Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ

Халыҡ шағирына һәйкәл

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, бөйөк шағир, прозаик, драматург, публицист, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримгә Өфөлә һәйкәл асылды. Ул Киров урамында Профсоюздар йорто алдында урынлашҡан.

Байрамды, әҙип әҫәрҙәре буйынса эшләнгән тамаша күрһәтеп, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары башлап ебәрҙе. Беҙҙең өсөн  ҡәҙерлеләргә әйләнгән Кендек, Оло инәй, Һалдат, Йәш әсә – «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре персонаждары, гүйә, һәйкәлде асыуға фатиха бирҙе.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Аксаков көндәрендә

Өфөлә Рәсәй Яҙыусылар  берлегенең күсмә пленумы үтте. Уны инеш һүҙ менән Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары  Лилиә Ғүмәрова асты  һәм  сарала ҡатнашыусыларға Президентыбыҙ  Р. З. Хәмитовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттергәс, Рәсәй Яҙыусылар берлеге идараһы рәйесе Валерий  Ганичевҡа Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырҙы. В. Н. Ганичевтың  йөкмәткеле сығышынан һуң бер-бер артлы илебеҙҙең төрлө төбәктәренән делегаттар – билдәле шағирҙар, яҙыусылар һәм әҙәбиәт белгестәре һүҙ алды. Башҡортостандан Яҙыусылар берлеге идараһы рәйесе Риф Тойғоновтың, шулай уҡ халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың  телмәрҙәре (улар «Ағиҙел» журналының киләһе һанында баҫыласаҡ),

Артабан уҡырға


Январь 1970

ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ

Төпкөл ауылда...

Төпкөл ауылда...

Республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов Ишембай тарафтарында эш сәфәре менән йөрөшләй, тау-урман төпкөлөндәге 350 йортлоҡ боронғо Ҡолғонаға туҡталып, ауыл активистары һәм  уҡытыусылар менән осрашты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың ижад йортон ҡарағандан һуң, әҙип менән йәнле әңгәмә уҙғарҙы. Мәғлүм ки, төбәктә малсылыҡты, умартасылыҡты, фермер хужалыҡтарын үҫтереүгә, шулай уҡ туризм төрҙәрен ойоштороуға ҡулай шарттар етерлек. Киләсәктә заманса юл, элемтә,  мәктәп транспорты һәм  төбәккә хас башҡа мәсьәләләр ыңғай хәл ителәсәк.

Артабан уҡырға


Январь 1970

ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ

***

Әбйәлил йәмәғәтселеге сәсән-шағир Шафиҡ Тамъяни-Әминевтың тыуыуына 155 йыл тулыуҙы  оло байрам итеп билдәләне. Тәүҙә Яңауыл  ауылы зыяратында мәшһүр һүҙ оҫтаһы һәм атаҡлы дин әһеле рухына (1858–1936) аяттар уҡылды, фәһемле иҫтәлектәр тыңланды.

Тантанала ҡатнашыусыларҙы юлайҡан Амангилде ауылы халҡы икмәк-тоҙ, йыр-моң менән ҡунаҡсыл ҡаршылап оҙатты. Артабан бихисап машиналар шағирҙың йәнтөйәге Әбделғәзегә юлланды. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ

***

Ырымбур яҡтары – халҡыбыҙҙың күп  арҙаҡлы шәхестәре үҫеп сыҡҡан төбәк. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғонов етәкселегендә бер төркөм әҙиптәр: уның урынбаҫары Фәниә Ғәбиҙуллина, Йыһат Солтанов, Ринат Камал, Гүзәл Ситдиҡова, БДУ доценты Нурислам Ҡалмантаев, журналист Айгиз Баймөхәмәтов өлкәнең Красногвардейский районында әҙәби осрашыуҙар уҙғарып йөрөнө. Район үҙәге Пләшәндә Ғабдулла Амантай, Дауыт Юлтый, Мөхәмәтша Буранғоловтарҙың ижади биографияларына арналған әҙәби-музыкаль кисәләр ойошторолдо, делегацияны Үрге Ильяс, Юлтый ауылдарында ла ҡәрҙәштәр бик йылы ҡаршыланы.

Артабан уҡырға


Январь 1970

ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ

X төрки халыҡтар шиғриәте фестивале

Төркиә һәм  Ҡырғыҙстан яҙыусылар берлектәре, Ҡырғыҙстан – Төркиә Манас университеты тарафынан Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Бишкәктә X төрки илдәре шиғриәте фестивале үткәрелде. Быға тиклем был саралар төрки халыҡтар йәшәгән Бурса, Конья, Анатолия, Ашхабад, Страсбург, Баҡы ҡалаларында, Ҡырымда уҙғарылған. Беҙҙең башҡорт яҙыусылары ла бындай сараларҙа элек-электән әүҙем ҡатнаша килгән. Был юлы Башҡортостандан шағирәләр Гөлназ Ҡотоева менән Гөлнара Хәлфетдинова әлеге шиғриәт фестивалендә ҡатнашыу бәхетенә иреште.

Шиғриәт фестивале Ҡырғыҙстан дәүләт филармониһында тантаналы рәүештә асылды. Төрки илдәрҙән килгән шағирҙарҙы Төркиә Яҙыусылар берлеге рәйесе Ибраһим Яуыз, Ҡырғыҙстан Яҙыусылар берлеге рәйесе Чолпанбек Абыкеев һәм башҡа етәкселәр ҡотланы. Гөлназ Ҡотоева Ҡырғыҙстан яҙыусыларына Башҡортостандағы ҡәләмдәштәренән күп сәләмдәр еткереп, «Башҡорт шиғриәте антологияһы»н бүләк итте.

Артабан уҡырға


Май 2013

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Ғалим һәм әҙип юбилейында

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында филология фәндәре докторы, профессор, БР Фәндәр академияһы академигы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғайса Хөсәйеновҡа 85 йәш тулыуға бағышланған «Хәҙерге әҙәбиәт ғилемендә һәм әҙәбиәттә, фольклористика һәм археографияла актуаль мәсьәләләр» тип аталған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте. Сарала республикабыҙ юғары уҡыу йорттарынан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Төркиә, Әзербайжан, Төркмәнстандан һәм башҡа илдәрҙән килгән ғалимдар ҡатнашты.

Артабан уҡырға


12345678