Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Фәнил Күзбәков

Маҡсатҡа ынтылыш

(очерк)

Февралдең икенсе яртыһы. Сауҡалыҡтар ҡаплаған ҡалҡыулыҡтар, уйпат урындар, тигеҙлектәр аша ярайһы тапалып өлгөргән парлы эҙҙәрҙән саңғысылар елә. Көнө ниндәй! Биттәрҙе генә алһыуландырыр һалҡынса. Күк йөҙө салт аяҙ. Дилбегәләй генә күтәрелгән сағыу ҡояш, күңелдәрҙе елкендереп, алға саҡыра. Саңғысыларҙың йылдам хәрәкәте тыуҙырған елде, шыйлаған саңғы табаны, ҡарға ҡаҙалыусы таяҡ тауыштарын иҫәпкә алмағанда тирә-яҡ тып-тын. Хозурланып китеп тынлыҡты тыңларлыҡ. Тик йән-фарман алға атлығыусы егет-ҡыҙҙарҙың, университет студенттарының быны иғтибарларға мөмкинлеге самалы.

Алдағыларҙың темпына яйлашып алған Заҡуан бындай мәлдәрҙә нилектәндер үҙ-үҙе менән бәхәс ҡорорға күнегеп киткән. Үҙлегенән ниндәйҙер һорауҙар тыуа, шуларға төрлөсә яуаптарын эҙләй. Семестр аҙағы етә башлаһа, уҡыуға бәйлеләре төштәренә лә инеп йөҙәтәсәк. Әлегә, шыбыр тиргә бата-бата, “ат спорты” тип йөрөтөлгән саңғыға баҫыуына үҙен әрләп килеүе: “Йә! Аҙнаһына бер көн генә бирелгән ялда, телеңде арҡыры тешләп, сабып йөрөсө әле! Йылы юрған аҫтында йоҡо һимертәһе урынға. Үҙ-үҙеңә дошманмы әллә һин? Саф һауала йөрөгөң килә икән, үҙ яйыңа сыҡҡылаһаң булмаймы? Йоҡа свитер аҫтындағы футболкаң күнегеүҙәрҙән һуң һығып алмалы була бит! Шуның менән башҡалар алдында ҡупайған булаһың әле һин. Йәнәһе, бына нисек йүгерер кәрәк! Ә нимәгә кәрәге бар? Башҡаларҙы нимә ҡыуалай икән һуң? Бындай темп бер кемгә лә еңел бирелмәй…”Ана иң алға төшөп алған Марат боролоштарҙа ғына күренә биреп ҡала. Уға етәрәк Йыһанур.  Минехан… Үксәгә ана баҫам-бына баҫам, тип Фәнил ынтыла. Башҡалар ярайһы артта ҡалды. Һәр ваҡыттағыса был бишәү, бер епкә тағылғандай, бер арауыҡта барыуҙарын белә. Береһен бер уҙырлыҡ түгел. Башҡа командалар менән ярышҡа сыҡҡанда еңел һымағыраҡ: кемдәрҙелер уҙаһың, дәрт өҫтәлә. Кемдер елкәңә тынын бөркә башлаһа, сәм тыуа, ниндәйҙер өҫтәмә көс табыла. Туҡта! Фекереңдең ошо тәңгәлендә ниҙер бар түгелме? Башҡаларҙы уҙырҙан, уларҙы еңерҙән алда үҙеңде еңер кәрәк бит башта! Шыбыр тир ағыҙыуың бер хәл. Футболкаңды һығып тороуың да малайлыҡ ҡына. Тимәк, нимәгәлер тотонғанһың икән – икеләнмә, башлағанды ташлама, аҙағынаса еткер – шунда булырһың егет, шунда булырһың еңеүсе! Бына нимәгә кәрәк булған миңә саңғылар – мускулдарҙан да бигерәк рухты нығытырға.

***

Район кимәлендә эшләп, республика буйынса танылыу яулағандар бик һирәк. Әйтергә кәрәк, хатта район тотҡалары араһында ла. Ә бына Әлшәй районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Заҡуан Зөфәр улы Әхмәтовты республикала күптәр эшлекле, кешелекле, ғәҙел етәксе булараҡ яҡшы белә. Бындай абруй еңел бирелмәй. Тиҙ арала яуланырлыҡ үр ҙә түгел. Уға бары көндәлек, көсөргәнешле эҙмә-эҙлелек менән генә ирешеп була. Йәнә лә кеше менән аралаша белеү, уның хәленә инә алыу, ҡулыңдан килгәнсә ярҙам итеү кеүек һыҙаттар ҙа бик кәрәк. Йөрәгең менән килешеп йәшәү тураһында әйтәһе лә түгел…

