Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Тельман ӘМИНЕВ

ТУЛЫ АҒЫМЛЫ ЙЫЛҒА

Иҫтәлектәр

Үткәндәрҙе һаҡлай был фотолар –
Өнһөҙ шаһиттары тарихтың.

Баш һүҙ
Ҡәҙерле дуҫтар! Был иҫтәлектәр яңыраҡ арабыҙҙан киткән Юлай Ғәзиз улы Әминевкә арнала.
Ул – билдәле тәржемәсе, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның уртансы улы, минең кесе туғаным. Баҫалҡы булыуы арҡаһындамы, әллә Өфөлә йыш күренмәгәнгәме, Юлай Әминевте һирәгерәк иҫкә ала башланыҡ. Ә бит ул ҙур, абруйлы шәхес ине. Ул осорҙа йәшәгән кешеләрҙең дә сафы һирәгәйҙе. Ул ваҡытта Яҙыусылар союзында эшләгән Булат Рафиҡов та, Раил Байбулатов та юҡ хәҙер. Булат ағай Юлайҙы һәр ваҡыт ҙурлап, оло хөрмәт менән телгә ала торғайны. Арабыҙҙа шулай уҡ Зәйнәб Абдулла ҡыҙы ла юҡ. Юлай әсәйҙең бөтөн китаптарын урыҫ теленә тәржемә итте.
Ике йыл элек ҡустыма 75 йәш тулырға тейеш ине. Ләкин ул ғүмеренең был мәлен кисерергә әҙ генә өлгөрмәне. Иҫтәлекле датаны билдәләргә, ниндәйҙер сара ойошторорға тейеш булғанбыҙҙыр ҙа бит. Ошо хәтирәләр был етешһеҙлекте бер ни тиклем кәметергә ярҙам итер, тип уйлайым.
«Көндәлек алып бар, улым, берәй ваҡыт ныҡ кәрәге тейер», – ти торғайны миңә әсәйем. Үҙе лә йәш сағында яҙмаларын теркәп барған. Ләкин йәшәргә урын булмау, төрлө фатирға күсеп йөрөү арҡаһында уларҙың күбеһе юғалған. Ошо хәлде бик борсолоп иҫкә алыр ине ҡәҙерлебеҙ.
Әсәйҙе тыңлап, көндәлек яҙырға маташып ҡараным. Ләкин ул эш бер ҙә килеп сыҡманы. Ҡыҙыҡ күренештәрҙе ҡағыҙға килештереп, матурлап, мауыҡтырғыс итеп күсереп булмай ҙа ҡуя. Бер нисә тапҡыр маташып ҡараным да, был шөғөлдө дауам итмәҫкә ҡарар иттем.
Уның байы үткән быуаттың илленсе йылдарында магазиндарҙа фотоаппараттар күренә башланы. Әсәйем беҙгә, өс малайға, «Комсомолец» тигәнен һатып алды. Тормошобоҙҙағы һәр миҙгелде кинәнеп төшөрөргә тотондоҡ. Яҫы пленка күпкә етмәй, тиҙ бөтә ине, шуға тарын һайлайбыҙ. Кадрҙарҙы махсус иретмәгә һалып сығарып алабыҙ, унан тәҙрә быялаһына йәбештереп киптерәбеҙ. Фотолар күбәйгәндән-күбәйҙе. Иң ҡыҙығы: шул пленкалар хәҙергәсә һаҡланған. Ә бит 50 йыл үткән! Күрәһең, бик сифатлы булғандар. Зәйнәб Биишеваға арналған фотоальбомдар төҙөгәндә шул ваҡыттағы хеҙмәт емештәребеҙ файҙаланылды. Әле бер ҡайҙа баҫылмағандары ла күп, улар ҙа донъя күрер, тип уйлайым. Шул фотоларҙан үҙем дә автор эмблемаһы менән ике альбом сығарҙым. Эшемдән бик ҡәнәғәт ҡалдым. Юлай ҡустым алдында бер ни тиклем бурысымды үтәнем, тип ҡыуандым. Киләсәктә уларҙы һеҙ ҙә күрерһегеҙ, тип ышанам.
