Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Йәдкәр БӘШИРОВ

БӨЙӨК БАШҠОРТ ИЛЕ

Барда иле

Бәшәнәктәр үҙ мәлендә шундай ҡеүәтле ҡәүемгә әүерелә, улар Арджаҡтың һары уғырҙарына Барҙым (Ҡыҙыл бөрйән) дәүләте төҙөргә ярҙамлаша (б.э.т. 226 й.). Был дәүләттә тороп ҡалған бәшәнәктәр «барҙылар» булып китә. Барынджарҙарға ҡәрҙәш ҡәбилә – тамъяндар. Һуңыраҡ башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары хон ҡәбиләһе менән ҡушылып, үҙҙәренә «хонтурсылар» тигән атама ала. Шунан һуң уларға үҙҙәренең дәүләте менән идара итеү дилбегәһен тотторалар. Иман Бахши яҙыуынса: «Ғазан вариҫы Елкә осоронда хондарҙың ҙур бер өлөшө мәсәғүттәрҙән һәм урмыйҙарҙан торған башҡорт ҡәбиләләренә ҡушыла. Уларҙың йәшәгән урындары бәшәнәктәрҙең төньяғында һәм Хон (Урал) тауҙарының көнбайышында була. Хазарҙың вариҫы Дуғар ҡытайҙарҙан, төркмәндәрҙән, боронғо башҡорттарҙан ярҙам алғас, Елкәнең биләмәһенә үтеп инә һәм уны ҡыйрата. Мәсәғүттәрҙең бер өлөшө ҡаңлыларға ҡаса. Дуғар был халыҡтарҙы буйһондорғас, уларҙың бер өлөшө Һабан етәкселегендә бәшәнәктәргә китә һәм улар менән ҡушыла. Еңелгән Елкә Дуғарға баш һалырға мәжбүр була. Үҙенең ҡол хәленә риза булмаған Елкә баш күтәрә, һөҙөмтәлә ғәскәре тотошлайға ҡыйратыла, үҙе лә һәләк була. Уның улы Бүлемәр үҙенә тоғро хондар, мәсәғүттәр менән көнбайышҡа ҡаса.

Етейылға (Семиречье) тигән урынды үткән саҡта мәсәғүттәрҙең ҙур өлөшө хондарға эйәрмәй тороп ҡала... Бүлемәр ҙә Етейылғала тороп ҡалырға уйлай, әммә Һабан менән мәсәғүттәр еренә килеүсе төркиҙәрҙең бер нисә ҡәбиләһе уға ҡаршы сыға. Бүлемәрҙән улар бик ныҡ ҡурҡҡан. Батша башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары янына китергә мәжбүр була, башҡорттар уларҙы үҙҙәренсә «себерҙәр» тип атап йөрөтә башлай. Башҡорттар Бүлемәрҙе үҙенә һыйындырғас, Дуғар ҡараңғы төндө файҙаланып, уларға һөжүм итмәксе була. Әммә торналар уларға ҡурҡыныс янауын белдереп сыңрай, башҡорттар хондар менән бергә көнбайышҡа күсенә. Улар бергәләшеп Ағиҙел йылғаһы аша сыға. Уларға тағы ла ҡара мәсәғүттәр ҡушыла.

Бүлемәр Бүләргә үҙенең хондары менән килә һәм унда утыҙ йыл буйына хакимлыҡ итә. Ул артабан да Биләр менән идара итергә әҙер була, әммә шул йылдарҙа (635 йылдар) килгән бер ҡаты ҡыш артынан ҡоролоҡ башлана. Барлыҡ малы тиерлек ҡырыла, күп кенә кешеләре үлә. Үҙенең халҡын тотошлайы менә ҡырылыуҙан һаҡлап ҡалырға теләгән Бүлемәр үҙ кешеләрен көнбайышҡа табан әйҙәй (35, 10-19-сы биттәр).

