Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Иҙел башы хәбәрҙәре

Белореттағы “Иҙел башы” әҙәби ойошмаһының сираттағы ултырышында ойошманың яңы ағзаларына танытмалар тапшырылды, теләктәр әйтелде. Килә­сәктә поэзия һәм проза теорияһы дәрес­әрен планлы үткәрә башлау тураһында фекер алышыу булды. Алдағы арала “Иҙел башы – юл башы” альманахының 6-сы һанын әҙерләп баҫтырырға, шиғриәт теорияһы дәресен үткәрергә, бер нисә кешенең ижад емештәрен тикшереүгә ҡуйырға һәм июнь айына тиклем “Иҙел башы” ойошмаһы ағзаларының тулы йыйынтығын тупларға ҡарар ителде.

***
Райондың Абҙаҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, профессор Тимерғәле Килмө­хәмәтов, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова, яҙыусы сатирик Венер Ис­хаҡов, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Бай­мөхәмәтов, популяр йырсы Айтуған Ғәйзуллин менән осрашты. Осрашыу бик матур тойғолар ҡалдырҙы.

Уҡырға яратабыҙ
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаға Рәсәй китап союзының Рәхмәт хаты тапшырылды. Китап союзы­ның башҡарыусы директоры Елена Старостина республиканы “Иң күп уҡыусы төбәк” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатна­шыуы һәм алдынғы урын яулауы өсөн тәбрикләй.

Назар Нәжми хөрмәтенә
Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең 100 йыллығына (1918 – 1999) уның әҫәрҙәренән торған дискылар сығарыласаҡ. Унда шағирҙың шиғыр­ҙары, поэмалары, драмалары, уның һүҙҙә­ренә яҙылған йырҙар – барлығы йөҙләп әҫәре инәсәк. Башҡортостан Республи­каһы Башлығы грантын алған проект 900 мең һумға баһалана һәм ул 2018 йылдың яҙында донъя күрәсәк.

Быуындарға ялғап быуындарҙы
“Башҡортостан” концерт залында “Быуындарға ялғап быуындарҙы, илде тотҡан телем, һүҙем бар” исемле шиғриәт кисәһе булып үтте. Төрлө быуын шағир­ҙары ҡатнашҡан был ҙур кисә Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналды һәм уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡар­ма комитеты, “Аҡ тирмә“ халыҡ үҙәге һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ойошторҙо. Бындай шиғриәт кисәләре Өфөлә матур йолаға әүерелеп бара.

Ҡотлайбыҙ!
Шағирә һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. 2005 йылдан барлыҡҡа килгән премия балалар өсөн мауыҡтырғыс әкиәттәр, шиғырҙар һәм хикәйәләр яҙыусы Гүзәл Рамазан ҡыҙына Кәтибә Кинйәбулатова, Сафуан Әлибаев, Гөлфиә Юнысова, Факил Мырҙаҡаев кеүек билдәле ҡәләмдәштәре кимәлендә балалар әҙәбиәтен үҫтереүҙә ҡатнашҡаны өсөн бирелде.
Гүзәл Рамазан ҡыҙы премия өсөн тейешле аҡсаны балалар һәм үҫмерҙәр өсөн яҙыусы әҙиптәрҙе дәртләндереү маҡсатында Яҙыусылар союзына бирергә вәғәҙәләне.