Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ

Ышаныслы старт

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы грантына республика Йәш ижадсылар семинар-практикумында утыҙҙан ашыу авторҙың йөҙгә яҡын ҡулъяҙмаһы тикшерелде. Урыҫ телендә ижад иткәндәр менән «Бельские просторы» журналынан билдәле ҡәләм оҫталары Юрий Горюхин, Светлана Чураева, танылған тәржемәсе Сергей Янаки фекер алышһа, башҡорт һәм татар телдәрендә яҙыусылар секцияһында Гөлфиә Юнысова, Мәүлит Ямалетдин, Гөлнур Яҡупова, Зөфәр Вәлит, Мөнир Вафин, Салауат Әбүзәр, Илдус Фазлетдинов, Лариса Абдуллина емешле эшләне, ә инде проза буйынса Ноғман Мусин, Сабир Шәрипов, Мөнир Ҡунафин, Дилбәр Булатова һәм Рәзилә Ырыҫҡужина төплө һүҙҙәрен әйтте. Шуныһы ҡыуандыра: бөтә секцияларҙа ла остаздар йәштәр араһынан һәләтле ҡәләмгирҙәргә юлыҡты, ә бәғзеләренең ижад емештәренә фәһемле кәңәштәрен йәлләмәне.

Йыйында Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, сараны ойоштороусыларҙың береһе Зөлфиә Күскилдина, танылған әҙибә Таңсулпан Ғарипова һәм башҡалар семинарҙың юғары кимәлдә, талапсан мөхиттә уҙыуын билдәләп, иң уңышлы әҫәрҙәрҙең матбуғатта баҫылып сығасағын әйтте. Республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән семинарсыларға Мәҙәниәт министрлығының номинациялар буйынса дипломдары, Яҙыусылар берлегенең иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды.

Мәшһүр мәғрифәтсегә арнап

Башҡортостанда мәшһүр мәғрифәтсе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 175 йыл тулыуға арналған ҙур саралар үтте.

Башҡорт дәүләт университетында «Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә мәғрифәтселек үҫешенең этаптары һәм үҙенсәлектәре: филологик, философик, тарихи-мәҙәни, педагогик һәм хоҡуҡи аспекттар» тигән темаға халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция тулыһынса арҙаҡлы башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 175 йыл тулыуға арналды.

Пленар ултырышты БДУ ректоры профессор Николай Морозкин асып ебәрҙе.

Конференцияла БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет рәйесе Эльвира Айытҡолова, мәғариф министры урынбаҫары Леонид Васильев, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, БР Фәндәр академияһы академик-сәркәтибе Морат Кейекбаев, профессорҙар Ғиниәт Ҡунафин, Рәшит Ирназаров, М. Йәсәүи исемендәге ҡаҙаҡ-төрки халыҡтары Төркөстан университетынан Ергебәк Күлбәк, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Миңлеғәли Нәҙерғолов, Ирина Ҡолһарина, Әхмәт Сөләймәнов, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең эштәр идаралығы етәксеһе Фәрғәт Ҡотлобаев сығыш яһаны.

Артабан конференция эше бер нисә секцияға бүленеп дауам итте.

Икенсе көндө конференцияла ҡатнашыусыларҙың бер төркөмө М. Өмөтбаевтың тыуған төйәге – Ҡырмыҫҡалы районына экскурсияға барҙы.

Яҡташыбыҙҙың ижад кисәһе

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында яҡташыбыҙ, Татарстандың халыҡ шағиры, Ғ. Туҡай исемендәге премия лауреаты Рәдиф Ғаташтың 75 йәшлек юбилейына арналған ижад кисәһе уҙҙы.

Кисәлә шағир ижады хаҡында университет проректоры Алмаз Мостаев, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, заманында БДУ-ла бергә уҡыусы Тәлғәт Сәғитов, ТР-ҙың Дәүләт Советы депутаты, халыҡ шағиры Рәзил Вәлиев, БР Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбай, халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова һәм башҡалар сығыш яһаны.

БДПУ студенттары Лилиә Фазлыева, Әлиә Шәкирйәнова, Диана Кашапова, Зөлфирә Сибәғәтуллина Р. Ғаташтың шиғырҙарына яттан һөйләне. Кисә студенттарҙың концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Афарин, “Шоңҡар”!

“Шоңҡар” журналы интернет аша “Башҡортостан – аҡ тирмәләр иле” тигән шиғыр һөйләү бәйгеһе үткәрҙе. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың ижадына арналғайны һәм шартына ярашлы, һәр кем шағирҙың берәй әҫәрен ятҡа һөйләп, видеояҙмаһын журналға ебәрергә тейеш ине. Йәш арауығы сикләнмәгән бәйгелә 4 йәшлек балалар ҙа, пенсия йәшендәге шиғыр һөйөүселәр ҙә ҡатнашты. 50 ҡатнашыусы араһынан Сибай ҡалаһынан етенсе класс уҡыусыһы Азалия Хазиева еңеүсе тип табылды. Быға тиклем “Шоңҡар” ошондай уҡ бәйгеләрҙе Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Рәшит Назаров ижадына арнап та ойошторғайны.

"Урал батыр" Бөрйәндә

Ай башында "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү буйынса 18-се республика конкурсы еңеүселәре билдәле булды.

Быйыл да ул Бөрйән районының “Ағиҙел” ял-тәрбиә йәйге лагерында үтте. Унда 113 бала, 23 команда, шул иҫәптән Силәбе өлкәһе Арғаяш районы мәктәптәренән дә уҡыусылар ҡатнашты. Конкурстың төп призы Ишембай районының Зәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Хисмәтуллина Гөлфрүзгә тапшырылды. Бынан тыш, командалар араһында башҡорт халыҡ эпостарын сәхнәләштереү бәйгеһе уҙҙы. Бында беренсе урынды учалылар алды.

 

Лингвистика фәне һәм әҙәбиәтебеҙ ҙур юғалтыу кисерҙе:

билдәле ғалим, филология фәндәре докторы, профессор,

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы,

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры

Суфиян Шәмсетдин улы Поварисов

91 йәшендә вафат булды.

С.Ш. Поварисов II дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә Дан ордендары, миҙалдар менән наградланды,

«Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы»,

«Башҡортостандың атҡаҙанған

фән эшмәкәре»,

«Татарстандың атҡаҙанған

 фән эшмәкәре»,

«Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары белем биреү хеҙмәткәре» исемдәренә лайыҡ шәхес ине.

Ул проза, драматургия һәм публицистика жанрҙарында

айырыуса емешле эшләне.

Йәнең йәннәттә булһын, аҡһаҡал!