Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

ИКЕ ЙЫРАУ ОСРАШҠАНЫ, илай-илай хушлашҡаны

Быйыл йәй милләтебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәре, атаҡлы йырауҙар: Һаҡмарҙың түбәнге ағымында сыҡҡан халҡыбыҙ  йырҙарын һәм көйҙәрен башҡарыусы һәм һаҡлаусы, төбәк тарихын яҡшы белеүсе һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Мөхәммәтйән Ҡаҙаҡбаев менән Учалы районының мәғрүр Ирәмәлтау итәгендә тыуып-үҫкән Барын-табын башҡорттарының шундай уҡ шәхесе, яҙыусы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Спартак Ильясов осрашты. 15 августа булды был ике шәхесебеҙ өсөн генә түгел, беҙҙең өсөн дә оҙаҡ көтөп алынған шатлыҡлы ваҡиға. Бығаса бер-береһен ишетеп кенә белгән, радио тулҡыны, телевизор экраны аша ишетеп-күреп кенә таныған ике йырауҙың ғүмер һуҡмағы киҫеште.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Рауил Бикбаев

Юбилейҙарҙан һуң уйланыуҙар

“Үҙегеҙ хәстәрләгеҙ бүтәнен...”

Һәр кешенең тормош юлында үҙенең юбилейына килеп етеүе ҙур тантана, үҙенсә байрам ул. Ғүмер үткән һайын был ваҡиғаның шатлығы ла, яуаплылығы ла арта бара. Нимә генә тиһәң дә, юбилейҙар байрам ғына түгел, эшләгән эштәреңде байҡау, замандаштарың алдында иҫәп-хисап биреү ҙә бит. Уларҙың тәүгеһен – илле йәшен кеше бер аҙ сәйерһенеп, тик барыбер дәртләнеп, ҡанатланып ҡаршы ала. Артабан был ваҡиғаларға өйрәнә башлайһың, ғүмер юлыңдың яңы быуынына иҫән-һау килеп етеүеңә нығыраҡ ҡыуанаһың, был көндө бергә күрергә насип булмаған дуҫтарыңды юҡһынаһың. Ошондай саҡтарҙа һәр беребеҙ яҙмыш хаҡында күберәк уйлана, уҙғандарҙы һәм бөгөнгөнө байҡай, киләсәк көндәренә, алдағы юлдарына өмөт-ышаныстар

Артабан уҡырға


Январь 1970

Марат Әминев

Бал ҡортоноң наҙы бар

Һулап туйғыһыҙ хуш еҫле йүкә урманы. Бал ҡорттары безелдәп оса, улар таң һарыһынан эшкә тотонған. Тәбиғәт егәрле йән эйәһенә байлығын йәлләмәй бирә. Хоҙай бал ҡорттарын кешегә үрнәк алыр өсөн яратҡандыр ул. Әгәр бал ҡорттары кеүек берҙәм һәм егәрле булһағыҙ, мотлаҡ мораҙығыҙға ирешерһегеҙ, тип әйтергә теләгәндер.       

Башҡорт балы. Рәсәйҙең ҡайһы ғына төбәгендә йәшәһә лә, һәр кем юғары сифатлы, шифалы бал хаҡында һүҙ барыуын аңлап тора. Уның даны күптән инде Башҡортостандан ситтә лә киң таралған, башҡа илдәрҙә лә уны беләләр. Бал баҙары, умартасылыҡ тармағы республикала, илдә, донъяла ҡайһы юҫыҡта үҫешә, умартасыларҙың һоҡланғыс уңыштары һәм ҙур проблемалары ниндәй – бөгөнгө һүҙебеҙ ошо хаҡта.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Илдар Ғәбитов

Ҡыйыш ағастың ботағы төҙ булмаҫ йәки демократия аҡһаҡ буламы?

Демократияға ҡаршы иң көслө дәлил – уртаса һайлаусы менән үткәрелгән биш минутлыҡ әңгәмә.

Уинстон Черчилль, сәйәсмән.