Ғази Бараджаның йылъяҙмаһынан юғарыла килтерелгән мәғлүмәттәр 630 йылдарҙа башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары булған уғырҙар үҙҙәрен «хонтурсылар» тип атаған тип иҫәпләргә мөмкинлек бирә. Уларҙың үҙ дәүләте булған, бер урында оҙаҡ йәшәгәс, таштан йорттар, ҡалалар һала башлайҙар. Шуға ла иғтибар итергә кәрәк: уғыр-башҡорт-бәшәнәктәр көйсө сәсәндәр булған, тарихтарын яҡшы белгән. Бәшәнәктәр менән хондар берләшкәндән һуң улар көсәйә һәм барлыҡ бәшәнәктәр өҫтөнән идара итеүсе яңы ҡәбиләләр барлыҡҡа килә, улар үҙҙәрен уғырҙар, уғыҙҙар тип атаған.

Үҙҙәренең Барҙым һымаҡ дәүләттәре булған боронғо башҡорт ҡәбиләләре яңы эра башына тиклем үк башҡа халыҡтарҙың, шул иҫәптән болғарҙарҙың мәҙәниәтенә йоғонто яһаған. Болғарҙарҙың Плиски ҡалаһы менән башҡорттарҙың Биләр ҡалалары, мәҫәлән, төҙөлөшө буйынса оҡшаш: уларҙың ҡапҡалары көньяҡта урынлашҡан, ҡалаларҙың урамдары ла меридиан буйынса тигеҙ мөйөшлө булып бер яҡҡа табан һуҙылған. Ҡалалар тупраҡ өйөмдәре менән уратып алынған, өйөмдәр өҫтөнә бүрәнәләр ҡағып ултыртылған, бүрәнәләр араһына таш тултырылған. Ҡаланың иҡтисади хәле тәбиғи байлыҡтарға бәйле булған. Төрлө рудаларға бай Урал ере уларға хужалыҡтарын алып барыу өсөн генә түгел, шулай уҡ запастар туплау өсөн дә ҙур мөмкинлек биргән. Ҡалын-ҡалын урманлы, урманлы-далалы биләмәләр ҡиммәтле тиреле йәнлектәргә һунар итергә лә, берҙәй үк малға аҙыҡ әҙерләү өсөн дә киң мөмкинлек биргән. Солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеү ҙә кәсеп итеүҙең яңы мөмкинлектәрен асҡан.

Ҡиммәтле йәнлек тиреләре, аҙыҡ-түлек менән сауҙа, асылда, күршеләш халыҡтар менән барған. Йылъяҙмаларҙа төньяҡ халыҡтары менән сауҙалашыу түбәндәгесә теркәлгән: сауҙа өсөн айырыуса диҡҡәтле урын булып Новгород һаналған, унда Рюриковичтар ваҡытынан алып юлбаҫарлыҡта һәм сауҙала дан алған варягтар сауҙа иткән. Тауарҙарҙы иң тәүҙә аҡса менән түгел, ә һыуһар, тейен кеүек йәнлектәрҙең ҡиммәтле тиреләре менән баһалағандар. Аҡса ролен ул саҡта тиреләр, күндәр уйнаған. Тауарға алыштырыу өсөн тотош йәнлек тиреләрен күтәреп йөрөтөү ваҡыт үтеү менән оло мәшәҡәттәр тыуҙырыу сәбәпле тиреләрҙе келәймә һуғылған тире киҫәктәренә алыштырғандар. Был киҫәктәр өсөн бөтөн тиреләрҙе биргәндәр. Шулай ҙа көмөш тәңкәләр сауҙа әйләнеше өсөн етмәү сәбәпле күндәр оҙаҡ ваҡыт ҡулланылған әле. Бохара, ҡыпсаҡ хандарының үҙҙәренең көмөш һәм баҡыр аҡсалары булған, улар тәңкә тип аталған, уларҙан тыш күндәр ҙә әйләнештә йөрөгән. Күндәр Двин ерендә, Новгородта ҡулланышта булып, 1410 йылда ғына уларҙы литва һәм швед ортугалары, баҡыр аҡсалар менән алыштырған. Ә 1420 йылда көмөш тәңкәләр әйләнешкә ингән, баҡыр тәңкәләр немецтарға һәм башҡаларға һатылған. Шул мәлдән алып көмөш аҡсалар барлыҡҡа килә. Күндәрҙең хаҡы бик түбән төшкән, 1407 йылда уларға 15 гривен йә 50 тин көмөш биргәндәр.

