Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ғарифулла Япаров

Еребеҙгә хужа булырға ваҡыт

Ғарифулла Хәбибулла улы Япаров 1957 йылда Архангел районы Айытмәмбәт ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын, юғары партия мәктәбен, БР Президенты эргәһендәге дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының юриспруденция бүлеген тамамлай. Бригадир, агроном, колхоз рәйесе, район хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләй. Бөгөнгө көндә – Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтының Өфө ҡалаһындағы филиалы директоры. Ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор.

Рәсәй Федерацияһының 2020 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш концепцияһына ярашлы рәүештә, ер һәм башҡа тәбиғәт ресурстарының һөҙөмтәлелеген арттырыу дәүләт аграр сәйәсәтенең төп маҡсаттарының береһе булып тора. Рәсәйҙә һәм республикала ерҙе һәм ер ресурстарын тейешенсә файҙаланыу – үтә актуаль мәсьәлә.  Әйтәйек, Бельгияла бер ауыл хужалығы хеҙмәткәре 100 кешене, Англияла – 95, АҠШ-та 80 кешене туйындыра. Рәсәй буйынса бындай мәғлүмәттәр юҡ. Һуңғы мәғлүмәт СССР буйынса ғына. 1991 йылда бер ауыл хужалығы  эшсәне... 13 кешене аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән. Әлбиттә, бөгөнгө көндә  хәл яҡшырғандыр, тип уйларға нигеҙ юҡ. Өҫтәүенә, ҡала халҡының байтаҡ өлөшө үҙ баҡсаларында үҫтерелгән аҙыҡ-түлеккә иҫәп тота.

Рәсәй Федерацияһы донъяла территорияһы буйынса беренсе, һөрөнтө ер күләме буйынса дүртенсе урында. Донъялағы ҡара тупраҡтың 55, эсәр һыу запасының 20 процентын үҙендә туплаһа ла, Рәсәй бөтә аҙыҡ-түлектең 1,34 процентын ғына етештерә. Был бик аяныслы һан.

Килтерелгән һандар шуны асыҡ күрһәтә: беҙҙең илдә ер ресурстары менән файҙаланыуҙа бик күп резервтар файҙаланылмай. Беренсенән, Рәсәйҙә хужалыҡ әйләнешенә индерелмәгән, файҙаланылмай ятҡан ерҙәр күп. Академик Леонид Абалкиндың фекеренсә, Рәсәй Федерацияһында 1969 йылда колхоздар һәм совхоздар тарафынан файҙаланылған 163 миллион гектар ерҙең әле 85,6 миллион гектары эшкәртелмәй. Икенсенән, ил буйынса ла, Башҡортостанда ла һыуҙы мал аҙығы, йәшелсә-емеш культураларының уңдырышлылығын күтәреү өсөн тейешенсә файҙаланмайҙар. Ә бит донъялағы бөтә аҙыҡ-түлектең 40 проценты яһалма һуғарылған 17 процент ерҙә үҫтерелә.

Белгестәр фекеренсә, ил күләмендә йыл һайын 12 миллион гектарға тиклем һөрөнтө ерҙе әйләнешкә индереп, 25 миллион тоннаға тиклем өҫтәмә иген алырға бөтә мөмкинлектәр бар. Элек эшкәртелеп тә бөгөнгө көндә ташландыҡ хәлдә ятҡан ерҙәр Башҡортостанда ла етерлек.

Әле донъяла аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ арта, шул уҡ ваҡытта Рәсәйгә ҡарата етди санкциялар ҡулланыла. Минеңсә, бындай шарттарҙа ошо резервты тейешенсә файҙаланырға һәм үҙебеҙҙе аҙыҡ-түлек менән етерлек күләмдә тәьмин итергә бурыслыбыҙ.

Еребеҙ мул, кеҫәбеҙ һай

Башҡортостанда ерҙе файҙаланыуҙағы төп проблемаларға туҡталғанда һүҙҙе республикалағы негатив тенденциялар хаҡында алып барырға кәрәк. Беренсенән, ауыл хужалығы йүнәлешендәге ерҙәр күләме кәмей. Әйтәйек, 2014 йылда ғына был майҙандар 78 900 гектарға кәмегән. Икенсенән, ерҙәрҙең инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһе түбән. БР ер фонды 14 миллион гектарҙан ашыу майҙанды тәшкил итһә, уның 12 миллион гектарға яҡыны, йәғни 83 проценты дәүләт һәм муниципаль милектә. Юридик шәхестәр тарафынан 10 200 гектар файҙаланыла, 2 339 600 гектары – граждандарҙың ер пайҙары. Был иһә төбәктең ер фондының 15,6 проценты йәки шәхси милектәге бөтә ерҙең 95,2 проценты тигән һүҙ.

