Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Мәхмүт Хужин

Еңеү хаҡын үлгәндәрҙән һора

«Парадта 16 мең һалдат һәм офицер, 143 хәрби осоу аппараты, 194 берәмек хәрби техника, шул иҫәптән үҙ йөрөшлө «Ярс» ракета комплексы, оператив-тактик «Искандер-М» ракета комплекстары, үҙ йөрөшлө «Мста-С» артиллерия ҡоролмалары, Һауанан һөжүмгә ҡаршы – «Тор-М2У», «Панцирь-С1», С-400 «Триумф», БТР-82А бронетехникаһы, Т-90 танкылары, «Ракушка» һәм БМД-4М БТР-ҙары ҡатнашты. Сылбырлы платформалағы «Армата» һәм «Курганец», тәгәрмәсле «Бумеранг» бронетехникаһын һәр кем һоҡланып күҙәтте. «Армата» платформаһында хәрби техниканың тотош йыйылмаһы: Т-14 танкы, Т-15 ауыр пехота машинаһы, 152-мм. үҙ йөрөшлө артиллерия ҡоролмаһы «Коалиция-СВ» урынлаштырылған. Еңеүҙең 70-йыллығына арналған хәрби техника парадында яңы һәм перспективалы хәрби ҡоралдар өлгөләре күрһәтелде. 2015 йылдың 9 майында Мәскәүҙең Ҡыҙыл Майҙанында уҙғарылған хәрби парад Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналыуы менән әһәмиәтле», – тиелә тантанаға арналған рәсми ҡотлауҙа. – Германияға, Японияға Берлиндың башҡа союздаштарына тәү тапҡыр еңеүселәрҙе тәбрик итмәү мөмкинлеге бирелде».

Икенсе Бөтә Донъя һуғышынан һуң ете тиҫтә йылдан күберәк ваҡыт уҙыуға ҡарамаҫтан, уға бәйле һәм унан һуңғы ваҡиғаларға ҡарата ҡыҙыҡһыныу, анализ биреү дауам итә. Был хәл-күренеш тәбиғи, сөнки кешелек тарихында иң ҙур һәм ҡан ҡойошло был афәткә һәр кем үҙ башынан кисергән, үҙе аңлаған күҙлектән баһа бирә. Бәхәсле һорауҙар ҙа аҙ түгел: мәҫәлән, Икенсе Бөтә Донъя һуғышының көтөлмәгәнлеге ысынбарлыҡҡа тап киләме? Ни өсөн союздаштар, шул иҫәптән СССР ҙа, Гитлерҙың баҫҡынсылыҡ сәйәсәтенә ваҡытында сара күрмәгән? Икенсе Бөтә Донъя һуғышы театрында Бөйөк Ватан һуғышының роле ниндәй? Һуғыштың тәүге этабында Ҡыҙыл Армияның еңелеүгә осрауының сәбәбе ниҙә? Киң халыҡ массаларына телевидение, матбуғат саралары аша таныш хәрби хәрәкәттәр «окоп хәҡиҡәте» менән ярашамы? Хәрби етәкселәрҙең һуғыштағы роле тураһында йәмәғәтселек барыһын да беләме? һ.б.

71 йыл әүәл һәр кем йөрәген берсә утҡа, берсә боҙға һалып үткән ваҡиғалар хәҙер, билдәле, ябайлаштырыбыраҡ, хатта әһәмиәте үҙгәртелеп баһалана: «Тәүге ике йылда Совет Армияһы тәжрибә тупланы, башлыса оборона һуғыштары алып барҙы, еңелеүҙәр ҙә булды, сигенергә лә тура килде, – тиелә», – мәҫәлән, үрҙә телгә алынған ҡотлауҙа. Ошо уҡ ваҡиғаларҙы һуғыш ветераны бөтөнләй икенсе тел менән асып бирә: «Һуғыш башланған йәйҙә немец армиялары илебеҙгә ҡыҙҙырылған бысаҡ майға батырылған кеүек үтеп инде. Уның хәрәкәтенә ҡаршы тороу өсөн бысаҡ йөҙөн ҡан менән йыуҙырыуҙан башҡа сара табылманы. 1942 йыл дауамында ҡан шулай ҡойолдо ла, ҡойолдо». Айырма бар, тәүгеһендә элекке КПСС риторикаһы ярылып ята.

