Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Рәшит Шәкүров

Тарихҡа яңыса ҡараш

Йәдкәр Бәшировтың был китабы урта Волга, Урал һәм көнбайыш Себер халыҡтарының урта быуаттағы этник тарихын өйрәнеүсе монография булып тора. Был теманы автор 2013 йылда донъя күреп, йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған “Урал һәм Волга буйы халыҡтары тарихына яңы ҡараш” тигән хеҙмәтендә өйрәнә башлағайны. 2014 йылдың февралендә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡортостан Республикаһының милли китапханаһында танылған башҡорт ғалимдары, яҙыусылары, шағирҙары һәм журналистары ҡатнашлығында шул китаптың исем туйы үтеп, унда был хеҙмәт үҙенең юғары баһаһын алғайны.

Бына хәҙер беҙҙең алда яңы, ҙур күләмле хеҙмәт, унда тәүге тарихи китаптың төп положениелары артабан, тағы ла тәрәнерәк үҫеш алған. Автор үҙенең был яңы хеҙмәтендә иғтибарын айырыуса “уғыр”(югра) төшөнсәһенә йүнәлтә, башҡорт халҡының этник тамырын Уралдың һәм көнбайыш Себерҙең ханты-мансилар һ.б. халыҡтары тарихы юҫығында өйрәнә. Шул уҡ ваҡытта ул башҡорттарҙың боронғо ата-бабаларының килеп сығышының уғыр концепцияһын ышанырлыҡ итеп нигеҙләй һәм бының менән башҡорт халҡының иң боронғо тарихын өйрәнеүҙең яңы этабында беҙҙе тағы ла бер тапҡыр был проблемаға әйләнеп ҡарарға мәжбүр итә. Шуныһы ҡыуаныслы: көнбайыш Европа тарихсылары менән бер рәттән күренекле башҡорт ғалимы, мәғрифәтсеһе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев та шундай уҡ ҡарашта булған, ул боронғо башҡорттарҙы “башуғырҙар”, йәғни “төп уғырҙар” тип атаған.

“Башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары, – тип яҙа автор, – уғыр тамырлы, уларҙың биләгән территорияһының үҙәге Уралда булған. Шуға күрә башҡорттарҙың боронғо ата-бабаларының күп һанлы ҡәбиләләрен уғыр төркөмөнә индереү үҙенән-үҙе аңлашылған мәсьәлә. Уларҙың теле Урал ғаиләһенең Обь-уғыр тармағына ҡараған төрки нигеҙле тел. Тимәк, башҡорт этносының нигеҙен тәшкил итеүсе боронғо ҡәбиләләр уғырҙар булған һәм уларҙың тарихи ватаны Волга-Кама араһында һәм шуға яҡын ятҡан территорияларҙа урынлашҡан, улар таш быуаттан алып шул ерҙәрҙә көн иткән. Артабан улар ошо ерҙән Евразия киңлектәренә таралған. Шунан һуң күп һанлы башҡорт ханлыҡтары барлыҡҡа килеп, улар Бөйөк Башҡорт иленең айырым өлөштәрен тәшкил иткән...”

Ырыу-ҡәбилә составының берҙәмлеге һәм күп төрлө булыуы башҡорт тарихының уникаль күренешен тәшкил итә. Башҡорттар үҙ тамырында уғырҙар булараҡ, үҙенең составына күп һандағы боронғо төрки телле һәм иран телле ырыуҙарҙы һәм ҡәбиләләрҙе ҡабул иткән.

Үҙеңдең ырыу тамырҙарыңды белеү борон-борондан йәш быуынды тәрбиәләүҙәге мотлаҡан талап булған. Был фекерҙе үҙенең хеҙмәттәрендә М. Өмөтбаев та яҙа. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында Башҡортостанда тарихи хәтерҙе тергеҙеү, милли үҙаңды уятыу маҡсатында башҡорт ырыуҙары хәрәкәте башланыуы һис тә осраҡлы күренеш булманы. Шул уҡ ваҡытта күп кенә ырыу-ҡәбиләләрҙең тарихы иң боронғо дәүерҙәргә барып ялғана, хатта ундағы ҡайһы бер мәғлүмәттәр “башҡорт” этнонимына ҡарағанда ла “боронғораҡ”. Былар барыһы ла башҡорттарҙың боронғо тарихын өйрәнеүҙә асҡыс булып тора. Быны Йәдкәр Бәширов бик оҫта файҙаланған. Ул “Бөйөк Башҡорт иленең халыҡтары” тигән махсус бүлеген Бөйөк Башҡорт илен барлыҡҡа килтереүсе өс тиҫтәнән күберәк иң эре башҡорт ырыуҙарын һәм ҡәбиләләрен өйрәнеүгә бағышлаған.

Башҡорттарҙың ата-бабалары булған уғырҙар йәшәгән ерҙәрҙең географияһы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, бында автор күп һандағы фактик материалдар, карталар, иллюстрациялар, схемалар, шәхестәрҙең фотоһүрәттәрен килтерә.

Й. Ә. Бәширов башҡорттар тарихының иң боронғо дәүерҙәренә үтеп инеп, был боронғо халыҡтың барлыҡҡа килеүенең һәм үҫешенең тулы картинаһын тыуҙырып, үҙенең тикшереүен яңы дәүергә тиклем алып килеп еткерә алған. Хеҙмәт алынған тема буйынса ғәйәт күп һандағы, фәнгә күптән таныш булған һәм Урал-Волга буйының боронғо ғалимдарының бөгөнгәсә беҙгә аҙ таныш булған (мәҫәлән, Бахши Иман әл-Болғариҙың йылъяҙмалар йыйынтығы, 1680 йылда яҙылған “Йәғәфәр тарихы”, “Нариман тарихы” китаптары һ.б.) тәүсығанаҡтарға таянып башҡарылған. Үҙенең һығымталарын нигеҙләр өсөн автор археология, этнография, топонимика мәғлүмәттәренә мөрәжәғәт итә, генетика буйынса өр-яңы мәғлүмәттәрҙе, мифтарҙы һәм эпостарҙы (“Урал батыр”, “Аҡбуҙат” һ.б.) файҙалана. Географик атамаларҙы Йәдкәр Бәширов башҡорт-уғырҙарҙың көнбайыш һәм Көньяҡ Уралда, шулай уҡ Евразияның көнбайыш һәм төньяҡ территорияһында, йәғни Бөйөк Башҡорт илендә йәшәүҙәрен билдәләгәндә хаҡлы рәүештә өҫтәлмә сығанаҡ итеп күрә. Был тезис үҙ нәүбәтендә топонимистар тикшеренеүҙәре өсөн дә файҙалы булыуы бар.

Йәдкәр Әхәт улы Бәшировтың был хеҙмәтен башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүгә индергән ҙур өлөшө тип һанайым. Унда башҡорттарҙың боронғо ата-бабаларының уғырҙарҙан килеп сығыуы проблемаһы, урта быуаттарҙа башҡорт дәүләт ҡоролоштарының, Бөйөк Башҡорт иленең булыуы оло әһәмиәткә эйә.