Башҡортостан Республикаһының 40 процент самаһы Рәсәй Федерацияһы милкендә. Уның 59 мең гектары юридик шәхестәргә аренда хоҡуғы менән тапшырылған, 14 мең гектары физик шәхестәр ҡулында. Башҡортостан Республикаһы милкендә ни бары 83 мең гектар майҙан иҫәпләнә, уның 30 600 гектары юридик шәхестәргә ваҡытын сикләүһеҙ хоҡуғы менән файҙаланыу өсөн, 41 500 гектары юридик шәхестәргә, 1 600 гектары граждандарға арендаға бирелгән. Өсөнсөнән, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр рациональ файҙаланылмай.

2014 йылда республикалағы 14 294 700 гектар ер фондының яртыһы – ауыл хужалығы тәғәйенләшендәге ерҙәр. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе икенсе категорияларға күсереү, банкрот булған ауыл хужалығы предприятиеларының ерҙәрен баланстан алыу сәбәпле, 2014 йылда ғына ауыл хужалығы продукцияһы етештереү өсөн файҙаланылған майҙандар 79 мең гектарға кәмене.

2014 йылда Башҡортостанда 917 хужалыҡ итеүсе ширҡәт һәм йәмғиәт 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанда ауыл хужалығы продукцияһы етештереү менән шөғөлләнә ине. 150 дәүләт һәм муниципаль унитар ауыл хужалығы предприятиелары республика ер фондына ҡараған 622 900 гектарҙа продукция етештерә. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының 350-һе юридик шәхестәр, 4676-һы физик шәхестәр булараҡ теркәлгән, уларҙың ҡарамағында – 616 800 гектар ауыл хужалығы ерҙәре, шул иҫәптән 433 800 гектар һөрөнтө ерҙәр. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар һаны – 558 976, уларҙың ере – 167 700 гектар. Дүртенсенән, ергә милек хоҡуғын теркәү проблемалары. Ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүселәр ике миллион гектарҙан ашыуыраҡ майҙанда үҙ эшмәкәрлеген алып барһа ла, уның ни бары 173 700 гектары йәки 6,8 проценты ғына милек хужаларына рәсми рәүештә теркәтелгән.

2015 йылдың 1 ғинуарына 2 296 200 гектар майҙандағы ер участкалары 357 223 гражданға пай ере итеп бирелгән, шуларҙан 307 268 кеше 1 545 мең гектарҙағы ерҙе үҙ милке булараҡ теркәгән. 4 430 кеше үҙҙәренә тейеш 30 300 гектарҙан баш тартҡан. Шулай итеп, байтаҡ ер майҙандары балласт булып ята, улар хатта милек хоҡуғы объекты булараҡ теркәлмәгән дә. Бишенсенән, ауыл хужалығы йүнәлешендәге ерҙәрҙе файҙаланыуҙан бюджетҡа килем бик аҙ.

Был проблема юғарыла килтерелгән факторҙарға ныҡ бәйле. 2014 йылда Башҡортостан Республикаһының тупланма бюджетына дәүләт һәм муниципаль милекте һатыуҙан барлығы 17 миллиард һумға яҡын аҡса ингән. Башҡортостан бюджетына күсерелгән 8 миллиард һумдан ашыу аҡсаның 422 252 мең һумы ғына (5,13 проценты) ер участкаларын арендаға алыуҙан, 42 042 мең һумы (0,51 проценты) ер һатыуҙан ингән.

Муниципаль органдар бюджетына йүнәлтелгән 8 миллиард һумдан ашыу аҡсаның 51,29 проценты ерҙе арендаға алыуҙан ингән килем һәм 11,88 проценты – ер участкаларын һатыуҙан килгән табыш.

Алтынсынан, муниципаль райондарҙың үҙ территорияларында өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе, шул иҫәптән ауыл хужалығында, финанслау мөмкинлектәренең үтә түбән булыуы.