Юлай Әминев – иҫкә алырға лайыҡлы шәхес. Ул бик баҫалҡы кеше ине, һәр кем менән дуҫтарса мөнәсәбәттә булды. Башҡортостан өсөн йән атып йәшәне, республикабыҙҙы ныҡ яратты. Әсәйебеҙҙе ныҡ хәстәрләне. Әле арабыҙҙа Юлайҙы күргән, уның менән аралашҡан шәхестәр байтаҡ. Бергәләп һөйләшеп, бәлки, туғаным тураһында берәй китап сығарырға кәрәктер. Иҫтәлектәр йыйынтығы тупланһа, һәйбәт булыр ине. Әлеге хәтирәләргә килгәндә, шуны әйтәм: көндәлек алып бармағас, күп нәмә онотолған, ләкин фотолар хәтерҙе яңыртырға ярҙам итер, тип уйлайым.
Былтыр Мәскәүҙән ҡайтып, Ҡәҙим Аралбаев менән осрашҡанда Юлайҙың тормошо, ижады хаҡында ла һүҙ сыҡты. Ул ҡустымды һәйбәт белә, дуҫ булдылар. Юлай тураһында мәғлүмәт йыйырға һөйләштек. Мин бала сағы, йәшлек йылдары хаҡында яҙырмын, бүтәндәр тормошоноң башҡа ваҡиғаларын, ижади эшмәкәрлеген бәйән итер. Ошо йәһәттән әкренләп эш башланды.
* * *
Беҙҙең гөрләп торған ҙур ғаиләнән бер мин ҡалдым. Юлайҙың бала сағын белгән башҡа кеше юҡ тип әйтерлек. Әгәр мин яҙмаһам, был эште кем башҡарыр? Бер кем дә. Был – әсәйем һәм ғаиләбеҙ генә түгел, ә бөтөн Башҡортостан, башҡорт әҙәбиәте алдындағы бурысым.
Алдымда бер фотоһүрәт ята. 1939 йылда төшкәнбеҙ. Ғаиләбеҙҙең иң бәхетле минуттары. Әсәйгә – 31, атайға – 35 йәш. Юлай иһә ике генә йәшлек. Ул фотоаппаратҡа аптырап ҡараған. Беҙҙең артта Флүрә апай тора. Бөтәбеҙ ҙә матур кейемдә. Йөҙҙәребеҙҙә – шатлыҡ, барыбыҙ ҙа шул хәтлем бәхетле күренәбеҙ. Әсәй башына – берет, ә Флүрә апай пилотка кейгән. Юлай менән икебеҙҙә иһә – түбәтәйгә оҡшаған башлыҡ. Кейемебеҙ матур: йондоҙҙар төшкән аҡ ҡына костюм. Ҡәнәғәтбеҙ һәм бәхетлебеҙ! Шундай ваҡыт булдымы икән, тип ышанмайыраҡ та ҡуям хәҙер. Аҙаҡ һуғыш башланғас, унан һуң да ошо фотоһүрәттәге күренеште беҙгә хас түгел һымаҡ ҡабул итә инем. Бөтөнләй икенсе донъянан, башҡа дәүерҙән килгән кеүек. Ысынлап та, башҡаса ундай ваҡыттар ҡабатланманы. Әлеге фотоға ҡарап, аптырап та ҡуяһың: 15 квадрат метрлыҡ бәләкәй генә бүлмәлә алты кеше йәшәүенә ҡарамаҫтан, шул хәтлем бәхетлеләр. Шулай ҙа була икән!