Ғүмер тигәнеңде тикмәгә генә аҡҡан һыуға тиңләмәйҙәр икән. Университет дипломын алып йөрөү ҡыуаныстары кисә генә кисерелгән кеүек ине бит! Башкөлләй эшкә сумғайны. Атаһы ла, әсәһе лә күҙле-башлы булыу кәрәклеген ҡайта-ҡайта иҫенә төшөрә башланылар. Ә бының ҡыҙҙарға бәйле күңеле ҡайтыңҡырап йөрөй. Һабы килһә, йәбе килмәй; йәбе килһә… Туҡта-туҡта!.. Бергә уҡыған Ейәнсураның теге ҡараҡай нәҙбереге һуң! Сабыр ғына. Ауылда эштә булғылағандарында тилберлеге лә күҙгә салынырлыҡ ине. Шаяртҡылағанда ла ыҡҡа килерҙәй күренгеләне. Ҡыҫҡаһы, донъя көтөрҙәй бит! Йомоғораҡ та… Ә, бәлки, миңә, шарҙыуаныраҡ кешегә, тап ошондайы кәрәктер ҙә.

Ишеткәйне: үҙҙәренең яғы бер төпкөл ауылда эш башлаған. Хәбәр ҙә биреп тормай барып сығырға тәүәккәлләне (кәрәҙле телефондар хыялда ла ҡаралмаған, асфальт юлдарҙың күпселек башҡорт райондарына барып етә алмаған дәүере). Ысын мәғәнәһендәге Урал ҡышы башланып торған мәл. Ә ҡыҙҙар эргәһенә толопҡа уранып бараһыңмы? Самолетта осто, автобусҡа ултырҙы, юл ыңғайы йөк машиналарына эләккеләне, әммә һуңғы утыҙ (!) саҡрымды барыбер ҙә йүгереп тиерлек үтергә яҙған икән. Йүгермәҫ ереңдән йүгерерһең: өҫтә йоҡараҡ, аяҡта көҙгө туфли… Ауылға еткәндә төнгө икеләр булғандыр. Эшле әҙәм күптән нисәмә-нисәнсәлер төшөн күрә. Береһендә бер шәм яҡтыһы күренмәй. Өйөн дә белмәй бит әле. Өй түгел тотош ауылға тәүләп аяҡ баҫыуы. Әһә, тегендәгерәк йортта гармун тауышы ишетелеп ҡала түгелме? Клуб икән. Йәштәрҙә йоҡо ҡайғыһы юҡ. Уйындары ҡыҙып ҡына бара, буғай. Беҙҙең сибәркәй генә күренмәй. Ярай, быныһын да ыңғайға юрайыҡ: ҡыҙ баланың сит-ят ерҙә баш баҫып ҡына эшләп йөрөүенә ни етә? Егеттәрҙән ҡыҙлы йорттоң ҡайҙалығын асыҡланы ла, ышаныслы ғына ишектәрен дөбөрләтте. Асырға ҡабаланмайҙар… Уятты. Астырҙы. Халатта ғына килеп сыҡҡан. Ни әйтергә белмәй: айҙан төштөңмө, ер аҫтынан ҡалҡтыңмы?

Яңғыҙ ҡарсыҡта үҙенә тиңдәш уҡытыусы ҡыҙ менән торалар икән. Егеттең иһә бер үҙен бер бүлмәлә күрә алыу хыялы ла юҡ түгел ине… Иртәгәһенә тороуға ҡыҙҙар күптән мәктәпкә киткәйне. Арманһыҙ булып килгән кеше иҫһеҙ йоҡлаған да ҡуйған. Сәй эсеп, ул-был итте лә урамға сыҡты. Һәй, былар ни кәртә-ҡураға, сысҡандай ғына йырмыслап, саҡ үтмәле юл ишараты һалғылаған. Көрәргә тотондо. Һарайға барып инде. Ирҙәр ҡулы теймәгәне күренеп тора. Ипкә-һапҡа килтереп, утынлыҡҡа күҙ һалды. Тегеләр эштән ҡайтҡансыға тиклем өйгә инеп сығырға ла форсаты теймәне. Ә төштән һуңыраҡ кирегә – үҙенең дә эше көтә. Иң мөһиме: төп бурыс үтәлгәйне – туйҙы оҙаҡлатмаҫтар.