Республика райондарының бюджеты ошо территорияла йыйылған һалымдар иҫәбенә уртаса 40 процентҡа ла тәьмин ителмәй, 60 проценттан ашыуырағы республика бюджетынан ярҙам булараҡ алына.

Муниципалитеттарға ни бары ике төр һалым беркетелгән: ер һалымы һәм физик шәхестәрҙең мөлкәтенә һалым. Ер һалымы урындағы бюджеттарҙың 13 проценты самаһын тәшкил итә ул ерҙең кадастр хаҡына, предприятиеларҙың һәм ерҙә эшләүсе граждандарҙың һанына бәйле. Физик шәхестәрҙең мөлкәтенә һалым, ә ул күсмәй торған милектең осһоҙ инвентарь хаҡына бәйле, ни бары 1,9 процент тәшкил итә. Урындағы һалымдар муниципалитеттар бюджетында бик аҙ өлөш алып тора. Әгәр 1998 йылда ул 12,25 процент тәшкил итһә, 2013 йылда уның өлөшө 4,78 процентҡа тороп ҡалды.

Етенсенән, ауыл хужалығы йүнәлешендәге ерҙәрҙең сифаты түбән.

Башҡортостанда һуғарылған ерҙәрҙең майҙаны – 35 600 гектар, киптерелгәне – 33 700 гектар, әммә был ерҙәрҙең байтаҡ өлөшөндә мелиоратив системаларҙың техник торошо ҡәнәғәтләнерлек түгел.

2000 йылдан 2013 йылға тиклем индерелгән минераль ашламаларҙың күләме 100 процент тәьҫирле матдәләргә иҫәпләгәндә  55 600 тоннанан  37 100 тоннаға тиклем кәмегән. Минераль ашламалар индереп сәселгән баҫыуҙарҙың дөйөм  майҙаны 35 проценттан 30 процентҡа тиклем, даими һуғарыу өсөн ҡулланылған һыуҙың күләме өс тапҡыр самаһы кәмене.

Ошо проблемаларҙы хәл итеү комплекслы характерҙа, стратегик маҡсаттар аныҡ, үтәлерлек, контролдә тоторлоҡ булыуы шарт. Башҡортостандың реаль аграр сәйәсәте нигеҙе булып аграр секторҙың ауыл хужалығы машиналарын төҙөү, ашламалар һәм ағыулы химикаттар етештереү, транспорт инфраструктураһын үҫтереү, иген, йәшелсә һаҡлағыстар, һыуытҡыстар, эшкәртеүсе предприятиелар, ҡабул итеүсе һәм сауҙа предприятиелары менән органик рәүештә бәйләнеше торорға тейеш.

Кем күберәк етештерә?

2000 йылдан 2014 йылға тиклем ауыл хужалығында етештерелгән продукцияның структураһын түбәндәге таблицала күрергә мөмкин (проценттарҙа).

Һандар күрһәтеүенсә, ауыл хужалығындағы эре хужалыҡтарҙың өлөшө әкренләп кәмей бара, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары өлөшө арта, ә бына шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың позицияһы әүәлгесә юғары килеш ҡала килә. Продукция етештереү күләме айырыуса үҫемлекселектә артты. Һуңғы ун биш йылда был күрһәткес шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа 35,1 проценттан 55 процентҡа, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында һәм ауыл хужалығында эшләгән эшҡыуарҙарҙа 1,7 проценттан 7,9 процентҡа тиклем артты. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа ла (60,6 проценттан 66,5 процентҡа тиклем), фермерҙарҙа (0,5 проценттан 4,9 процентҡа тиклем) малсылыҡ продукцияһы етештереү  арта. Ғәмәлдә шәхси ярҙамсы хужалыҡтар, фермерҙар һәм эшҡыуарҙар республикалағы ауыл хужалығы продукцияһының 70 процентын етештерә. Тап улар иҫәбенә картуфтың 94, йәшелсә-емештең 74, иттең 71, һөттөң 69, йомортҡаның 37 проценты тура килә. Ә бына иген, мал аҙығы культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағышты башлыса ауыл хужалығы предприятиелары етештерә. Шулай итеп, хеҙмәтте бүлешеү буйынса үҙенсәлекле хәл килеп тыуҙы.