Биләр ҡалаһында йәшәүселәр тураһында Биләргә 1135 йылда аяҡ баҫҡан Әл Ғәрнәти яҙа. Уның күҙәтеүҙәре буйынса, байтаҡ ҡына халыҡ йәшәгән был ҡала Саҡсин тип аталған. Ҡырҡлап ғуз (ҡоман) ырыуҙары йәшәгән был ҡалаға сит ил кешеләре, сауҙагәрҙәр күп килгән. Унда йәшәүсе мосолмандарҙың күп һандағы мәсеттәре булған. Ҡалала бик һалҡын көндәр торған. Йорттарҙың эс яғы кейеҙҙәр менән уратылған, ҡыйыҡтары ҡарағай ағас менән ҡапланған. Ҡала халҡы сауҙала көмөш аҡса урынына ҡурғаш файҙаланған, 3 Бағдад ҡурғаш «минна»һы 1 динарға тиң булған. Ҡала янындағы йылға Тигрҙан киңерәк, әммә уның балығы күп булмаған. Күрәһең, бында Әл Ғәрнәти Волга һәм Кама йылғалары буйында ултырған Болғар, Биләр ҡалаларын күҙ уңында тотҡандыр, унда тауарҙар Бөйөк Башҡорт иленән килгән. Әл Ғәрнәти был ҡалаларҙа булғанда өҫтө боҙ менән ҡапланған йылға аша сыҡҡан, йылғаның киңлеген 1840 аҙым тип иҫәпләгән. Уның яҙыуынса, Саҡсин ҡалаһы Уралда ғына тороуы мөмкин, тик шул осраҡта ғына ҡала Урал рудниктарында табылған ҡурғашты донъяның күп илдәре баҙарҙарына сығара алған. Саҡсин ҡалаһының Уралда урынлашыуы хаҡында һуңынан Карамзин да яҙған (2, 65-се бит).

Табындар башҡорттарҙың боронғо ата-бабаларын тәшкил итеүсе ҡәбиләләр араһында иң ныҡ ойошҡаны иҫәпләнгән, уларҙың Дәште Ҡыпсаҡ империяһында бер нисә кенәзлеге булған (Б. Д. Греков, А. Ю. Якубовский, 1950, 18-се бит). Был дәүерҙә Бөйөк Башҡорт иленең башҡа биләмәләрендә лә дәүләттәр барлыҡҡа килгән. Башҡорт шәжәрәләренә ярашлы, Майҡы бейҙең атаһы Төмән бей VI быуатта боронғо төрки дәүләтен ойоштора һәм был дәүләттең үҫешенә ҙур йоғонто яһай.

3. Уғырия-Югория һәм Себер ханлығы

Төньяҡ-көнбайыш Себер халыҡтарының дөйөм атамаһы – уғырҙар, илдәре Уғырия тип аталған. Алыҫта урынлашыуына ҡарамаҫтан, был ил донъя баҙарына йәнлек тиреләре сығара башлағандан алып танылыу яулай. Сәйәси йәһәттән Уғырия Урта Азия, төрки һәм уйғыр дәүләттәренә ҡушылған күп кенә дәүләттәрҙең уртаҡ яҙмышына әүерелә. Һөҙөмтәлә көньяҡ-көнбайыш Себерҙең төп халҡы булып һаналған ҡырғыҙҙар үҙҙәре ҙур дәүләт төҙөй (боронғо башҡорттарҙың – ҡырғыҙҙарҙың ауылдары Башҡортостанда XXI быуатта ла һаҡланып килә – Й.Б.). Монгол империяһы тарҡалған саҡта был дәүләт Дәште Ҡыпсаҡ составына инә. Немец профессоры Г. Гельмольт яҙыуынса (234, 169, 170-се биттәр), монголдарҙың Теүәл хан ейәне Нуғайҙың төньяҡта дәүләт төҙөргә ынтылыуы уңышһыҙ тамамлана. Уның «нуғай»ҙары көнбайыш Себерҙә һәм Рәсәйҙең көньяғында оҙаҡ тормай. Шуға күрә Уғырияны монгол дәүләтенең бер өлөшө булған, тип иҫәпләп тә булмай. Хатта Дәште Ҡыпсаҡты үҙенең ҡыҫҡа ғүмерле дәүләтенә буйһондорған Аҡһаҡ Тимер ҙә Уғырияны монгол дәүләтенеке, тип һанай алмаҫ ине. Аҡһаҡ Тимер тик бер тапҡыр ғына Себерҙең көньяҡ-көнбайыш далаларын ҙур ауырлыҡ менән үтеп Иртыш менән Тубылға барып етеп, көнбайышҡа, Волганың түбәнге ағымына юллана. Новгородта йәшәүселәр яңы хакимдары алдында үҙҙәрен шул тиклем яҡшы тота, хатта сауҙа эшен яйға һалыуға өлгәшә, уғырҙар менән мөнәсәбәтен өҙмәй (234, 196-сы бит).