Уңды ул Даларистан, уңды. Ике ул үҫтерҙеләр. Йортон да ҡараны, эшендә лә һынатманы. Ғүмеркәйҙәре генә ҡыҫҡараҡ булды. Эш, тип, күберәк өҙгөләнде шул, үҙен аяй белмәне. Иртә янды…

Эйе, теге ваҡыт яҙмышты билдәләйәсәк мәсьәләне үтә лә ашығыс  хәл   итһә лә, яңылышманы. Оҙаҡҡа һуҙырлыҡ мөмкинлеге лә самалы ине, хәйер. Кисәге студентты күрше районға мәктәп директоры итеп ебәргәйнеләр.  Йәш саҡ – дәртле саҡ. Яңылыҡ индерә. Эштең уртаһында үҙе ҡайнай. Башлағаныңды аҙағынаса еткер! Мәктәбе һәр йәһәттән дә алдынғылар рәтенә сыҡты. Төп иғтибар, әлбиттә, уҡыу-уҡытыу. Әммә быныһы үҙмаҡсат түгел. Тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап йөрөүҙе ене һөймәне. Ситтә шулай ҙа еңелерәк икән: кемлегеңде күрһәтеп ал да, шул кимәлде юғалтма. Саңғылағы кеүек. Тик бында эште яйға һалып ебәргәйне генә үҙенең тыуған ауылына күсерҙеләр. Һине имгәкләп йөрөгән сағыңдан белгәндәргә аҡыл өйрәтеп ҡара! Аҡыл өйрәтергә йыйынманы Заҡуан. Эш эшләргә кәрәк ине. Яҡын-тирә ауылдарҙан йөрөп уҡыусылар күп. Интернатһыҙ булмай. Ә интернат хәстәрҙе бермә-бер арттырап ебәрә, яуаплылыҡ тураһында әйтәһе лә түгел. Тәүәккәл булды, икеләнеп, ҡурҡып-өркөп торманы. Ниңә ауыл балалары өсөн аҙыҡ-түлекте мөмкин булғанса үҙеңә етештереп ҡарамаҫҡа? Ер иркен. Емеш-еләген, бәрәңгеһен, сөгөлдөрөн, кәбеҫтәһен, кишерен, башҡаһын үҫтереп булмаймы ни? Була! Балаларҙың үҙҙәре өсөн бит. Хеҙмәт тәрбиәһе лә алалар (Бөгөн килеп тәрбиәнең был төрөн оноттороуҙы нисек аңлатырға икән?). Мәктәп өсөн генә түгел, тотош ауылы өсөн дә шундайыраҡ һабаҡтар биргеләне ул. Әммә ойоштороу һәләтен күрһәтеп өлгөргән егетте мәктәптә торлатманылар – ауыл хакимиәтенә алдылар. Йәш кешегә карьера йәһәтенән офоҡҡаса юл асылды кеүек ине. Әммә ул ... өҫтәгеләр ни ҡушһа, шуны ғына үтәп йөрөһә, Заҡуан булмаҫ ине шул. Ә етәкселәрҙең күбеһенә баш баҫып йөрөгәндәр ҡулайыраҡ. Сәмле егет низағ сығыу менән принципиаллек күрһәтте: бәхәсләшмәне, инәлмәне. Ете йыл эшләгән эшен тапшырҙы ла, мәктәбендә тарих уҡыта башланы. Буш ваҡыты күбәйгәйне – ҡаҙ бәпкәләре алды. Мең дә ике йөҙ! Әйтеүе генә анһат. Төндәрен, өшөп, өйлөгөшөп, бер-береһен тапап, күпләп ҡырылыу ҡурҡынысы бар. Көндөҙ тышта ҡалдырғаныңда ямғырға эләгеүҙәре лә һәләкәтле тамамланыры билдәле. Ниңә тотондом икән, тип үҙенең тетмәһен үҙе нисәмә тапҡыр теткеләгәндер! Әйттеләр бит: кеше егермеләп сепейҙе ҡарай алмай, ә һин!.. Тешен ҡыҫты, йоҡламаһа-йоҡламаны, әммә башлағанын ташламаны. Себеште көҙ һанайҙар. Әммә көҙгө һан яҙ алғандағынан ун ике процентҡа аҙыраҡ булһа ла, насар түгел. Заҡуандың юғалтыуҙары ете процент ҡына ине…

Ауыл хакимиәтендә иһә бер йыл эсендә өс кеше алышынды. Килделәр быға. Бер генә лә түгел. Ал яңынан эшеңде, тинеләр. Ҡырҡа баш тартты. Сәмгә ныҡ тейгәйнеләр. Торараҡ райондың мәғариф бүлегенә ҡоҙалай башланылар. Ҡат-ҡат өгөтләнеләр. Ахырҙа бойороҡ яҙҙылар: бараһың һәм вәссәләм!

