Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Йәдкәр БӘШИРОВ

БӨЙӨК БАШҠОРТ ИЛЕ

4. Ишем ханлығы

Ишем ханлығы тарихы тулыһынса өйрәнелмәгән.

VIII – XII быуаттарҙа башҡорттарҙың бер төркөмө Урал тауҙары һәм Иртыш арауығының төньяғындараҡ, Обь йылғаһы бассейынында урынлашып, Ишем ханлығы тип шартлы рәүештә аталған ырыуҙар союзы барлыҡҡа килә (Г. Л. Фәйзрахманов. Ҡаҙан татарҙары тарихы. Ҡаҙан. 2002. 117–136-сы биттәр). Ишем ханлығы булыуы һәм унда башҡорт ырыуҙарының йәшәүе Иртыштың һул яҡ яры Мөйтән бейҙең олоҫона инеүе менән аңлатыла. Мөйтән бейгә был ерҙе Сыңғыҙ хан «мәңгелеккә» беркетә (тимәк ханлыҡ «шартлы» түгел), һәм был мәғлүмәт беҙгә тарихи Башҡортостандың сиктәрен билдәләргә мөмкинлек бирә (110, 446-сы бит).

IV. I. Бөйөк Башҡорт иле

Был ҙур территорияла башҡорт ҡәбиләләренең көн итеүе, башҡорт халҡының бик боронғо булыуы хаҡында тарихи сығанаҡтар һөйләй. Б.э.т. Уралда Аслан батшаның улы Бөрйәндең үҙенең «бөрйән» тип аталған көслө урҙаһы менән йәшәүе билдәле.

Б.э.т. VII быуатта данлыҡлы Буртас Сармат батша ассирий батшаһы Шумер Ассарходдондың (б.э.т. 680 – 669 й.й.) ҡыҙына өйләнә. Ул Саҡ төркөмөнә ҡараған Ҡаҙағстандың көньяғы өсөн талашҡан ике төркөм – ҡыпсаҡтар менән мәсәғүттәр – араһында барған ыҙғышҡа ҡушыла. Ҡыпсаҡтар еңелә һәм улар Буртасҡа үҙҙәрен мәсәғүттәрҙән алыҫыраҡ урынға күсереүен үтенә. Буртас Ҡара диңгеҙ буйында йәшәүсе кимерейҙарға ҡыпсаҡтарға үҙ ерҙәренең яртыһын биреүҙәрен һорай. Тегеләр баш тартҡас, Буртастың улы Маджи кимерейҙарҙы тулыһынса ҡыйрата. Буртастың ҡайныһы Ассарходдон Уралда йәшәүсе кейәүенә элек тә яҡын көнсығыштағы афразийҙарҙың ерҙәрен яулашырға ярҙам итеүен һораған булған. Буртас ҡайныһын «үҙ шумеры» итеп күргән, шуға күрә ул Маджи улын ғәскәр менән ярҙамға ебәргән. Кимерейҙарҙы ҡыйратҡан өсөн Ҡамыр батыр тигән данлыҡлы исем алып өлгөргән Маджи 653 (б.э.т.) йылда мидийҙарҙы ҡыйрата һәм шумерҙар менән ҡушыла.

Тәүрат (Библия) Маджи ғәскәре баҫып алғандан һуң Афразия халҡы ниндәй тетрәнеү кисергәнен шулай һүрәтләй: «Бына төньяҡ илдән халыҡ килә... ҡулдарында уҡ-һаҙағы һәм ҡыҫҡа һөңгөләре, улар аяуһыҙ, бер кемде лә йәлләп тормайҙар! Улар диңгеҙҙәй ажғыра, аттарҙа сабалар, бер кеше кеүек рәткә теҙеләләр... Улар хаҡында ишетеү менән ҡулдарыбыҙ һәленеп төшә, беҙҙе болот һәм ҡайғы баҫа... дошман ҡылысы һәр яҡтан да үлем менән янай» (улар Урал тауҙарында йәшәүсе башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары – Й.Б.). Египет фирғәүене Маджиға һалым түләп саҡ ҡотола. Улар 28 йыл буйына Яҡын Көнсығышта хакимлыҡ итә. Һуңынан скифтар башлығы Мидиҙың ғәмһеҙлеге һөҙөмтәһендә 625 йылда ғәскәрҙәренең төп көсө ҡыйратыла һәм Маджи үҙенең ғәскәрен кире Волга-Урал Иҙеленә йүнәлтә. Ҡайтҡас, Маджи Иҙел буйындағы ерҙәрен өс өлкәгә бүлә: Волга менән Ағиҙел арауығы, Волганың һул яры һәм түбәнге ағымы, Волга менән Яйыҡ арауығы (34, 340-сы бит). «Ағиҙел буйына хондарҙың беренсе хакимы Ҡама батыр килә һәм Биләр дәүләтен ойоштора, халыҡтың ҙур өлөшө уны хан итеп таный. Ә инде Бесер бей хан булған заманда илдә йәшәүселәрҙе бесермәндәр тип атағандар. Улар хон (башҡорт) телендә һөйләшкән. Власҡа Бүлемәр килгәс, илдә йәшәүселәр бүләрҙәр тип аталған» (34, 314-се бит).