Артабан сағыштырып ҡарайыҡ. «Нацистик Германияны ҡыйратыу өсөн, Совет Армияһы ҡиммәт түләне – Ватан азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн 27 миллион һалдат һәм ябай совет кешеһе һәләк булды». Ә бына утлы ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаған яҙыусы уны былай күргән: «Бер ил һәм бер халыҡ та, Рәсәй һәм урыҫ халҡы кеүек, һәләкәткә дусар ителмәне. Ул Рәсәй юҡҡа сыҡты. Әйтергә лә ҡурҡыныс, ләкин еңеүсе ил юҡҡа сыҡты, үҙен бөтөрҙө һәм быға ... үҙен юҡ итеүгә Сталиндан башлап, ялҡынлы юлбашсыларыбыҙ, илде ҡотҡарырға ташланған бер партиялы система һәм үҙен-үҙе белештермәгән халыҡ бик ныҡ ярҙам итте».

Ҡотлауҙан тағы ла бер миҫал килтерәйек. Уның, ысынлап та, элекке КПСС пропагандаһы өлгөһө булыуын йәшерерлек түгел. «Совет халҡының еңеүе тәбиғи, сөнки дәүләт ҡоролошо бөтә матди һәм хеҙмәт ресурстары еңеү хаҡына тупланды». «Вермахттың һәр унынсы һалдаты йәки офицеры – 1 миллиондан ашыу кеше – элекке СССР гражданы. Миллиондарса кеше шахталарҙа күмер сығара йәки баҫыуҙарҙа эшләй, улар өсөн был үлемесле алыш Граждандар һуғышы була». Был юлдар Рәсәй тарихсылары хеҙмәтенән.

Тарихсылар раҫлауынса, Бөйөк Ватан һуғышының ҡотолғоһоҙлоғон бер кем дә инҡар итмәгән, киреһенсә, уны ҡоттары алынып көткәндәр. «Беҙ һуғыштың бына-бына тоҡанасағын, Германияның беҙгә ҡарағанда көслөрәклеген, һәм беҙҙең ғәскәрҙәргә сигенергә тура киләсәген белә инек, – тигән ул йылдарҙағы СССР хөкүмәте рәйесе В. Молотов публицист Феликс Чуев менән әңгәмәһендә. – Тик ҡайҙа саҡлы сигенергә – Смоленскиғамы, әллә Мәскәүгәме – беҙ ошо турала фекер алыштыҡ». Рәсәй Фәндәр академияһының Дөйөм тарих институты хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Е. Кульков фекеренсә, һуғыштың көтөлмәгәнлеге тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин, әммә ул СССР яғынан хаталарға ла бәйле.

Ниндәй хаталар? 1945 йылдың майында урыҫ халҡы өсөн тост күтәреп, Сталин уларҙы шәхсән таныған: «Хөкүмәтебеҙҙең хаталары аҙ булманы, 1941–1942 йылдарҙа армиябыҙ сигенгән саҡта, ни ҡылырға белмәгән мәлдәр булғыланы». «Российская газета»ның 2005 йылғы бер сығарылышында хәбәр ителеүенсә, Ҡыҙыл Армияла 6,5 миллион, шул иҫәптән Көнбайыш фронтта – 4 миллион һалдат һәм офицер, 22 мең танк, 18 мең самолет, һ.б. хәрби техника иҫәпләнгән икән, был саҡлы көстөң ни өсөн тупланыуына аңлатма кәрәкмәй. Советтар Союзы ғәскәрҙәре һөжүм итеүсе дошмандан хәрби техника буйынса кәмендә дүрт тапҡыр өҫтөнлөккә эйә була.