Мәғарифты етәкләүен легенда итеп тә һөйләйҙәр. Август аҙағында мәктәптәрҙе тикшергәндә бүлмәләр, парталар ялт итеп тора. Буяу еҫтәре лә таралып бөтмәгән. Барсаһы ла үҙ урынында һымаҡ. Әммә Заҡуан Зөфәр улы кластарға ла инеп тормаҫтан бәҙрәфтәрҙең торошона иғтибар итә икән. Ҡышҡы сатламала ғәҙәти хәжәттәрҙе үтәү генә лә нисек икәнлеген ауыл кешеһе яҡшы белә. Ә бала-саға өсөн? Был уғата сетерекле мәсьәләне лә ыңғай хәл итә алды ул. 

Әйтеү генә еңел. Бының өсөн юғарылағыларға аңлатыу, уларҙы ышандыра алыу ғына етмәй. Төҙөлөшкә бүленгән аҡсаны тейешенсә файҙалана алырға, аҙаҡ тикшереп торорға, эште аҙағынаса еткерә алырға кәрәк. Тотонған икәнһең, сигенмә. Бында ла шыма ғына барманы. Хакимиәт башлығы алышынғайны, үҙ командаһын йыйҙы (йәмғиәттә ниндәйҙер алама традиция тамыр йәйгән: ниндәй генә кимәлде алма – һәр яңы етәксе команда туплай башлай, әйтерһең, хәрби комиссариат мобилизация иғлан иткән). Район почтаһын етәкләргә тура килде. Ике йылдан йәнә үҙгәрҙе етәкселек. Тағы килделәр Заҡуанға. Был юлы хакимиәт башлығы үҙенә урынбаҫар итеп саҡырҙы. Төрлө яғын уйланы ла, ризалашты. Һәм бына ун  йылдан ашыу уғата мәшәҡәтле вазифаны атҡара.

Тормош тигәнең ғәйәт сетерекле. Өйҙәме, эштәме, урамдамы кешеләр менән осрашыу, аралашыуың нисегерәк башланып, ни менән тамамланырын күҙаллауы ҡатмарлы. Бер көнө шулай хужа саҡырып алды. Йөҙө ғәҙәттә булмағанса ҡырыҫ күренә.

– Һин, Зөфәрыч, кешегә ҡул күтәрергә лә күп һорамай икәнһең… Көтмәгәйнем… Аңлатма яҙырға тура килер…

Хәл иһә былай килеп сыҡҡайны. Төшкөлөктән икенсе ҡатҡа күтәрелгән сағы. Хеҙмәткәр ир-егеттәр шау-гөр килә. Борсаҡ һибергә яратыңҡырағаны хәбәр һүтә: исемен әйтеп, бер ҡатынҡай менән булған шуҡлығын сурыта. Ярай, егетлек тә ҡылғанһың, ти. Тере йән эйәләребеҙ бит – кем менән ни булмаҫ. Тик ниңә йомшаҡлыҡмы, ихласлыҡмы күрһәткән кешегә күләгә төшөрөргә? Ҡыҙҙы ла китте Заҡуан. Осорғансы һалды ла ебәрҙе. “Ни өсөн?”,– тип, тороп килә, етмәһә. Шуны ла аңламағаның өсөн тип, икенсегә өҫтәне.

– Өсөнсөгә мин өҫтәрмен, – тип көлдө хужа. – Ялыу менән йөрөмәһен!

***

Үткәндәргә боролоп ҡарай ҙа, саңғы юлындағылай, үҙ-үҙе менән бәхәскә инеп киткеләй Заҡуан. Яуабы еңел табылмаҫ һорауҙар ҡалҡып сыға. Үкенестәрме? Бар улар, бар… Әммә, юғары ҡарап фекер ит, түбән ҡарап шөкөр ит, тиҙәрме әле? Шулай тиҙәр. Уландар үҫтерҙең. Йорт һалдың. Орлоҡтарҙы ергә генә түгел, аңлыларҙың күңелдәренә лә сәсә килдең… Яҡташтарыңдың, үҙеңде белгәндәрҙең хөрмәтен күреп-белеп йәшәйһең. Ә эшләйһе эштәрең байтаҡ әле. Артабан да, йөрәк ҡушыуын аңлап-тойоп, маҡсатҡа ынтылышлы йәшәргә генә яҙһын.