Көнбайыш Төрөк ҡағанаты осоронда төрөктәр төньяҡта Бөрйән бейлеге ойошторорға рөхсәт бирә. Унда 605 йылдан алып Бөрйән Сылбырҙың улы Төпшәк хакимлыҡ итә. Төпшәк 15 йылдан һуң вафат була, тәхетен өлкән улы Буйъюрғанға ҡалдыра.

VII быуаттың уртаһына көнбайыш Төрөк ҡағанаты йәшәүҙән туҡтай һәм уның Европа өлөшөндә Дуло династияһы етәкләгән Болғар дәүләте, Ашин төрөктәре династияһы етәкләгән Хазар дәүләте барлыҡҡа килә. Ошо саҡта башҡорттарҙың боронғо ата-бабаларын тәшкил итеүсе ҡәбиләләр төркиҙәр һәм болғарҙар килгәнсе үк көнсығыш Европа һәм урта Волга буйын биләй. Болғарҙар һан яғынан һәм хәрби көс буйынса хазарҙарға ҡарағанда күпкә юғары була (203, 125-се бит). Урта Волга буйына килгән Хазар болғарҙары урындағы көнбайыш башҡорттар менән яйлап ҡушыла. Хазар Болғарияһы составына ингән болғар ҡәбиләләре артабан бер дәүләттең халҡы булып китә. Бында «болғар» атамаһы йыйылма этноним ролен үтәй.

Болғарҙарға башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары булған хонтурсылар, унығырҙар, утриғорҙар, ҡотриғурҙар, биләрҙәр, бөрйәндәр, шулай уҡ сыуаштар, фин-уғыр вәкилдәре һ.б. ҡараған (155, 11-се бит). Башҡорттарҙың боронғо ата-бабаларына ҡараған хонтурсылар, биләрҙәр, бөрйәндәр вәкиле Болғарҙың хакимы булып китеүе хаҡында Салауат Хәмиҙуллиндың фекере менән тулыһынса килешергә мөмкин (203, 159-сы бит), ханлыҡҡа ҡараған башҡа ҡәбиләләр араһында улар кеүек ҡеүәткә эйә берәмектәр булмай. Шуға күрә лә «болғар» атамаһы тиҙҙән телдән төшөп ҡала башлай. VII быуаттан үҙ аллы боронғо башҡорт дәүләттәре, конфедерацияға берләшеп Тамта дәүләтен барлыҡҡа килтерә. Ә инде XI – XII быуаттарҙа легендар юлбашсы Башҡорт хан тарих аренаһына сыҡҡас, күп кенә ырыу-ҡәбиләләр уның ҡанаты аҫтында Евразияның төньяғында бөйөк державаны барлыҡҡа килтерә. Боронғо башҡорттарҙың ата-бабаларын тәшкил итеүсе уғырҙар «башҡорт» атамаһын ала. Бөйөк Башҡорт иленә Урта Волга – Урал – Евразияның Көнбайыш Себер өлөшөндә йәшәүсе табын, барын, бөрйән, ғәйнә, иштәк, бәшәнәк һәм башҡа ҡәбиләләр инә. Мәшһүр әрмән тарихсыһы Гевонд (VIII б.) яҙыуынса, был дәүләттең төп халҡын башҡорттарҙың боронғо ата-бабаларынан хонтурсылар, бүләрҙәр, ҡоман-ҡыпсаҡтар, бөрйәндәр тәшкил иткән.

Болғарҙар менән тығыҙ аралашып йәшәүсе бөрйәндәр һәм башҡа уғыр-башҡорт ҡәбиләләре йәшәү рәүеше буйынса Болғар дәүләтендә йәшәүсе халыҡтар менән бер үк кимәлдә торған (Хвольсон, 1869, 25-се бит). Тәүҙә Болғар императоры Могер көнсығышҡа әллә ни әһәмиәт бирмәгән. Ул: «Төркөттәр беҙгә ниндәй зыян килтерә ала инде? Бер нисә туғайлығыбыҙҙы ғына баҫып алһа алырҙар», – тигән. Тик башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары үҙҙәренә генә хан һайлап ҡалмаған, йыш ҡына Болғар хандарының яҙмышы ла уларға бәйле булған.