Германияның юғары хәрби аппаратында эшләүсе разведчиктар ҙа оператив хәбәрҙәрҙе Кремлгә даими еткереп тора. Мәҫәлән, Гитлерҙың 1941 йылдың 29 апрелендә «Спортпаласт»та йәш офицерҙар алдында яһаған сығышы, моғайын, рәсми Мәскәү өсөн сер булып ҡалмағандыр. «Яҡын арала күптәр өсөн аңлашылып етмәгән ваҡиғалар көтөлә, – ти фюрер. – Европала «ҡыҙыл көстәр»ҙең баш ҡалҡытыуына юл ҡуймау – дәүләт әһәмиәтендәге мәсьәлә». 30 апрелдә вермахттың юғары етәкселеге кәңәшмәһендә лә Гитлер «Барбаросса» (СССР-ға һөжүм) планын ғәмәлгә ашыра башлауҙы 22 июнгә тәғәйенләй һәм был хаҡта барыһына ла хәбәр итә.

Оператив хәбәрҙәрҙән күренеүенсә, 20 һәм 21 июндә Германия ғәскәрҙәренән СССР-ға ҡасып сыҡҡан кәмендә бер фельдфебель һәм ике рядовой фашистарҙың бына-бына һөжүмгә күсәсәген еткерә. Ошо турала элекке яугир Александр Зиновьевтың (ул советтарға ҡаршы ҡараштары өсөн ҡасандыр илдән һөрөлә һәм 90-сы йылдарҙа әйләнеп ҡайта) «Литературная газета»ла баҫылып сыҡҡан ҙур күләмле интервьюһында ла телгә алына. 

«30-сы йылдарҙа мин мәктәпкә йөрөй инем әле, Германия менән һуғыш буласағы тураһында хәбәрҙәр күп булды, – тип иҫкә ала Зиновьев. – Уны көтөлмәгән тип атарға бер ниндәй нигеҙ ҙә юҡ». «Йәшерен» тамғаһы алып ташланған документарҙан күренеүенсә, фашистик Германияның СССР-ға һөжүм яһарға әҙерләнеүе хаҡында разведкалар тарафынан киң мәғлүмәтле хәбәрҙәр даими килеп торған, ти тышҡы разведка хеҙмәте генерал-майоры Лев Соцков «РИА-Новости» агентлығына интервьюһында. Kремлгә хатта рейхсмаршал Герман Геринг, СС ғәскәрҙәре рейхсфюреры Генрих Гиммлер аппаратынан хәбәр итеп торғандар. Немец хәрби органдарына урынлаштырылған агенттар был йәһәттән теүәл эш иткән. Mәскәүҙә хатта герман ғәскәрҙәренең нисек төркөмләнеүе һәм ҡайһы йүнәлештә һөжүм итәсәгенә дә белеп торғандар. Мәҫәлән, «Төньяҡ» армиялар төркөмө Балтик буйы аша килеп, Ленинградты ҡулға төшөргәндән һуң Мәскәүгә табан хәрәкәт итергә тейеш була.

Ошондай йөкмәткеле хәбәрҙәр Сталиндың эш өҫтәленә килеп торған, әммә юлбашсы ни өсөндөр тейешле сараһын күрмәгән. Ни өсөн? Сталин, моғайын, һуғышты Советтар Союзы башланы, тигән ғәйеп ташлауҙарынан ҡурҡҡандыр, тип аңлатма бирә Соцков. Ул саҡта ниндәйҙер иҫкәртеү сараһы күрә ҡалһалар, СССР-ҙы «баҫҡынсы» тип атарға ерлек тыуа. Ил ике фронтта – көнбайыш һәм көнсығышта һуғыштар алып барыу хәүефе аҫтында торa.

