Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Асҡында – әҙәбиәт көндәре

Асҡын районында Яҙыусылар берлеге рәйесе урынбаҫары Ф. Ғөбәйҙуллина етәкселегендә  бер төркөм ҡәләм оҫталары Башҡорт әҙәбиәте көндәре уҙғарҙы. Яҙыусыларҙы район сигендә үк икмәк-тоҙ менән ҡаршы алдылар.

Район хакимиәте башлығы Фларит Усманов ҡабул итеп, делегацияны төбәктең тарихы, бөгөнгөһө һәм киләсәккә пландары менән таныштырғас, яҙыусылар өс төркөмгә бүленеп, ауылдарға таралды.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Баш ҡалабыҙҙың «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған «...Мин рухымдың аҫыл хазинаһын, Илем, һиңә биреп ҡалдырҙым» тип  исемләнгән хәтер кисәһе уҙҙы. Кисәне Күгәрсен районының Өфөләге «Оло Эйек» яҡташтар ойошмаһы, Күгәрсен районы хакимиәте ойошторҙо.

Шуға ла мәшһүр әҙибәгә арналған кисәне «Оло Эйек» яҡташтар ойошмаһы рәйесе Венир Аҙнағолов асып, З. Биишеваның һоҡланғыс  тормошона һәм оло әҙәби мираҫына ҡыҫҡаса байҡау менән сығыш яһаны.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әҙәби-мәҙәни мөхит

* * *

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы  Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы Күгәрсен районы мәктәптәрендә, ауыл мәҙәниәт йорттарында әҙибәнең тормошона һәм ижадына арналған байтаҡ саралар үтте. Улар барыһы ла күренекле ҡәләм оҫтаһының исемен мәңгеләштереү, халыҡ, бигерәк тә йәш быуын, күңелендә  һаҡлау, әҫәрҙәрен өйрәнеү маҡсатында эшләнде. 1999 йылда Күгәрсен районы хакимиәте һәм Башҡортостан Яҙыусылар берлеге тарафынан булдырылған Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияны тапшырыу  ошо сараларҙың йомғағы булды.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әҙәби-мәҙәни мөхит

* * *

Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында күренекле шағирә, йәмәғәт эшмәкәре, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Йомабикә Ильясованың «Мин донъяға тик яратып бағам» тип исемләнгән  юбилей кисәһе булды.

Шағирәне Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет рәйесе, халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғонов, Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов, шағирҙар Ирек Кинйәбулатов, Гөлфиә Юнысова, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары, журналда бергә эшләүселәр ҡотланы.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әҙәби-мәҙәни мөхит

* * *

Бөйөк башҡорт шағиры, мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған төйәге Туҡһанбай ауылында заманының данлыҡлы улдары – уҡымышлы, указлы муллаларҙың ҡәберенә билдә ташы ҡуйылды.

Ҙур тулҡынланыу менән Ҡырғыҙ-Миәкә мәсете муллаһы Ирек хәҙрәт Шаморатов Ҡөрьән-Кәримдән аят уҡығас, билдә ташы ҡуйылған имамдар тураһында мәғлүмәт тыңланды.

Улар икәү. Береһе – Дәүләтша Ғилман улы Имашев 1882 – 1898 йылдарҙа Туҡһанбай мөхтәсебендә имам-хатиб һәм мөғәллим булған. Ҙур ҡарағай бүрәнәләрҙән мәсет, мәҙрәсә һалдырған. Аҡмулла мөнәжәттәрен халыҡҡа еткергән. Дәүләтша Аҙнай ауылында донъяға килгән. Данлыҡлы Имашевтар  нәҫеленән. Икенсеһе – мулла Шәйхетдин Динмөхәмәт улы Динмөхәмәтов. Ул Мифтахетдин Аҡмулла ижадын өйрәнеүселәргә иң ҡәҙерле кешеләрҙең береһе. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Яҙыусылар... йырлай һәм бейей

Милли йәштәр театрында Рәсәй Федерацияһында иғлан ителгән Тарих йылы һәм республикабыҙҙа барған Имен бала саҡ һәм ғаилә именлеген яҡлау йылы айҡанлы, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған үҙенсәлекле ижад байрамы булды. «Бер ҡанатым шиғыр минең, икенсеһе – моңло йыр» тип исемләнгән кисәлә шағирҙар, шиғыр уҡыу менән бер рәттән, йә йыр йырланы, йә бейене.

Уны  «Ҡаһым түрә» йыры менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай башлап ебәрҙе. Артабан Мәүлит Ямалетдин, Таңсулпан Ғарипова, Әхәт Ниғмәтуллин, Рәшит Сабит, Рәмзәнә Әбүталипова, Спартак Ильясов халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығын күрһәтте. Николай Грахов, Александр Филиппов-Леонидов, Алмас Шаммасов, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зиниә Байназарова, Айгиз Баймөхәмәтовтар иһә композиторҙар әҫәрҙәре менән сығыш яһаны. Ринат Камал, Земфира Муллағәлиева тамашасыны бейеүҙәре менән һоҡландырҙы.

Артабан уҡырға


Октябрь 2012

Әҙәби-мәҙәни мөхит

«Туғанлыҡ» фестивале

«Туғанлыҡ» фестивале

Өфөлә V Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестивале үтте. 

Ҡаланың Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда асылған сарала төрки телле илдәрҙән һәм республикаларҙан килгән 17 театрҙың  парады, Конгресс-холда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» тарихи драмаһы күрһәтелде.

Артабан уҡырға


12345678