Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

ӘҘӘБИМӘҘӘНИ МӨХИТ

Музейҙар бәйләнеше

Арҙаҡлы мәғрифәтсе һәм яҙыусы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 175 йыл тулыуға арналған саралар Өфөлә һәм Ҡырмыҫҡалы районында үтте. Ҡырмыҫҡалы районының Иб­раһим ауылында урынлашҡан М. Өмөтбаевтың музейына Ҡырым рес­публикаһының Белогорск районынан ҡунаҡтар, яҙыусылар, ғалимдар, М. Өмөтбаев исемендәге премия лау­реаттары йыйылды. Ҡунаҡтар мәғ­рифәтсе әҙиптең һәйкәленә сәскәләр һалды. Ошонда уҡ Миәкәләге Аҡмулла музейы менән телекүпер ҙә ойош­торолдо.

Конкурстар
ҡатнашырға саҡыра
Өфөлә бөгөнгө драматургия һәм режиссура буйынса IV республика се­минар-лабораторияһына заявкалар ҡабул итеү бара. Конкурста пьеса яҙған теләһә кем ҡатнаша ала. Авторҙың тик Рәсәй гражданы ғына булыуы шарт. Тикшереләсәк әҫәрҙәр 1 октябргә тиклем ҡабул ителә. Улар рус, башҡорт һәм татар телдәрендә өс йүнәлештә ҡарала: өлкәндәр өсөн, үҫмерҙәр өсөн пьесалар, балаларға арналған пьесалар. Драмалар 40 биттән ашырға тейеш түгел. Се­минарҙы республиканың һәм Рәсәйҙең билдәле театр белгестәре алып барасаҡ.
Тағы ла бер конкурсты Башҡорт дәүләт филармонияһындағы “Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк” сатира һәм юмор театры иғлан итә. Уларға башҡорт телендә скетч, интермедия, монолог, диалог формаһындағы ҡыҙыҡ-мәҙәктәр кәрәк. Ижади эштәр 25 октябргә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәргә бүләктәр ҙә вәғә­ҙәләнгән.

Сәсән тураһында
китап
“Матбуғат донъяһы” нәшриәтендә Нияз Сәлимовтың “Халыҡ сәсәне Вә­лиулла Ҡоломбәтов” тигән китабы донъя күрҙе. Баҫма билдәле сәсән һәм мәғ­рифәтсенең тыуыуына 135 йыл тулыуға әҙерләнгән. Был китапҡа Вәлиулла Ҡоломбәтов яҙып алған Салауат Юлаев шиғырҙары, сәсәндең үҙенең ши­ғырҙары, йырҙары, ҡоба­йырҙары һәм әкиәттәре индерелгән. Әҫәрҙәрен ғәрәп теленән филология фәндәре кандидаты Рәшит Аҡкөбәков тәржемә иткән. Хәтерләйек: Вәлиулла Ҡоломбәтов – билдәле яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловтың “Арыш башағы” рома­нында төп ге­ройҙарҙың береһе.

Интернет башҡортса
“һөйләшә”
Интернет донъяһында “Башҡорт википедияһы” тигән проект киң ҡолас алды. Был йәйҙә халыҡ-ара вики-хәрәкәттең башҡорт ирекмәндәре Бөрйән районында “Вики-йәйләү – 2016” эшлекле осрашыуын уҙғарҙы. “Башҡорт википедияһы” – интернет донъяһында заман технологияларына таянып башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен арттырыу маҡсатын ҡуя. Вики-се­минарҙа башҡортса ҡуйылған белешмә-мәҡәләләрҙең яҙылышы, стиле бар­ланды, йыш ҡабатланған хаталарҙы булдырмау өсөн кәңәштәр бирелде. Әлеге ваҡытта Википедияның башҡорт бүлегендә 36 меңдән ашыу мәҡәлә бар.

Күрмәһәң,
тыңлап була
Һуҡырҙар өсөн махсус республика китапханаһында йәш яҙыусы, Ш. Бабич исемендәге премия лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыу үтте. Уның “Ҡалдырма, әсәй!” повесы ау­диокитап итеп нәшер ителгәйне. Ос­рашыуҙа автор әҫәрҙең яҙылыу тарихы, геройҙар һәм уларҙың про­тотиптары тураһында һөйләне. Осра­шыуҙа ҡурайсы Руслан Мөлөков баш­ҡарыуында милли көйҙәр яңғыраны.

Кино
еңергә өйрәтә
Өфө режиссеры Вадим Вәлиуллиндың “Кредит” тигән фильмы Рәсәйҙең ҡыҫҡа метражлы кинолары фестивалендә иң яҡшы сценарий номинацияһында еңеү яуланы. Был фильм “Кинотавр” ҡыҫҡа метражлы конкурсында ла еңгәйне. Кино йәш ҡыҙ тураһында. Ул оҙайлы кредитҡа батҡан, шул ваҡытта уның үлемесле сиргә тарыуы асыҡлана. Үлеп китһәң, страховкаң кредитты ябырға етмәйәсәк, ти уға банк хеҙмәткәре. Шуға һиңә йәшәү өсөн көрәш башларға кәрәк... Ана шулай, туғандарына банк кредитын түләүҙе ҡалдырмаҫ өсөн, ҡыҙ йәшәү өсөн көрәшергә ҡарар итә.

Ҡырымда ла
таныйҙар
Яҙыусылар Марсель Сәлимов һәм Лариса Абдуллина Ҡырым респуб­ликаһының Белогорск һәм Ялта ҡа­лаларында осрашыуҙар үткәрҙе. Улар Саки ҡалаһында уҙған “Интеллигентлы миҙгел” тигән әҙәби-музыкаль фес­тивалдә ҡатнашып, башҡортса һәм русса уҡыған шиғырҙары менән лауреат исеме яуланы. Мар. Сәлимдең “Ҡырым” жур­налында баҫылған сатирик шиғырҙары уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителгән. Былтыр Мәскәүҙә әҙиптең Ҡырым тураһында “Тишекле таш” тигән китабы сыҡҡайны.

“Башҡортостан
әҙәбиәте”
Интернетта, социаль селтәрҙәрҙә хәҙер башҡорт яҙыусыларының сайт­тары, айырым биттәре, төркөмдәре күбәйә бара. Унда әҙәбиәт буйынса бик күп мәғлүмәт табырға мөмкин. Әйт­кәндәй, “Ағиҙел” журналының да үҙ сайты һәм төркөмө бар. Яңыраҡ баш­ҡорт әҙәбиәте буйынса тағы бер төркөм – “Башҡортостан әҙәбиәте” тигән бит барлыҡҡа килде. Унда һәр кем инеп, мәҡәлә, шиғыр, фото, видеояҙма ҡуя ала, башҡа яҙмаларға фекереңде белдерергә мөмкин.