«Идея-психологик яҡтан әҙерлек ярайһы кимәлдә булыуға ҡарамаҫтан, матди-техник йәһәттән ил һуғышҡа әҙер түгел ине, – тип иҫләй Зиновьев. – Был – бер. Икенсенән, Советтар Cоюзы етәкселеге яңы һуғыштың, элеккеһе кеүек, тик ҡайһы бер яңы техника ҡулланылған йәйәүлеләр һәм һыбайлылар бәрелеше итеп күҙ алдына баҫтыра. Был ҙур сәйәси һәм стратегик хата. ВКП (б) әһелдәренең буласаҡ ҡан ҡойошто моторҙар һуғышы итеп күҙаллай алмауы уларҙа стратегик фекерләүҙең артта ҡалыуы һуғышта элеккесә тере йәндәр, йәғни һалдат һәм офицерҙар иҫәбенә ҡыйратырға самалауын күрһәтә.

«Гитлерҙың СССР-ға һөжүменә ниндәй хәл көслөрәк йоғонто яһаған: Мюнхен килешеүеме, әллә Молотов-Риббентроп пактымы?» тигән һорау ҙа ҡуя тарихсылар. Һүҙ 1938 йылғы Мюнхен килешеүе (унда Советтар Союзының элекке союздаштары ҡатнаша) нигеҙендә Германияға Чехословакияны бүлгеләүгә юл ҡуйыу һәм 1939 йылда СССР менән Германия араһында бер-береңә һөжүм итмәү (уға Советтар Союзы яғынан – Молотов, Германиянан Риббентроп ҡул ҡуя) тураһында бара. Бында, моғайын, ҡәтғилеккә урын юҡтыр, сөнки Мюнхен килешеүе Гитлер эйәрсендәренең хәрби аппетитын көсәйтһә, пакт фашист илбаҫарҙарына Көнбайышта хәрби хәрәкәттәрҙе әүҙемерәк, Көнсығыштан хәүеф көтмәй, алып барырға мөмкинлек бирә.

Германияның Беренсе Донъя һуғышында хурлыҡлы еңелеүгә дусар ителеп, түбәнселекле Версаль (Франция) килешеүенә ҡул ҡуйырға мәжбүр ителгәндән һуң патриотик кәйефле немецтарҙа үс алыу (реванш тойғоһоноң көсәйеүенең дә һуғышҡа этәргес биреүен иҫәптән сығарып ташларға ярамай. Версаль килешеүенә ярашлы, Германияға көс еткеһеҙ репарациялар һалына, ҡораллы көстәр тотоу тыйыла. Өҫтәүенә, Германия еңеүселәргә (ә улар өс тиҫтәнән ашыу дәүләт) контрибуция түләргә тейеш була. 1933 йылғы һайлауҙарҙа власть башына Беренсе Донъя һуғышында ефрейтор дәрәжәһендә ҡатнашып, һуңыраҡ национал-социалистар фирҡәһе ойошторған Адольф Гитлер килеү менән был кәйефтәр көсәйеп китә.

«Бөйөк Ватан һуғышының көтмәгәндә» башланыуы хәрби уңышһыҙлыҡтарҙы аҡлау өсөн кәрәк була. «Российская газета»ның 2005 йылғы сығарылышында вермахттың 6-сы армияһы штабы начальнигы Гюнтер Блюментриттың яҙмаларына таянып хәбәр ителеүенсә, 3 сәғәт 30 минутта фашистар Ҡыҙыл Армия позицияларын көслө артиллерия утына тота, әммә уға ҡаршы яуап булмай. Йылға аша понтон күперҙәр һалына, немец танкылары арғы ярға һис бер ҡаршылыҡһыҙ сыға. Һәр хәлдә, вермахт вәкиле шулай яҙа, һәм уның был мәғлүмәте тарихсылар тарафынан кире ҡағылмай.