Республикала ауыл хужалығының һуңғы ун биш йылдағы үҫеш юлдарына анализ яһап, шуны әйтергә мөмкин: граждандарҙың ауылдарҙағы һәм ҡалалар янындағы шәхси ярҙамсы хужалыҡтары, шулай уҡ баҡсасылыҡ ойошмаларында ер участкалары булған граждандар крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары менән бер рәттән тейешле дәүләт ярҙамына дәғүә итергә лә хаҡлы!

Ауыл хужалығындағы тауар етештереүселәргә финанс ярҙамы күрһәтеүҙе төбәк бюджеттары башлыса үҙ иңенә алырға тейеш. Сөнки муниципаль райондарҙа йыйылған һалымдар ошо территорияла сарыф ителгән бюджет сығымдарының 40 процентын да ҡапламай (2014 йылдың 1 ғинуарына 31 процент).

Финанс ярҙамдан тыш, аграр секторҙы лайыҡлы кадрҙар менән тәьмин итеү мөһим. Йәштәрҙе ауылға йәлеп итеүҙең төрлө ысулдарын ҡулланырға кәрәк. Ғөмүмән, кадрҙар сәйәсәте стратегик характерҙа булырға тейеш.

Ер ресурстары менән идара итеүҙең механизмы үҙ эсенә  ер һалымы, ергә аренда түләүҙәре, ерҙең баҙар хаҡы һәм залог хаҡы, ерҙең уңдырышлылығын арттырыу өсөн түләүҙәр, ерҙе тартып алыу һәм консервациялау өсөн түләүҙәр, штрафтар һәм башҡа иҡтисади көйләгестәрҙе үҙ эсенә ала.

Ер һалымы тупланма бюджеттың бик әҙ өлөшөн алып тора. Был система камил түгел һәм ул муниципаль органдарға етерлек бюджет туплап, үҙ компетенцияһындағы мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирмәй. Ер һалымы ставкалары ерҙе һөҙөмтәлерәк файҙаланыуға булышлыҡ итмәй, ерҙең милекте һөҙөмтәлерәк файҙаланыусыларға күсеүенә килтермәй. Ер һалымы күләме ерҙең баҙар хаҡына бәйле түгел, ә уның кадастр хаҡынан сығып административ рәүештә билдәләнә.

Башҡортостан Республикаһында ер фонды менән идара итеүҙе үҙгәртеп ҡороп, һәр милек хужаһының һалымдар, башҡа сығымдарға ҡарағанда алынған табышы күберәк булыуына өлгәшергә кәрәк. Ул сағында һәр кем ер хужаһы булырға ынтылып торасаҡ. Был пай хужаһынан, ябай ауыл кешеһенән алып муниципаль органдарға, тотош республикаға ҡағыла.

Республикала ауыл хужалығы үҫешен тәьмин итеү өсөн ойоштороу сараларына ла иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк. Дәүләт пай хужалары – ер биләүселәрҙең кооперацияһын үҫтереүҙә, уларға продукция етештереү, эшкәртеү һәм һатыу буйынса тос ярҙам күрһәтергә тейеш. Оҙайлы ваҡытҡа лизинг системаһын индереп, ауылға техника һәм ауыл хужалығы машиналары ҡайтарыуҙы яйға һалырға ваҡыт. Финанс ойошмалары ауыл кешеләре күтәрерлек шарттарҙа кредиттар биреүҙе ойошторорға тейеш.

Ер пайҙарын кооперация нигеҙендә бергәләп эшкәрткән һәм эшсәндәрен социаль яҡлау аҫтына алған коллектив хужалыҡтар ғына фән һәм техника ҡаҙаныштарын тейешенсә ҡуллана һәм тауар продукцияһы етештереү менән һөҙөмтәле шөғөлләнә ала. Ерҙе һөҙөмтәле файҙаланыу проблемаларын хәл итеү буйынса башҡа инструменттарҙы ла ҡулланырға мөмкин:

Беренсенән, фермерҙарға ерҙе шәхси милек итеп теркәү һәм документтарҙың тулы комплектын алыу өсөн 300 мең һумға тиклем кредиттар бүлеү;

икенсенән, күп балалы ғаиләләргә ауыл хужалығы ерҙәрен бушлай теркәп, уларға техника, сифатлы орлоҡ, яҡшы тоҡомло мал алыуҙа дәүләт ярҙамы күрһәтеү;