Бер кеше, әйтәйек, N, һуң ғына эштән ҡайтып килә икән. Уны яҡшы ғына кейенгән ике ир туҡтата:

– Һеҙ демократияға ышанаһығыҙмы?

– Эйе, – тип яуаплаған, ти был.

– Әйҙәгеҙ, граждандарҙың бәләкәй генә йыйынын үткәрәбеҙ,– тигәндәр, теге икәү. Был ризалашҡас, йыйындың алып барыусыһын һайлап ҡуйғандар. Әлбиттә, тегеләрҙең береһен. Ул көн тәртибен иғлан иткән:

Артабан уҡырға


Январь 1970

Юлай Ғәйнетдинов

«Табыш» ҡомары зиһенде томалай

Халҡының, тыуған яғының ысын патриоты булған был талантлы кеше тураһында заманында Ноғман Мусин түбәндәгеләрҙе яҙҙы: “…Йыр. Фуат Йомағужиндың йырҙары… Шул саҡ минең күҙ алдыма Селтербейҙең ҡыйғасланып ятҡан аҡ таштар менән ҡайылған битләүҙәре, сейә ҡыуаҡтары баҫҡан Ҡарауыл тауы, көмөш һыуҙарын йомро таштарына бәрә-бәрә атлығыусы Һикәҙе йылғаһы, мәғрур Кәлимосҡан ҡаяһы, Күксә һәм Сауҡайорт яҡтарының гүзәл тәбиғәте килеп баҫты. Ҡолағыма ғәжәп моңло көй салынып ҡалғандай булды. (…) Мин Фуат Йомағужиндың “Һикәҙе”, “Аҡ күгәрсен” тигән йырҙарын нисек ижад итеүенең шаһиты булдым (Ноғман ағай 1948 йылда Маҡарҙа уҡытҡан сағында Фуат Йомағужин менән бер фатирҙа йәшәй – Ю.Ғ.). Уның “Һикәҙе”һе художестволы үҙешмәкәрлек түңәрәктәренең Өфөлә үткәрелгән республика смотрында юғары баһа алды. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Әхмәр Үтәбай

БЫЛТЫРҒЫ ҮЛӘН КИРЕ ҮҪӘМЕ?

Ырымбур өлкәһенең Александровка районы Ҡотос ауылында тыуып үҫкән Зимфира Ҡолмөхәмәтова Рәсәй дәүләт гуманитар университетының (ул саҡтағы Мәскәү тарих-архив институты) мәғлүмәтте һаҡлау факультетын тамамлай. Алған һөнәре буйынса мәғлүмәтте һаҡлау буйынса инженер, юрист. Ул һалым инспекцияһында бухгалтер, арбитраж идарасы булып эшләй, аудит менән шөғөлләнә. Зимфира  бала сағынан психология, тарих, археология фәндәре менән ҡыҙыҡһына, әлеге ваҡытта «Боронғо төрки ҡағанаттарҙың рухи мәҙәниәте: уларҙың донъяға ҡарашы, дине һәм идеологияһы» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҙа. Кандидатлыҡ диссертацияһының темаһы ғына ла күп нәмә тураһында һөйләй. Беҙ был төрки 

Артабан уҡырға


Октябрь 2014

Марат Әминев.

Морат Кейекбаев: ”Милләтте ТИК ауыл һәм ғаилә ҡотҡарыр”

Морат Жәлил улы Кейекбаев 1959 йылдың 30 октябрендә Өфөлә тыуған. Күренекле ғалим һәм яҙыусы Жәлил Кейекбаевтың улы. БДУ-ның тарих факультетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын БДУ-ла башлай. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә  ғилми хеҙмәткәр, Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәге директоры була. 1998  йылдан БР фән, юғары һәм урта белем биреү буйынса Дәүләт комитетында төрлө вазифаларҙа эшләй. 2003 – 2007 йылдарҙа –  БДУ-ла кафедра мөдире, 2005 йылдан БР Фәндәр академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институты директоры. 2007 – 2011 йылдарҙа – РФ Дәүләт Думаһы депутаты.

БР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты,  социология фәндәре докторы, профессор. 

Артабан уҡырға


123456789