Совет ғәскәрҙәре көтөлмәгән һөжүмдән иҫенә килгәнсе, дошман Көнбайыш фронттың хәрби авиацияһының яртыһын тиерлек (738 самолет) аэродромдарҙа уҡ сафтан сығара. Был ҡот осҡос хәбәрҙе ишетеп, авиация командующийы 34 йәшлек генерал Иван Копец пистолеттан атылып үлә. Дошман да юғалтыуҙар кисерә, 133 хәрби самолеты бәреп төшөрөлә. Эйе, тарихсылар хаҡлы, Европаның күпселек өлөшөн баҫып алған фашистар тәжрибәле генә түгел, техник яҡтан да ҡеүәтлерәк. Белоруссияның Гродно-Сувалки йүнәлешендә барған 18 көнлөк алышта илбаҫарҙар 40 меңгә яҡын, ә совет ғәскәрҙәре иһә ун тапҡыр күберәк һалдат һәм офицерын юғалта. 44 дивизияның 24-е тулыһынса сафтан сыға, ҡалғаны ҡаршылыҡ күрһәтергә һәләтен юғалта.

«Дошман пехотаһының һөжүмен кире ҡағыу өсөн винтовкалар етешмәне, – тип хәтерләй Зиновьев. – Булғандарының да ҡайһы берҙәре атырға яраманы. Йыш ҡына минометтарҙы ла файҙаланып булманы, миналарҙың ҙурлығы тура килмәне. Һалдат һәм офицерҙарҙың байтағы ҡулын күтәреп, дошмандың миһырбанлыҡ күрһәтеүенә өмөтләнергә мәжбүр булды. Ҡайһы бер мәлдәрҙә тәүлектәр буйы тамағы аш күрмәгән һалдаттар немец күренеү менән әсиргә төштө».

Шул уҡ ваҡытта элекке яугирҙың ҡайһы бер фекерҙәре ҡаршылыҡлы. Мәҫәлән, Ҡыҙыл Армия һуғыштың тәүге осоронда еңелеүгә дусар ителмәһә, һуңынан еңә алмаҫ ине, тигән фекер менән килешеү ауыр, сөнки был, беренсенән, совет ғәскәрҙәренең миллиондарса юғалтыуҙарын аҡларға тырышыу кеүек ҡабул ителә. Икенсенән, юғары хәрби етәкселек тарафынан уйлап сығарылған был тарихи факт ни өсөндөр тарихта нығынып ҡала.

Авторҙың, ул йылдарҙағы Советтар Союзында дәүләт ҡоролошо социалистик ине, тигән фекере лә бәхәсле. Был идара башында тороусылар фекере. Халыҡты бушҡа йәки юҡ ҡына хаҡҡа эшләтеүҙе «буштың атаһы үлгән» принцибына нигеҙләнгән капиталистик ҡоролоштан өҫтөнлөгө һис кенә лә ышандырмай. Зиновьев үҙе үк, «тормош ауыр булғанлыҡтан, кешеләр ауылдарҙан ҡалаларға тартылды», тип тора бит.

«Окоп хәҡиҡәте» – әсе хәҡиҡәт

Иң күләмле һәм ҡан ҡойошло сит илдәргә «яңы тәртип» алып барған фашистар менән яғалаш тураһында хәҡиҡәтте ул ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаған кешеләр генә асып һалырға һәләтлелер. 40-сы йылдарҙа ундайҙар миллионлап булһа, хәҙер бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалып бара. Бөйөк Ватан һуғышының сираттағы йыллығы байрам ителер алдынан «Новая газета» белорус яҙыусыһы яугир Василь Быковтың хатын баҫтырып сығарҙы. Ул Эрмитаждың сәнғәт белгесе, элекке яугир Н. Никулиндың «Һуғыш тураһында хәтирәләр» тигән китабы сығыу айҡанлы яҙылған. «Әлбиттә, һуғыш хәҡиҡәте фән тарафынан да, сәнғәт тарафынан да яҡтыртылманы, ул, моғайын, шулай тарихҡа китеп барыр инде, – тип яҙа белорус яҙыусыһы. – Йәш быуын бөгөн баштан-аяҡ үҙ мәшәҡәттәренә сумған, ә һуғышты үҙ иңендә үткәргән ололар һуғыш хәҡиҡәтен һәм ғәҙеллекте асып һалырға булышлыҡ итмәҫ, тип ҡурҡам. Сөнки улар хәҡиҡәтте йәшереү, уны мифҡа ҡоролған пропагандаға алмаштырып, үҙҙәрен герой итеп күрһәтергә тырыша».