ХII быуат урталарында, дөрөҫөрәге, 1131 – 1153 йылдарҙа, Әбү Хәмид әл-Ғәрнәти исемле ғәрәп ғалимы Андалузиянан (хәҙерге Испания провинцияһы) Көнсығыш һәм Үҙәк Европаға сәйәхәт итеп ҡайта һәм хәтирәләр яҙа. Очерктарҙың береһе «Мөгриб гән бәғзе ғәжәйеп әл-Мәғриб», икенсеһе «Тәуарихи Болғарийә» тип атала» (15, 291-се бит).

ХIV быуаттың карталарын өйрәнеүсе Ф. К. Брун боронғо Паскарти (Башҡорт) ҡалаһын башҡорттар менән бәйләгән, ә «ХIII – ХIV быуаттарҙа Алтын Урҙаның тарихи географияһы» монографияһы авторы В. Л. Егоров пашкерти атамаһын «урта быуат сығанаҡтарындағы башҡорттар атамаһының бер варианты тип иҫәпләй» (Р. Буканова, «Өфө» журналы. 2011 й., №8, 41-се бит). Тажитдин Ялсығол әл-Башҡорди (1767 – 1838) үҙенең «Болғарҙар хаҡында тарихи яҙма», «Тарихнамә һәм Болғар» тигән хеҙмәттәрен дөйөм тарих хаҡында яҙыуҙан башлап, төрки ҡәбиләләрҙең, башҡорттарҙың, болғарҙарҙың Ислам динен ҡабул итеүе тураһында бәйән ҡыла. Хеҙмәтенең аҙағында ул башҡорт шәжәрәләрен килтерә. Шәжәрәһенән күренеүенсә, Тажитдин үҙенең сығышын Әйле, дөрөҫөрәге, Әйленең бер тармағы булған Көҙәй ырыуына бәйләй. Ун ике-ун өс йәшендә хажға барыусы атаһына эйәреп сығып китә һәм, бер нисә йыл Төркиә һәм Әстерхан яҡтарында булғандан һуң, ҡайтып килешләй атаһы үлгәс, уның, ҡәберемде (Сөн ауылы) ташлама, тигән васыятын тотоп, бөтә ҡалған ғүмерен Мамадыш һәм Минзәлә өйәҙҙәрендә (хәҙерге Татарстан биләмәһендә) үткәрә. Татарстандың Зәй районндағы Имәнле баш ауылы зыяратында ерләнгән (15, 412-се бит).

Билдәле булыуынса, хәҙерге Өфө ҡалаһы тирәһендә (уның атамаһы үҙгәргән, Башҡорт хан хакимлыҡ иткән осорҙа ҡала «Башҡорт» тип аталған) башҡорттар ҡәлғәләр һәм нығытмалар төҙөгән. М. Өмөтбаев яҙыуынса, ҡыпсаҡтарҙың ғәскәр башлығы Яуыш хан төҙөлөш менән үҙе шәхсән шөғөлләнгән. Башҡорттарҙың боронғо дәүерҙәрҙән алып йәмғиәт, берләшмәләр төҙөүҙәре хаҡында хатта боронғо «Авеста»ла бөрйән ырыуы миҫалында бәйән ителә (М. Өмөтбаев, 1984, 190 – 200-се биттәр). Ошо ҙур территорияла башҡорттар йәшәүе, уларҙың бер нисә дәүләте булып, һуңынан бер Бөйөк Башҡорт иле барлыҡҡа килеүе – тарихи хәҡиҡәт, тик фән донъяһы был хаҡта әйтергә һаман да ҡыймай килә. Мәҫәлән, «Көнһәл әл-әхбәр» тигән төрөк сығанағында башҡорттарҙың ҡасандыр 70 ҡалаһы һәм ҡәлғәһе булыуы әйтелә. Башҡорттарҙың «эске» һәм «тышҡы» төркөмдәренә бүленеүе хаҡында IX – X быуаттарҙа йәшәүсе ғәрәп ғалимдары яҙып ҡалдырған, уларҙы системаға һалып әл-Иҙриси баҫып сығарған. Ул түбәндәгесә яҙа: «Тышҡы башҡорттар» – тарихи Башҡортостандың көньяғындағы урманлы-далалы ҙур майҙанды, «эске башҡорттар» төньяҡтағы таулы-далалы майҙанды биләгән». Әл-Иҙриси башҡорт хандарын Намжан, Гүрхан, Ҡараҡыя, Ҡасра, Масра ҡалаларының хакимдары итеп күрһәтә. Улар араһынан бигерәк тә төҙөгө итеп Намжан ҡалаһын атай. Тап ошо Намжан ҡалаһы ҡалдыҡтарын беҙ Башҡорт ҡалаһы итеп күрәбеҙ ҙә инде. Намжан: «...уның ҡарамағында – күп һанлы ғәскәр, ҡоролмалар һәм ҡоралдар, оҙон һуҙылған эшкәртелгән ерҙәр»  (И. Г. Коновалова, «Әл-Иҙриси көнсығыш Европа илдәре һәм халыҡтары хаҡында», М. – 2006, 123 – 124, 128-се биттәр). Унан биш ҡәлғә, кеше йәшәгән 10 асыҡ урын һәм бер нисә ҡурғандан торған ҡәберлек һаҡланып ҡалған.