Сираттағы фотоһүрәт. Баяғыһынан саҡ ҡына һуңғараҡ төшкәнбеҙ. Беҙ, малайҙар, әҙерәк үҫкәнбеҙ. Юлай атайҙың алдында ултырмай инде, ә минең янда тумпайып тора. Сәбәбе былай булған: фотограф ҡустымдың ҡулына яһалма күбәләк тотторған. Уныһы таяҡтың бер осона беркетелгән, тәгәрмәсе лә бар. Шуны әйләндерһәң, күбәләк ҡанаттарын елпей башлай. «Һин уны тотошлай усыңа алма, ә ике бармаҡ менән генә тот», – тигән фотограф ҡустыма. Шулай мәжбүр итеүҙәрен оҡшатмаған Юлай әҙерәк тумпайған. Мин иһә тыныс торам. Икебеҙ ҙә матур кейенгәнбеҙ: зәңгәр матроска, ҡыҫҡа ғына салбар. Был фотоһүрәт тә беҙҙең бәхетле минуттарыбыҙҙы һаҡлай.
Бына тағы бер фотоһүрәт. Беҙ үҫкәнбеҙ: Юлайға – дүрт, миңә алты йәш тирәһе. Дарвин да бар. Уға ике-өс йәш самаһы. Кейемебеҙ хәҙер бөтөнләй икенсе. Һуғыш осоро бит. Әсәйем һәр беребеҙгә ниндәйҙер туҡыманан салбар менән күлдәк тегеп кейҙергән. Эйе, замана ни тиклем генә ауыр булмаһын, әсәйем бер ҡасан да беҙҙе фотоға төшөртөргә онотмаған, ҙур рәхмәтлемен уға. Әгәр ошо иҫтәлектәр булмаһа, ул осорҙо нисек иҫкә төшөрөр инек? Беҙ ҙә, шулай уҡ һеҙ ҙә.
Һуғыш алдынан Юлай бәләгә тарыны. Әсәй уның аяҡ-ҡулдарының хәрәкәте үҙгәреүен күреп, ни эшләргә белмәй, аптырап, профессор Голубцовҡа алып барған. «Бала полиомиелит тигән ҡаты ауырыуҙы кисергән, – тигән табип. – Хәҙер инде бер ниндәй ҙә дарыу кәрәкмәй, ләкин ҡайһы бер сараларҙы эшләү мөһим. Эҫе тоҙло ваннала тоторға кәрәк». Һуғыш алдынан ине был хәл. Иҫемдә ҡалғаны шул: бәләкәй генә бүлмәлә мейес яғып, ванна эшләп, Юлайҙы һауыҡтырыу өсөн тоҙло һыуҙа тоталар ине. Йәшәгән урыныбыҙ шул хәтлем эҫеп китә. Белмәйем күпмегә һуҙылғандыр был дауалау, Юлай әкренләп һауыҡты. Ләкин полиомиелит шундай сир: ул кешенең мускулдарын ашай. Хатта тәндең ҡайһы бер урындарында ит бөтә. Юлайҙың да аяҡ-ҡулының мускулдары ашалды. Аллаға шөкөр, ҡустым балалығы арҡаһында ауырыуҙы һиҙмәне, уға иғтибар ҙа итмәй, башҡалар кеүек уйнап, йүгереп йөрөп үҫте.
Был сирҙең эҙемтәһе ғүмергә ҡала, ҡыйынлығы олоғайғас айырыуса ныҡ тойола: көс бөтә, ауыр эш башҡарыуы ҡыйынлаша. Ләкин Юлай сер бирмәне. “Ауырыйым, быны эшләй алмайым”, – тип һис ҡасан зарланманы. Мәҫәлән, беҙ уҡырға ингән университетта хәрби кафедра бар ине. Юлай шунда ла шөғөлләнде. IV – V курстан һуң ике айға хәрби күнекмәгә алып китә торғайнылар. Юлай, әгәр теләһә, һаулығы хаҡында справка күрһәтеп, лагерға барыуҙан баш тарта ла алыр ине. Ләкин улай итмәне, ҙур теләк менән китте. Ҡайһы бер фотоларҙа Юлай хәрби кейемдә, ҡулында – автомат. Ул артиллерист булараҡ шул лагерҙа махсуслашҡан. Аҙаҡ та һис ҡасан сер бирмәне. Өй эштәрендәме, баҡсаламы – ең һыҙғанып хеҙмәт итте.
