Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ

Шәхесебеҙҙе ҙурлап

Хөкүмәт йортонда БР Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендә Мостай Кәримдең 100 йыллығына әҙерлек сиктәрендә ойоштороу комите­тының тәүге ултырышы уҙҙы. Комитет рәйесе урынбаҫары, вице-премьер Сала­уат Сәғитов әйтеүенсә, юбилей саралары Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә, шулай уҡ сит ил­дәр­ҙә лә буласаҡ. Мәктәптәрҙә әҙип ижа­дына арналған олимпиадалар үтәсәк, 2019 йылда халыҡ-ара театр фестивале Мостай Кәрим ижадына бағышлана. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты менән берлектә уның әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеү эше башҡарыла. Өфөлә “Рус түгелмен, ләкин россиянмын” тигән халыҡ-ара шиғриәт фестивале үт­кәреү ҡарала.
Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәри­мова билдәләүенсә, юбилей саралары иң тәү­ҙә йәш быуынға ҡыҙыҡ булырлыҡ итеп ойошторолорға тейеш. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агент­лыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов бө­йөк шәхестең ижадын һәм тормош юлын матбуғатта яҡтыртыу саралары планы ме­нән таныштырҙы.

Ике тау – йәнәшә
Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында урынлашҡан Чегем тауҙарындағы бер түбәгә Мостай Кәрим исеме бирелде. Был хаҡта Өфөгә бөйөк әҙиптең 100 йыллығын үткәреү буйынса ойошто­ролған комитет ултырышына килгән Кавказ яҙыусылары союзы ағзаһы Кән­шәүбей Мизиев белдерҙе. “Ҡайсын Кулиев менән Мостай Кәрим тормошта ла дуҫ булды, хәҙер йәнәшә торған тауҙар ҙа улар исемен йөрөтәсәк”, – тип белдерҙе ул кәңәшмәлә.

Йәштәргә йөҙ бороп
Башҡортостан яҙыусылар союзында “Ижади лаборатория” эшләй башланы. Уның маҡсаты – союз янында йәштәр ойошмаһы эшен йәнләндереп, яҙышыусы йәштәрҙе союз эшенә йәлеп итеү. Ай һайын уҙғарылып торған ултырыштарҙа йәш ижадсыларҙың ижади эштәрен өлкән йәштәге әҙиптәр ҡатнашлығында тикше­реү, уларға баһалама һәм тәҡдимдәр биреү күҙаллана. Беренсе ултырышта Зарина Бағышаева, Таңсулпан Рәсүл һәм Айгөл Йәмилева ижадына баһаламаны шағирҙар Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбаев, Зөфәр Вәлитов һәм Салауат Әбүзәров бирҙе.

“Урал батыр”ҙы
Израилдә уҡыйҙар
1992 йылдан Иерусалимдә йәшәгән, сығышы менән Нуриман районынан булған Рауил Садиҡов “Урал батыр” эпосын иврит теленә тәржемә итеп сығарған. “Тәржемәне дүрт йыл дауамында эшләнем, оригиналдан бик ситләшмәҫкә тырыштым, – ти Рауил Садиҡов. – Китап иврит теле нормаларына тура килеүе тураһында махсус сертификат та алды. Әле мин башҡорт халыҡ әкиәттәрен тәржемәләү менән шөғөлләнәм”. Был илдә башҡорттарҙы бик белмәйҙәр икән. Хәҙер беҙҙең яҡташыбыҙҙың тырышлығы менән йәһүдтәр ҙә данлыҡлы эпосты тыуҙырған халыҡ менән таныша аласаҡ.

Уҡытыусылар менән осрашыу
Өфөнөң 127-се мәктәбендә “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәрҙәре ҡаланың башҡорт теле уҡытыусылары менән осрашты. Әңгәмә бик мауыҡтырғыс килеп сыҡты. Яҙыусылар уҡытыусыларҙың бихисап һорауҙарына яуаптар бирҙе, автограф менән китаптар таратты. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре үҙ сиратында “Ағиҙел” журналынан айырылмаҫҡа вәғәҙә бирҙе. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар бындай кисәләрҙең йышыраҡ үткәрелеүен теләп ҡалды.