятмаһын! – тип бойороҡ бирҙе. – Бергә йөҙҙөгөҙ түгелме ни? – Аяғына баҫты, ҡабаланып футболкаһын кейҙе.
Егеттәр атлай-йүгерә күлгә йомолдо, эйелеп тикшерҙе, сумды, тегеләй-былай йөҙҙө, байтаҡ бер тирәне айҡап-байҡап йөрөгәндән һуң... Ғәлимйәндең кәүҙәһен өҫкә ҡалҡыттылар. Ахылдап Дамир һыуға төштө. Әйттем, төшмә тип, әйттем, тип ҡабатлай-ҡабатлай, егеттәренә уны ярға сығарырға ярҙамлашты. Ҡом-ҡырсынлы ярға һуҙып һалдылар, күкрәген баҫҡылап, яһалма тын алдырырға маташтылар, салҡатан әйләндереп, елкәһенә һуҡтылар. Әммә фәтүә булманы. Ғәлимйән үлгәйне инде. Эх, ҡустым, ҡустым, әйттем мин һиңә, ә һин тыңламаның, һәр ваҡыттағыса үҙ һүҙле булдың, ағайҙы тыңларға кәрәк шул, тип һөйләнде.
– Тәрәнгә ингән бит, йөҙә белмәгән кеүек тә ине, – тине егеттәрҙең береһе.
– Аяҡтарын көҙән тартҡандыр, һыу өҫтө йылы булһа ла төбө шишмә кеүек һалҡын бит, – тине икенсеһе.
– Һеҙ бер тирәлә йөҙҙөгөҙ ҙә инде. Батып барғанында тауыш-фәлән бирмәнеме ни? – тип ыҫылданы Дамир.
– Юҡсы, ишетмәнек. Беҙ йөҙгәндә ул да шунда ине, беҙ сыҡҡас батҡан инде. Янында булһаҡ ярҙам итер инек тә.
Дамир тағы ниҙер әйтергәме, һорарғамы уҡталды ла ниңәлер өндәшә алманы, башын сайҡап ҡулын ғына һелтәне. Уның ишараһы буйынса егеттәре мәйетте өҫкәрәк, үләнгә үк һөйрәп һалды. Һәм табын элеккесә дауам итте.
Байтаҡ күңел асҡас осло күҙле егеттәрҙең береһе үҙҙәренән әллә ни йыраҡ та түгел, ярҙағы бейек ҡамыштар араһында, берәүҙең ҡармаҡ һалып ултырғанын шәйләне. Быға тиклем нисек күрмәгәндәр? Сыбар йәшел күлдәге, шундай уҡ йәшел салбар кейгән икән шул, хатта башындағы кәпәсе лә йәшел төҫтә. Тимәк, уларҙы күреп, Ғәлимйәнде батырғандарын ҡарап ултырған... Ҡәһәрең... Тауышы ла сыҡманы бит әле.
Егет терһәге менән Дамирға төрттө лә балыҡсы яғына ымланы. Дамир тәүҙә иптәшенә, унан баш иҙәгән яҡҡа боролдо. Күрҙе. Күҙҙәре түңәрәкләнде, яңаҡ мускулдары тартышты, шашлыҡ киҫәген ауыҙына килтергән еренән яй ғына кире төшөрҙө.
– Эй, балыҡсы брат, кил беҙҙең янға, тот йөҙ грамм.
Теге ҡуҙғалманы. Яуап та бирмәне. Дамир хәҙер уға түгел, ярандарына өндәште.