Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Иҫтә ҡалырлыҡ кисә

Билдәле шағир һәм тәржемәсе Әсхәл Әхмәт-Хужаның юбилей тантанаһына йыйылыусыларҙың бөтәһен дә хатта ҙур тамаша залы ла һыйҙыра алманы. Ижад кисәһенә юбилярҙың ҡәләмдәш дуҫтары, туғандары һәм, әлбиттә, шиғриәтен һөйөүселәр килде.

Юбилярҙы район хакимиәте башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов тәбрикләне. Рим Һатыбал улы ҡотлау телмәрендә Әсхәл Әхмәт-Хужаның ижади ҡаҙаныштарын ғына түгел, уның әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ өлгәшкән уңыштары хаҡында ла һөйләне. Район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе сифатында һәр ауыл биләмәһендә ҡоролтайҙар асыу, тарихи шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү буйынса шағир күп эштәр башҡарған.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Президент менән осрашыу

18 июндә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала идара рәйесе Риф Тойғонов етәкселегендә бер төркөм яҙыусылар менән осрашты. Ирекле фекер алышыу шарттарында үткән был сарала әҙиптәр бөгөнгө көндә Яҙыусылар ойошмаһының тейешле күләмдә финансланмауын, ә был әҙәби кисәләр, уҡыусылар менән осрашыуҙар, ҡәләм оҫталарының юбилейҙарын үткәреү, ижади командировкалар һ.б. менән бәйле, 230 ағзаһы булған Союздың (һан буйынса Мәскәү, Санкт-Петербург, Татарстандан ҡала   дүртенсе урында), күҙ терәп торған берҙән-бер дәүләт ҡарамағындағы «Китап» нәшриәтенең шулай уҡ аҡсаға ҡытлыҡ кисереүен, һөҙөмтәлә күп кенә ҡулъяҙмаларҙың байтаҡ йылдар дауамында донъя күрә алмауын билдәләне, йәш ижадсыларға лайыҡлы иғтибар, Мәскәүҙәге А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында йәки БДУ, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ базаһында тәржемәселәр төркөмө асыу, әҙәбиәт музейын булдырыу, әҙиптәрҙе ял йорттарына ебәреп, ижад һәм ял итеү шарттары тыуҙырыу һымаҡ көнүҙәк мәсьәләләр күтәрҙе.  Сөнки бөгөнгө ауыр заманда бындай эштәрҙе Республика Хөкүмәтенең, Президенттың ярҙамынан тыш ойошма һәм уның ағзалары башҡарып сыға алмаҫы көн кеүек асыҡ.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әҙәби-мәҙәни мөхит

***

Башҡортостандың халыҡ шағиры, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, фән, спорт һәм йәштәр эше буйынса комитет рәйесе Рауил Бикбаев, шағир Зөфәр Вәлит, яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов Баймаҡ районы хакимиәте башлығы  Илшат Хәмит улы Ситдиҡовтың саҡырыуы буйынса «Баланы – ғаилә өсөн, ғаиләне бала өсөн һаҡлайыҡ» исеме аҫтында үткән конференцияла ҡатнашты. Улар бынан тыш Баймаҡ лицей-интернатында (директоры Салауат Әхмәҙи улы Азаматов) уҡыусылар менән осрашты, лицейға үҙҙәренең китаптарын бүләк итте. Артабан  үҙәк китапханала (директоры – Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина)  осрашыу булды. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ

* * *

Өфөнөң Конгресс-холлында «Ислам. Йәштәр. Киләсәк» темаһына республика форумы үтте. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Рәсәй Мосолмандары үҙәк диниә назараты һәм Рәсәй Ислам университеты ойошторған сарала Республика Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Президенты хакимиәте идаралығының дини ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итеү департаменты етәксеһе Илья Баринов, Рәсәй Мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, БР Мосолмандары диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, Башҡортостан митрополияһы эштәре идарасыһы, архимандрит Игнатий Климов, ғалимдар, ислам һәм донъяуи белем биреү учреждениелары уҡытыусылары, дин  әһелдәре,  мосолман йәштәре ҡатнашты.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Рәми Ғарипов көндәре

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыуы айҡанлы үткәрелгән әҙәби-музыкаль кисә ысын мәғәнәһендә рух тантанаһы һәм һүҙ сәнғәте балҡышы төҫөн алды. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитовтың тәбрикләү телмәренән һуң Рәми Ғариповтың ҡәләмдәштәре: БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе, халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбаев, Абдулхаҡ Игебаев, Марат Кәримов, Тимер Йосопов һәм башҡалар мәртәбәле сығыштары менән, ә сәхнә таланттары сағыу  программа менән кисәнең бәҫен күтәрҙе. Юбилейҙа Рәми Ғариповтың балалары, ейәнсәрҙәре, яҡташтары, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты, күргәҙмәләр эшләне, китап сауҙаһы ойошторолдо.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әҙәби-мәҙәни мөхит


Январь 2012

Әҙәби-мәҙәни мөхит

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Төркиәлә Евразия Яҙыусылар союзы 2011 йыл аҙағында халыҡ-ара әҙәби бәйләнештәрҙе, дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ иткән, ошо йүнәлештә һөҙөмтәле эшләгән барлыҡ сараларға  йомғаҡ яһап, йыл яҙыусыһын, йыл журналын, йыл тәржемәселәрен, йыл телеканалын билдәләне. 

Әзербайжан Яҙыусылар союзы рәйесе Анарҙы төрки донъяла «Йыл кешеһе» тип иғлан итергә Төньяҡ Кипрҙың Лефкос ҡалаһында үткән IV Төрки донъяһы әҙәбиәт журналдары конгресында ҡарар ителгәйне. Анар, шулай итеп, төрки донъяла «Йыл кешеһе» тип танылды.

Төрки телдәр араһында иң яҡшы шиғыр тәржемәләре премияһы Ҡаҙағстанда нәшер ителгән «Донъя әҙәбиәте» журналында төрөк әҙәбиәтенән тәржемәләре өсөн ҡаҙаҡ шағиры Бауыржан Жаныпҡа биреләсәк.

Артабан уҡырға


12345678