өсөнсөнән, умартасылыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәргә 100 гектарға тиклем урманды оҙайлы арендаға льготалы шарттарҙа биреү, күсмә умарталыҡтар ойоштороу өсөн умартасыларға 50 гектарға тиклем ер майҙаны бүлеү, уларҙы лизинг юлы менән, транспорт менән тәьмин итеү;

дүртенсенән, Хөкүмәт ҡанаты аҫтында республика крәҫтиән банкы ойоштороу. Дәүләттән тейешле ярҙам булмаған шарттарҙа был иң ҡулай инструмент буласаҡ;

бишенсенән, ҡалалар һәм райондар хакимиәттәрендә ер мәсьәләләре буйынса бюджет иҫәбенә бушлай юридик консультациялар алыуҙы ойоштороу;

алтынсынан, ер ресурстарына идара итеү буйынса төбәк органдарын ҡайтанан ойоштороу. Ерҙең стратегик ресурс булараҡ иҡтисади һәм социаль йәһәттән әһәмиәтен күтәреү өсөн Башҡортостандағы ергә милек хужаһы булараҡ вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыусы аныҡ орган булдырыу талап ителә.

Республиканың ер фондын биләү, уны файҙаланыу Башҡортостан Республикаһы башлығы ҡарамағында булырға, туранан-тура уға буйһонорға тейеш. Урындарҙағы үҙидара органдары халыҡ алдында ерҙән файҙаланыу мәсьәләләре буйынса даими рәүештә отчет бирергә тейеш.

Етенсенән, Рәсәй Федерацияһында ер мөнәсәбәттәрен ҡайтанан ҡарау, ерҙе һөҙөмтәле файҙаланыусыларға тапшырыу талап ителә. Пай ере булараҡ бүленеп, файҙаланмай ятҡан ерҙәрҙе дәүләт ҡарамағына кире ҡайтарыу дөрөҫ булыр ине. Уны махсус булдырылған Рәсәй ер банкы илдең Үҙәк банкы тарафынан бүленгән бюджет аҡсаһына пай хужаларынан һатып алырға тейеш.

Рәсәйҙең Үҙәк банкы, ауыл хужалығы йүнәлешендәге ерҙәрҙең хужаһы булараҡ оҙайлы ваҡытҡа файҙаланыу хоҡуғын был ерҙәрҙе табыш алып эшләй алғандарға һата алыр ине. Дөйөм алғанда, оҙайлы ваҡытҡа ерҙән файҙаланыу хоҡуғына хаҡ ер һалымы күләмендә булырға тейеш.

Шулай итеп, ер Үҙәк банкы ҡарамағында, дөйөм ил байлығы статусында булып, унан теләге булған крәҫтиәндәр һәм фермерҙар файҙалана аласаҡ.

Дәүләт тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, ерҙең уңдырышлылығын күтәреү буйынса саралар күрергә бурыслы. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Үҙәк банк аша ерҙең уңдырышлылығын күтәргән, ашламалар индергән өсөн сығымдарҙы ҡаплау механизмын уйларға тейеш.

Шулай итеп, ер ресурстары менән идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү системалы характерҙа булырға, ул конкурентлыҡҡа һәләтле аграр сектор булдырыу менән параллель рәүештә барырға тейеш. Ошо юл менән генә ер реформаһы үткәреү йылдарында йыйылған проблемаларҙы хәл итергә мөмкин.

Кешелек донъяһы 88 процент аҙыҡ-түлекте эшкәртелгән ерҙән йыйылған уңыш иҫәбенә ала, әгәр ҙә быға малсылыҡ продукцияһын да ҡушһаң, был һан 98 процентҡа барып етә. Бөгөнгө көндә ер йөҙөндә йәшәүсе ете миллиард кешенең бер миллионы асыға, йәнә ике миллиарды туйғансы ашауҙан мәхрүм. Аслыҡ – планетаның ҡайһы бер төбәктәрендә ғәҙәти хәлгә әүерелеп бара.

Донъяның бөтә үҫешкән илдәрендә ер ышаныслы, ваҡыт үткән һайын ҡыйбатыраҡ була барған финанс средстволары сығанағы. Ер бөтә кимәлдәге бюджеттарҙы тулыландыра, территорияларҙың үҫешен, йәмғиәттең социаль тотороҡлолоғон тәьмин итә.