V быуаттан алып ХVI уртаһына тиклем йәшәгән Өфө-II был ҡалалар араһында иң ҙуры һәм үҙәктәгеһе булып һанала. Эксперт булып сығыш яһаусы Мәскәү археологтары был ҡаласыҡ комплексын көнсығыш Европаның урта быуаттарға ҡараған ҡалалары араһында иң ҙуры тип билдәләне. Урта быуат сығанаҡтарында «Башҡорт» тип билдәләнгән ҡаланың хәҙерге Өфө ҡалаһы икәнлегенә шик ҡалмай. Башҡорт ҡалаһы Бөйөк Башҡорт иленең сауҙа-иҡтисади, мәҙәни-сәйәси баш ҡалаһы булып торған. «Башҡорт» атамаһы ҡалаға нигеҙ һалыусыларҙың башҡорттар икәнлеген раҫлай. Башҡорт халҡы, башҡорт иле төшөнсәләре IХ – Х (ХII) быуаттарҙа уҡ көньяҡ Урал төбәгендә рәсми рәүештә йәшәгән.

Башҡорттар ул заманда яҡын һәм алыҫ күршеләре араһында оҫта мәғдәнселәр, ҡорал яһаусылар булараҡ дан алған, уларҙың тауары донъя баҙарында ҙур ихтыяж тыуҙырған (Н. А. Мәжитов, 2010). Әл-Иҙриси төҙөгән картала сауҙаһы һәм иҡтисады ныҡ үҫешкән «тышҡы» башҡорттар «Ҡумания» тип күрһәтелгән. И. Г. Коноваловаға ярашлы, Иҙриси картаһында Табуни тигән ҡалаһы булған Бәшәнәк иле Вятка йылғаһы буйында көн иткән. Уларҙы вятчандар тип йөрөткәндәр. Көнбайыш Европа сығанаҡтарында Ҡумания – половецтар (һары ҡыпсаҡтар) иле тип билдәләнгән (Д. А. Расовский «Половецтар», 1935, 252-се биттәр).

Рыбаков үҙенең «Иҙрисинең 1154 йылғы картаһында урыҫ ерҙәре» тигән хеҙмәтендә Рустың, Ҡуманияның һәм Болғарҙың төньяҡ өлкәләренә иғтибар бүлгән (Рыбаков Б. А., 1952, 43-сө сығ., 12-се бит). Ҡумания Бөйөк Башҡорт иле составына ингән. Ҡайһы бер авторҙар 1260 – 1400 йылдарҙа «Балыҡ» кенәзлеге барлыҡҡа килгән тип иҫәпләй. Унда Румынияла һәм Сербияла йәшәүсе ҡундар тип аталған венгр ҡәбиләләре хаҡында һүҙ бара.

Ҡыпсаҡ дәүләтенең тышҡы тарихы көнбайыш һәм көньяҡ күршеләр менән тәхет өсөн туҡтауһыҙ һуғыштарға бәйле булған, был тарихтың бер өлөшө Рәсәй тарихына бәйле. Дәүләттең мәҙәни баш ҡалаһы булып борондан Византия һәм көньяҡ Европа менән бәйләнештә йәшәгән, сәскә атыусы, бихисап ҡалаларҙы хасил итеүсе Ҡырым ҡалаһы торған.

Бәшәнәктәр Византия империяһына ҙур хәүеф менән янай. Император Алексей ғәскәре уларҙан бер тапҡыр еңелә. Икенсе тапҡыр бәрелешкәндә ул икенсе төрки телле ҡомандарҙың (половецтарҙың, венгерса – куноктар) йоғонтоһон һатып алыу арҡаһында ҡыйратылыуҙан ҡотолоп ҡала.