Себерҙәр тип Обь йылғаһы ҡушылдыҡтарында йәшәгән уғыр (башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары) иҫәпләнгән. Себер атамаһы беҙҙең эраның V быуатынан алып килә (103, 341-се бит). Уларҙың үҙ ханы булған. Себер ханлығы иҡтисад яғынан артта ҡалған, шуға күрә уларға һәр ваҡыт ситтәрҙең һөжүме янаған. Был ҡурҡынысты тойған Себер ханы Төрөк ҡағанатына баш һалырға мәжбүр була, һәр йорттан берәр һыуһар тиреһе иҫәбенә яһаҡ түләй. Тейен тиреһе лә яһаҡ түләү өсөн файҙаланыла. Күрәһең, төрки телдәрҙә «тин» тип аталған аҡса берәмеге «тейен»дән алынғандыр. Бер нисә тиренән торған аҡса берәмеге «тунн» тип йөрөтөлгән. Ҡышҡы кейем – тундың да бер нисә тиренән тегелгәнен иҫкә төшөргәндә, бында ла бер үк тамырҙы күрергә була.

Төрөктәрҙең ҡул аҫтында булғас, хан үҙ халҡының талабын үтәй алмаған һәм 631 йылда ҡасырға маташҡанда нушибийҙар тарафынан үлтерелә. Яңы титулға эйә булған джабчу ханы Ирбис 639 йылда яңы тәртиптәр индерә. Каруандар менән сауҙа итеүсе төркөттәр был тәртиптәргә ҡаршы сыға. Уларҙың еренә яңы хан үҙенең күсмә баш ҡалаһын ҡуя һәм уны «Көньяҡ Урҙа» тип атай. Әммә көньяҡ хан 641 йылда Юҡыҡ менән уңышһыҙ рәүештә ер бүлешкәндән һуң әсиргә төшөп, язалап үлтерелә. Юҡыҡ ханлыҡтарҙы берләштереүсе заттың лайыҡлы вариҫы һанала, уның биләмәһе Ил йылғаһынан Себер тайгаһына тиклем һуҙыла. Уға Алтайҙағы ҡыпсаҡтар, Минусин соҡорондағы ҡырғыҙҙар, Енисейҙағы бомдар буйһона (Л. Н. Гумилев, «Хунну», 40-41-се биттәр; С. Е. Малов, 1959, 38-се бит). 651 йылда Халыч үҙен Ышбарҙың ханы тип иғлан итә һәм Юҡыҡтың ерҙәренә хужа була. Юҡыҡтың улы Чтенгу-джабча атаһының биләмәһен кире ҡайтарыр өсөн яу саба, әммә уның был ынтылышы уңышһыҙ тамамлана.

ХI быуатҡа тиклем Себер ханлығының халҡы, асылда, башҡорттарҙың боронғо ата-бабаларын тәшкил иткән ырыуҙарҙан тора. 1193 йылда Башҡорт дәүләте барлыҡҡа килеп, барлыҡ башҡорт дәүләт ойошмалары Бөйөк Башҡорт иленә берләшә. Шуға күрә артабан Себерҙәге бөтөн ырыу-ҡәбиләләр башҡорттоҡо булып иҫәпләнә башлай. 1036 йылда сауҙа үҙәге сифатында Төмән (Муса ибн Хәлил) ҡалаһына нигеҙ һалына. Көньяҡта барған үҙгәрештәр йәнлек тиреһе менән сауҙа барған төньяҡ юлға йоғонто яһай алмай. Мәҫәлән, 1140 йылда Турандың барлыҡ ҡырғыҙҙары Ҡыҙыл Яр ҡалаһына ярҙам эҙләп килә, сөнки ҡытайҙарҙың хакимы Тубушап державаһына ҡараған барлыҡ ҡыпсаҡтарҙы үлтереп бөтөргә яҫҡына. Ҡолын Ҡыҙыл Ярға 20 меңлек ғәскәрен ебәрә. Ҡытайҙарҙың 1141 йылдағы һөжүме кире ҡағыла.