Бала саҡта һәләк тиктормаҫ булдыҡ, төрлө уйындар уйлап таба торғайныҡ. Юлай һәр ерҙә әүҙемлеге, ихласлығы менән алдырыр ине. Бер уйын айырыуса ныҡ иҫтә ҡалған. «Чика» тигән. Ваҡ аҡсаны бита һымаҡ нәмә менән һуғып әйләндерә алһаң, ул һиңә була. Һуҡҡыс урынына малайҙар әллә нәмәләр ҡуллана торғайны. Ә беҙҙең бита юҡ. Юлай бер ваҡыт уны яһарға булып китте – нисек эшләргә икәнен әллә ҡайҙан уҡып белгәйне. Сүмес кеүек ҡалай һауытҡа ҡурғаш һалып, мейес эсенә тыҡты. Ул 250 – 300 градуста иреп сыҡты. Юлайҙы кемдер эттеме, әллә ишек асылып киттеме – ҡустым сүместе ҡапыл тартып алды. Эстәге ирегән ҡурғаш сайпылып китеп, тамсыһы Юлайҙың танауына эләкте лә ҡуйҙы. Тиреһен яндырҙы. Бына фотола күрәһегеҙ: эҙе күҙгә салынып тора. Ғүмерлек иҫтәлек ул. Юлайҙың тура танауының, һөйөнөскә күрә, формаһы боҙолманы, матур булып ҡалды.
1943 йылда әсәйем беҙҙе, балаларҙы, Туйымбәт ауылында йәшәгән Ғибаҙулла ағаһының ғаиләһенә ебәрҙе. Бер аҙ иҫемдә ҡалғаны шул: арбаға ултырып барҙыҡ, Ғибаҙулла бабай ҡаршыланы, Эйекте кистек, арбала килеш паром менән йылғаны аша сығып, ауылға барып төштөк. Йәй ине. Көндәр шул хәтлем эҫе. Баҡсала ҡарбуздар бешеп ята. Көнө буйы Эйек ярындабыҙ, ҡырсында уйнайбыҙ. Ике ай буйы шулай кинәндек. Көндәр ҡояшлы, матур торҙо. Ярҙан һыуға ҡараһаң, балыҡтарҙың нисек йөҙөп йөрөгәненә шаһит булаһың. Төбөнә ҡәҙәр үтәнән-үтә күренгән яҡты йылға шул Эйегебеҙ. Әйткәндәй, былтыр Туйымбәткә барғанда, һыуҙың әллә ни һайыҡмағанын күреп, һөйөнөп бөтә алманыҡ. Ауыл да күркәм, унан элеккеләй йылылыҡ, нур бөркөлөп тора. Бала саҡта йөрөгән ерҙәрҙе күреү бик ҡыҙыҡ та, һағышлы ла булды.
Август аҙағы еткәс, әсәй беҙҙе килеп алды. Арбаға ултырып ҡайтҡаныбыҙ иҫтә. Өфөгә яҡынлашҡан һайын һауа торошо үҙгәреп, көн һыуына башланы, ямғыр яуырға тотондо. Тауҙа урынлашҡан ҡалаға арбала күтәрелергә маташабыҙ, ат тарта алмай. Шул хәтлем этләндек, еүешләндек. Өйгә саҡ ҡайтып етеп, бүлмәгә инеп ауҙыҡ. Шулай итеп, эҫе йәй ямғырлы көҙ менән алмашынды. Ҡояшлы көндәр бөттө. Шул йылда мин I класҡа уҡырға барҙым.