Византияның халҡы ҡатнаш була. Йыл һайын октябрҙә үткән йәрминкәгә Ҡырымға Бағдадтан, Месопотамиянан, Египеттан, Фәләстандан, Рәсәйҙән, Венгриянан, Бәшәнәктәр иленән, Италиянан һәм Испаниянан сауҙагәрҙәр ағыла (233, V т., 94-се бит).

Кесе Азия беренсе христиан иле булып китә. Диңгеҙ буйында Рим империяһы, шул уҡ ваҡытта бөтә донъя христиан дине барлыҡҡа килә. 285 йылда Рим императоры Диоклетиан Византия империяһын дүрт өлөшкә бүлә. 305 йылда ул хакимлыҡтан баш тарта һәм үҙ-ара һуғыш һөҙөмтәһендә тәхеткә Константин эйә була. Византийҙар үҙҙәрен «гректар» тип атап йөрөтә башлай (209, 121-се бит). Византия империяһының дәүләт идеяһы Римдеке булып ҡала. Ғәскәргә һундар, әрмәндәр, хазарҙар, болғарҙар, фарсылар ҡабул ителә (233, 49-сы бит).

568 йылда Юстиниана батшалыҡ итә башлағас, Византия менән төрки донъя яҡынлаша. Төрки ҡәүемдәр Византия баҙарына ебәк сығарыуҙы яйға һалыр өсөн илселәр ебәрә. Төньяҡ Ебәк юлы уғыр-башҡорттар биләмәһе аша үтә. Данлыҡлы Ебәк юлы варягтарҙан алып гректарға тиклем Дәште Ҡыпсаҡ дәүләте аша үтеп, Византияға тиклем һуҙыла.

Лев Исавр 732 йылда улын ҡағандың ҡыҙы Сәсәккә өйләндерә. Ҡыҙ гректарҙың диненә күсеп, Ирина исемен ала. Тап ошонан һуң Дәште Ҡыпсаҡ төрөктәренә грек христианлығы килә, улар византийҙар менән сауҙалаш булып китә (6, 325-се бит).

Тарихи аренанан ҡыпсаҡ-ҡоман хандары китеү менән Дәште Ҡыпсаҡ империяһы бер нисә кенәзлеккә тарҡала. Был халыҡтар башҡа ҡәбиләләргә ҡушыла (234, 171-се бит). 1423 йылда Рим империяһы бәләкәй дәүләт булып ҡала. Төрөктәргә ҡаршы һуғышта Византияның һуңғы императоры Константин XI (1449 – 1453) һәләк була. Төрөктәр Византия империяһының вариҫына әйләнә.

Шулай итеп, урта быуаттарҙағы Бөйөк Башҡорт иленең баш ҡалаһы – Башҡорт ҡалаһы – урынында киң тикшеренеү,археологик ҡаҙыу эштәре алып барыу һөҙөмтәһендә фәндә тәүге тапҡыр башҡорт халҡының, уның V – XVI быуаттарҙа дәүләтселеге барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше мәсьәләләрен документаль нигеҙҙә билдәләргә мөмкин булды. Алда әйтелгәнсә, IX (ХII) быуат уртаһында төрки ҡәбиләләр берләшмәһенең башында Башҡорт хан торғас, унда ингән бөрйәндәр, юрматылар, үҫәргәндәр, табындар, тамъяндар һ.б. үҙҙәренең ырыуына ҡарауы менән бер рәттән киңерәк Башҡорт берекмәһе ағзаһы икәнлегендә, Башҡорт хан кешеһе булыуын да танырға тейеш булған. Монгол осоронан һуң башҡорттарҙың дәүләтселеге тарихи аренала Башҡорт иле төшөнсәһе менән алмашына, был осраҡта болғарҙарҙың роле яйлап кәмеп, «башҡорт-болғар» төшөнсәһе алға сыға. Был Әбелғази хандың татар тарихы хаҡындағы яҙмаһында сағылыш таба (140, 282-се бит). Иҙел-Болғар менән, асылда, башҡорттар идара итә. Мәҫәлән, Бершөттән һуң Иҙел-Болғар, уның улы Хәлжә (ул олуғбек булып китә), уны – улы Урмат, Урматты – улы Бурат, Буратты – улы Алат, Алатты – улы Айбат, Айбатты – улы Һаҡсы, Һаҡсыны – улы Тулсы, Тулсыны – улы Туҡ алмаштыра. Туҡ 32 йыл (833 – 865) хакимлыҡ итә (131, 123-сө бит).