Ҡыпсаҡ дәүләте тарҡалғандан һуң Уғырияның урҙалары нигеҙендә бәләкәй кенәзлектәр барлыҡҡа килә. Аҡһаҡ Тимерҙән һуң был төбәктә ҡеүәтле хан итеп Себер кенәзе Ун исеме атала. Ҡыпсаҡ дәүләтендә тәхет бүлешеү сәбәпле ыҙғыштарға йәлеп ителгән Ун үлтерелә, уның улы Тайбуға Тубыл йылғаһының түбәнге ағымына барып, ундағы Новгород халҡын ҡыуып ебәреп, үҙенең бәләкәй дәүләтен төҙөй. Дәүләтенең баш ҡалаһы хәҙерге Төмән ҡалаһына тура килә. Немец докторы Генрих Шурц яҙыуынса, ул саҡта һуғыштар күп була. Себерҙең иҡтисади хәле күп кенә үҙгәрештәр кисерә. Себергә беренсе булып казактар баҫып инә. Улар бында үҙҙәрен хужа итеп тойоп, урындағы халыҡтарҙан яһаҡ түләүҙе талап итә. Урындағы халыҡтың күпләп кәмеүендә лә улар ғәйепле. Иртыш остяктарының хәлен ныҡлап өйрәнгән С. Патканов төп халыҡтың Европанан индерелгән йоғошло сәсәк, тиф ауырыуҙары менән күпләп ҡырылыуы, крайҙың бушап ҡалыуына килтереүе хаҡында яҙа. Тағы ла был халыҡтарға араҡының һәләкәтле тәьҫирен килтерергә була. Иҫерек әсәләр үҙ балаларын ҡарауҙан баш тартыуы, балаларының йәшләй үлеп ҡалыуы Себер халҡын ныҡ кәметә. Төбәккә урыҫ крәҫтиәндәренең килеүе ундағы һәр төрлө йәнлектәрҙең кәмеүенә лә килтерә. Һөҙөмтәлә унда урыҫтар күпселекте тәшкил итә башлай, улар үҙ общиналары мәнфәғәтен генә ҡайғыртып, урындағы халыҡтың йәшәү сығанағын наҡыҫлай (234, 215-се бит).

Һуңынан, күрәһең, татарҙарҙың һөжүме остяктарҙы берләшеүгә килтергәндер. Һәр бер остяк урҙаһында бәләкәй ҡаласыҡ хасил булып, ундағы хакимдар башҡа урҙа етәкселәре менән килешеп, ҙур дәүләт булып ойоша. Хәҙерге ваҡытта ла көнбайыш Себерҙә ул саҡтағы бәләкәй ҡаласыҡтарҙың ҡалдыҡтары, нигеҙ таштарын осратырға мөмкин.