Гәзит шулай уҡ Никулиндың китабынан өҙөктәр ҙә килтерә. Улар менән ҡыҫҡаса булһа ла танышыу, моғайын, артыҡ булмаҫ. «Погостье (Ленинград фронты – М.Х.) янында армия тормошоноң үҙенсәлекле ритмы барлыҡҡа килде, – тип хәтерләй яугир. Төндә позицияларға өҫтәмә көс килә: биш йөҙ, мең, ике-өс мең кеше йә диңгеҙселәр, йә Себерҙән марш роталары йәки Ленинград блокадаһыныҡылар. Иртән дошман окоптарын һирәк-һаяҡ артиллерия утына тотҡандан һуң, улар һөжүмгә күтәрелә лә тимер юл буйында ятып ҡала. Тәрән ҡарҙы ауырлыҡ менән йыра-йыра, гөбөргәйел аҙымдары менән хәрәкәт итә улар, сөнки хәлдәре юҡ, айырыуса Ленинградтан килеүселәрҙә. Көрт – билдән юғары, шуға күрә мәйеттәр йығылмай, аяғүрә тиерлек ҡатып ҡала. Иртән уларҙы яңы яуған ҡар күмеп китә. Тағы ла һөжүм, тағы ла мәйеттәр. Шулай итеп, үлектәр бер-береһенең өҫтөнә ҡатлана барып, яҙ етеү менән ҡарҙан әрселгән ерҙә бөксәйгән, өҙгөләнеп-теткеләнеп бөткән кәүҙәләр хасил була. Хатта әрҙәнәләргә өйөрлөк...»

Погостьелағы һуғыштар ниндәйҙер дәрәжәлә бөтә урыҫ-герман фронтына хас, тип дауам итә автор. Барлыҡ урындарҙа ла – төньяҡта, көньяҡта, Ржев һәм Иҫке Русса тирәләрендә үҙҙәренең Погостьелары булды. Күптән түгел миңә бер немец ветеранының ҡайһы бер пулеметсыларҙың алмашыныуы тураһында һөйләне. Ысынлап та, кеше үлтереү анһат түгел икән, һин түшәп һала тораһың, ә улар килә лә килә, һәм бының осо-ҡырыйы күренмәй. Mәйеттәр тимер юл буйлап ҡына һибелмәгән, бөтә тирә-яҡ тулы үлек. Уларҙың күплеген күреп, сәсең үрә торорлоҡ. Ерҙең өҫтөндә генә ятҡандарының гимнастерка менән салбарына ҡарап, уларҙың 1941 йылдың көҙөндә һәләк булыуы беленә. Өҫтөнә ҡара бушлат, шундай уҡ төҫтәге киң салбар кейгәндәре – диңгеҙ пехотасылары. Тағы ла өҫтәрәк – һөжүмгә 1942 йылдың ғинуар-февралендә барған тун һәм быймалы Себер һуғышсылары. Уларҙың өҫтөнә мамыҡ фуфайка, сепрәк бүрекле сәйәси һуғышсылар ауған. Былары – Ленинградтан. Иң өҫтә – шинелле, маскхалатлы каскалы һәм каскаһыҙ мәйеттәр...

