Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

ЯҢАУЫЛҒА ҠАРАП...

Республика хаҡында фекер йөрөтәләр

Яңауыл атамаһының нигеҙендә “яңы ауыл” ятҡаны бәхәсһеҙ ҙә аңлашылыр. XIII быуатта уран ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған Яңауыл урынында хәҙер Яңауыл ҡалаһы урынлашҡан. Әйткәндәй, был атама менән йөрөтөлгән ауылдар бер нисәү, ә ҡала һәм район берәү генә. Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Әғзәм улы Вәзиғәтов менән ҡорған әңгәмәнән беҙ шуны ла аңланыҡ: Яңауыл ере исеменә есемен тап килтереп, ауыл хужалығын традицион нигеҙҙә яңыса ҡороп йәшәй. Яңауылдар яңы ауыл рухына тоғро, ҡыҫҡаһы, был хаҡта әңгәмәне уҡып белерһегеҙ.

– Илшат Әғзәм улы, һеҙ етәкләгән Яңауыл районы “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы” булып һанала. Ул бер яғынан Удмурт Республикаһы, икенсе яҡтан Пермь крайы менән сиктәш. Бындай күршелектең яуаплы яғы ла бар, сөнки ул тарафтарҙан һеҙҙең районға аяҡ баҫыусыларҙы Яңауыл районы ғына түгел, Башҡортостан Республикаһы ла ҡаршылай. Был яуаплылыҡты нисек тояһығыҙ?

Артабан уҡырға


Январь 1970

Сәйфи Ҡудаш

Халҡыма

Бик күптәрҙең бере булған улыңмын, 
Хеҙмәтеңә ең һыҙғанған ҡулыңмын; 
Ил эшендә үттем ғүмер юлымды,
Эштә туҙҙырҙым бөтәһен тунымдың.
Үҙ ҡайғыларым өсөн йәш түкмәнем,
Таш төшһә лә өҫтөмә, баш бөкмәнем. 
Дошманың – булды минең дә дошманым, 
Дуҫтарың – булды минең дә дуҫтарым.
Һөймәнем мин, халҡым, һин һөймәгәнде, 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Сафуан Яҡшығолов

Таң ата

Аҡ таң ата, сыға ҡояш, йоҡоңдан тор! 
Күҙең ас, тәбиғәттең хикмәтен күр.
Фекерләп ҡадир хоҙайҙың ғизмәтен*, 
Билеңде бөк, башыңды сәждәгә ор.

Етер йоҡоң, уян инде, күтәрең баш.
Файҙа бирмәҫ көнө-төнө йоҡлау тоташ, 
Һине лә зияһынан* мәхрүм ҡуймаҫ, 
Башҡаларҙы нурландырған нурлы ҡояш.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әбүс

Каруанһарайға мәҙхиә

ораммы мин Яйыҡ ярҙарында, 
Йөрөйөммө Һаҡмар буйында,
О, һарайым! Аҡ һыныңа ҡарап, 
Юғаламын ауыр уйымда.

Күҙ алдыма килә бабайҙарҙың 
Ер ҡаҙыуы, нигеҙ һалыуы, 
Тупраҡ ташып, баҡса торғоҙоуы, 
Ағасы ҡороһа, ҡамыш алыуы.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Ғәйнан Хәйри

Бөгөнгө йыр

Ҡайғырмағыҙ, дуҫтар,
Тауға менгән саҡта 
Тын ҡурыла,
Күкрәк ҡыҫыла;
Әгәр арыһа берәү, икенсеһе 
Ҡул һуҙырға тейеш дуҫына! 
Тар һуҡмаҡтан килдем 
Киң юлдарға – 
Тормош гөрләп торған илемә. 
Ҡояш менән алтын башаҡтар 
Бәреләләр минең йөҙөмә.
Беҙ һыуҙарҙан көслө ағабыҙ, 
Беҙ уттарҙан көслө янабыҙ.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Төхвәт Йәнәби

Йырлағы килгән йыр

Күкрәктәге ялҡын һүнмәҫ төҫлө,
Тамыр – тимер, ҡорос тойола. 
Һуғып торған йөрәк туҙмаҫ төҫлө,
Киң теләктәр алға ҡуйыла. 
Һөйгө килә тормош матурлығын, 
Эштә ҡайнай һөйөү тойғоһо.
Алда уйнай дәртле, тәмле уйҙар, 
Тәмле уйҙарҙың да тәмлеһе.
Күрге килә тормош баҫҡысының
Иң бейеген, матур, һуңғыһын, 
Йырлағы ла килә, тыңлағы ла 

Артабан уҡырға


Сентябрь 2017

Сафиулла Рәхмәтуллин

Башҡорттарым, ҡуҙғалайыҡ!

Еребеҙ ҡулдан ысҡынғас,
Бик ныҡ борсолдо халыҡ, 
Йәмле Өйҙөрәк һыуынан 
Тота алманыҡ балыҡ.

Барлыҡ халыҡ берләшәйек,
Бөтһөн батша власы, 
Мәңгелеккә юҡҡа сыҡһын 
Залим йәлләт* ҡылысы!

Берләшәйек бөтөн халыҡ, 
Бергә булһын еребеҙ, 
Барыбыҙ бер ҡулдан булһаҡ,
Сәскә атыр илебеҙ.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152153154155156157158159160161162163164165166167168169170171172173174175176177