XIV быуаттың өсөнсө сирегенән башлап Башҡорт иле менән Төмән бейҙәре һәм хандары идара иткән. Улар башҡорттарҙың, монголдарҙың ырыуҙары менән берлектә төмәндәрҙе тәшкил иткән. Был осорҙа Дөрмән заты абруй ҡаҙанған. Уның улы Мәхмүт хан булған саҡта Ҡонғорат, Һалйот бейҙәре танылыу яулай. Улар хаҡында Үтәмеш хажи: «Ул (Мәхмүт) көслө һәм ышаныслы хан һаналған. Туран виләйәте ырыуҙарын етәкләп Ҡонғорат һәм Һалйот төмәндәренә ҡаршы һуғышып, уларҙы еңеүгә, тотош илде үҙенең янына туплауға өлгәшә», - тип яҙып ҡалдырған. Генрих Шурц яҙыуынса, XVI быуаттың икенсе яртыһында Себер дәүләтендә түңкәрелеш була. 1536 йылда ул саҡтағы кенәз Йәҙгәр үзбәк Күсем (Кецюм, немец ғалимы Күсемде үзбәккә һанай – Й.Б.) тарафынан ҡыйратыла. Күсем Себерҙе яулағандан һуң шул төбәктә йәшәгән башҡа халыҡтарға ҡарата һуғышсан сәйәсәт алып бара. Яңы хаким Себер батшаһы булып китә. Ул остяктарҙың ҙур ҡаршылығына осрай, был үҙ нәүбәтендә Күсем батшалығын бөлгөнлөккә төшөрә. Шул мәлдә себерҙәрҙең һөжүменән ныҡ ыҙа сиккән көньяҡ Рәсәй купецтары Уғырияға казак атаманы Ермакты ебәрә (234, 199-сы бит). Был саҡта Күсем хан Тайбуғаның улы Йәҙгәр менән алышҡан була. Барыһының араһында манғыт ырыуы төмәндәре иң ҡеүәтлеләрҙән һанала. Манғыттарҙан Нуритдин (Мораҙым) бейҙең атаһы Иҙеүкәй бей Туҡтамыш хандың вариҫына ҡаршы Илек йылғаһы буйында ҡаты алышҡандан һуң «диуан башы Ҡатай Әли бей» менән Башҡорт илендә тороп ҡала һәм шунда үлә. Диуандың иң төп бейе Нуритдин ҡатай ырыуынан сыҡҡан. Был ырыу хәҙерге Башҡортостанда, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында иң эрелеренән һанала. Нуритдин бей башҡорттар араһында Мораҙым исеме менән билдәле. Уның хаҡында башҡорт халҡында тарихи шиғырҙар, риүәйәттәр («Иҙеүкәй менән Мораҙым») әле лә һаҡлана. Үтәмеш хажи телгә алынған Шибан хандарының вариҫы Алиҙың улы Мөхәммәт хандың башҡорттарҙы, алатырҙарҙы, муҡшыларҙы, Болғар ҡалаларын, манғыттар йәшәгән Тура ҡалаларын берләштереүе, Башҡорт илендә һәм Тура виләйәтендә бөйөк падишах булып китеүе хаҡында әйтә. Шибан хандары заманында Нуғай мырҙалары тулы хакимлыҡ итә. Нуритдин бейҙең ейәне Муса мырҙа, уның улдары Шыхмамай, Исмәғил, Исмәғилдең улдары Урыҫ менән Тинәхмәт, Тинәхмәттең улы Иштирәк мырҙа Башҡорт илендә һәм Яйыҡ йылғаһы буйында хакимлыҡ итеүсе Нуғай мырҙалары һанала. Нуғай мырҙаларының шундай йолаһы була – улар ҡышҡы айҙарҙы Яйыҡтың түбәнге ағымында, ә йәйге айҙарҙы Яйыҡ, Ағиҙел йылғалары башында үткәрә. Улар Башҡорт иленең айырым өлөштәре менән идара итә. Тура, бер үк ваҡытта Башҡорт иле ханы Күсем Тинәхмәттең кейәүе булыуы менән ғорурланған. Урмамбет бей дәүерендә Башҡорт иленең көньяҡ-көнсығышы һәм көньяғы Исмәғил мырҙаның улы Урыҫ мырҙа ҡулы аҫтында була. Уның хәрби йәйләүе Уй менән Тубыл йылғалары уртаһында тора, ул урыҫтарға ҡаршы һуғышта Күсем ханға ярҙамлаша.

Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң бер нисә ханлыҡ, шул иҫәптән Себер ханлығы, барлыҡҡа килә. Уның төп халҡы иштәктәрҙән (башҡорттарҙан), ҡыпсаҡтарҙан, ҡатай ырыу-ҡәбилә берекмәһенә ҡараған һалйоттарҙан, ҡатайҙарҙан, һеңрәндәрҙән, терһәктәрҙән, бәкәтиндәрҙән тора. Себер ханы Күсем Батыйҙың ағаһы, Сыңғыҙ хандың ейәне Шибандың вариҫы һаналған. Уның бүләре Көсөк Башҡорт иленең ханы булып китә, урыҫ сығанаҡтарында ул «Кучук-хан Башкирский» (204, 23-сө бит) тип телгә алына.