Никулин хәтирәләрендә тойғоларға урын юҡ, «окоп хәҡиҡәте»нең тағы ла бер вәкиле яҙыусы Виктор Астафьев хистәрен йәшереп тормай. Бөйөк Еңеүҙең 65-йыллығы айҡанлы шул уҡ гәзиттә баҫылған «Только преступники так могли сорить народом» тип аталған яҙмаларында ул, «әйткәндәй, кем Жуковҡа саҡлы барып етә, шул «вариҫ» түгел, ә ысын-ысындан урыҫ яҙыусыһы булырға хаҡлы. Ул, ул һәм иптәш Сталин урыҫ халҡы менән Рәсәйҙе һуғыш утында яндырҙы. Һуғыш тураһында һөйләшеүҙе тап ошо ауыр ғәйепләүҙән башлау кәрәк, ул хәҡиҡәттең үҙе буласаҡ. Әммә беҙҙең ул көндәргәсә йәшәр хәлебеҙ ҡалманы. Халҡыбыҙҙың һәләкәте тураһында, шул иҫәптән һуғыш хаҡында, барлыҡ хәҡиҡәтте һис юғында уның мөһим өлөшө тураһында һөйләргә аҡылыбыҙ, көсөбөҙ һәм ҡыйыулығыбыҙ етмәйәсәк», – тип әсенә элекке яугир.

Икенсе бер хатында яҙыусы, «беҙгә Сталин һәм ура! тураһында уй ҙа инеп сыҡманы. Тиҙерәк ауырға ла йоҡоға талырға. Арыу-талыуҙан, күҙҙәре һуҡырайыуҙан бик күп һуғышсы һәләк булды, – тип дауам итә. – Хәлдән тайып, аҡылдан яҙыр сиккә еткәс, башта бер генә уй-теләк бөтөрөлә: «тиҙерәк үлтерһен ине, ҡотолор инем, исмаһам». Шул уҡ ваҡытта тылдағы хеҙмәттәр күбәйә барҙы, комиссарҙарға – өсәр машина: кәңәшмәләргә йөрөү өсөн еңел автомобиль. Kүбеһендә буяуҙары балҡып торған «виллис», хатта иҫкерергә лә өлгөрмәне. Беҙҙең бригада комиссарында хатта буяуы ла американдарҙыҡы, шул саҡлы сифатлы, ә өсөнсөһө йөк машинаһы, «студебеккер» – уларҙа ялҡынлы телмәрҙәр баҫыу өсөн оҙон ҡағыҙҙар ҡуйылған яҙыу машинкалары һәм файҙаланыу срогына ҡарап «дауаланыу»ға ебәрелгән күп тигәндә 18 йәшлек секретарь ҡыҙҙар…

Артабанғы юлдар генералға тәғәйенләнгән: «Маҡтаныуҙан арымаған һеҙҙе һәм башҡа генералдарыбыҙҙы мин яҡшы аңлайым, сөнки башҡалар маҡтамаясаҡ. Урыны юҡ.... Һеҙ һәм һеҙгә етәкселек иткән полководецтар бик насар һуғышсы булды, уның башҡаса булыуы ла мөмкин түгел, сөнки кешелек яралғандан бирле иң эшлекһеҙ армияла һуғыштылар. Фашизмды һеҙ ҙә, мин дә түгел, ә күп ғазаптар кисергән халҡыбыҙ ҡыйратты. Фашизмды уның ҡанына батырып, мәйеттәр менән күмеп ташланылар. Енәйәтселәр генә шулай, халҡын сүп урынына ла күрмәй, юҡҡа сығарыр. Әҙәм аҡтыҡтары ғына армияны ҡурҡыуҙа, шиктә тотор – барлыҡ махсус бүлектәр, смерштар, 1-се, 2-cе, ...се бүлектәр сиған таборын хәтерләткән штабтар. Ә штраф роталары, заградотрядтар? Ә 227-се бойороҡ? Ошолар өсөн генә һуғыштан һуң барлыҡ Кремлде ҡыуып таратырға кәрәк ине...»