Көҙ ҙә үтеп, ҡыш етте, ауырлыҡтар күбәйҙе. Тәүге ҡыйынлыҡ шул булды: утын бөттө. Әсәй военкоматтан ат һорап алды ла апай менән икәүләп сыбыҡ-сабыҡ йыйыу маҡсатында йылға аръяғына сығып киттеләр. Беҙ, өс малай, өйҙә ҡалдыҡ. Кис етте. Әсәй менән апай юҡ. Төн булды, улар һаман ҡайтманы. Илай-илай йоҡлап киткәнбеҙ. Шул ваҡытта булған хәл әсәйҙең бер иҫтәлегендә бәйән ителгән: “...Әле бына шул саҡтағы тормоштан кескәй генә ваҡиға иҫкә төштө. 1942 йылдың үтә сасҡау, ҡаты ҡышы ине. Беҙ ул саҡта Зенцов урамындағы 39-сы йорттоң мөйөштәге бәләкәй генә бүлмәһендә йәшәйбеҙ. Күршелә минең йәштәге әхирәтем Нәғимә Мусина тора. Икебеҙҙә – өсәр малай. Нәғимә йөк машинаһында шофер булып эшләй, мин – «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр. Һәр көн иртәнге сәғәт алтыла тороп, эшкә йүгерәм. Трамвайға ултырып булмай – кеше күп. Ул ваҡытта редакциялар хәҙерге ауыл хужалығы институты туҡталышында ине.
Шулай һәр көн таңдан тороп эшкә йүгерәм, унда бүлмәләр йылытылмай. Өйҙә лә утын юҡ. Балалар шунда бикле ултыра. Ирем Ғәзиз Әминев – Ленинград фронтында, Нәғимәнең ире, ВЛКСМ Өлкә комитетының элекке яуаплы хеҙмәткәре Әғзәм Мусин – Мәскәү янында һуғышта. Беҙҙең ғаилә йәшәгән бүлмә элек тә, утын яҡҡанда ла, йылынмай, еүешләнеп ыҙалата ине, хәҙер инде көҙгө ҡоҙоҡ кеүек. Йәй район хәрби комиссариаты беҙҙе (офицер ҡатындарын) йыйып, ҡышлыҡ өсөн үҙебеҙгә утын әҙерләү өсөн бер нисә тапҡыр урман ҡырҡырға алып барғайны. Шул саҡта «Миловка» совхозы янында ҡырҡып өйгән ун-ун биш кубометр утыным хатта төшөмә инеп ыҙалата. Уны нисек алып ҡайтып, өйҙө йылытырға һуң? Мөмкинлек сыҡҡан һайын хәрби комиссариатҡа инеп ат һорайым, балаларым туңа, тим. Ат юҡ. Булғандары ла ас, хәлһеҙ. Шулай ҙа бер саҡ миңә ат бирҙеләр. Апайым менән икәү кискә табан ғына урманға киттек. Ат атлар-атламаҫ ҡына бара. Ҡояш байыуға саҡ барып етте. Йәй өйгән утындар шул көйө ята. Күрәһең, бер кем дә килеп ала алмаған.
– Эй-й... Ошо утындарҙы тотош тейәп алып ҡайтып, өйҙә бер йылынып ултырһаң ине!.. – тип аҙарынып бер аҙ ҡатып торҙоҡ. Әммә ашығырға кәрәк. Төн етә бит! Ат арыҡ, юл юҡ. Санаға кубометрҙан ашыуыраҡ утын һалдыҡ та ҡуҙғалдыҡ. Әммә атыбыҙ бер-ике аҙым атлай ҙа туҡтай...
– Эй-й, исмаһам, бер генә һыныҡ икмәк, бер генә ус бесән ҡаптырып ебәрһәң ине лә бит... Ҡайҙан алаһың һуң уны?! Ян-яҡта ажғырып ятҡан аҡ ҡарҙан башҡа бер ни ҙә юҡ...