Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Марат ӘМИНЕВ

Өфөлә ШОС һәм BRICS осрашыуы

Ашау барҙа – йәшәү бар

Баласаҡтағы хәтирәләр матур иҫтәлек булып күңел түрендә һаҡлана. Йәй булһа, Еҙем йылғаһы буйлап аҡҡан туристар аҙыҡ-түлек һорап ишек ҡаға торғайны. Күрше малай менән уларҙың урамында уйнайбыҙ. Әсәһе мейестән яңы ғына алған күпереп бешкән бер нисә буханка икмәкте, өс литр банкы тулы һөттө туристарға тотторғанын кисәгеләй хәтерләйем. Улар рәхмәт әйтеп аҡса һуҙа, тик әсәһе алмай, асыуланып тигәндәй баш тарта. Туристар былай ҙа юлда йөрөп йонсоған, йәл бит, оялмайынса нисек аҡса һорайһың, ти улына. Ә мин аңлап етмәйем. Сиртһәң ҡаны сығырҙай һимеҙ битле, 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Ҡамса МОРТАЗИН

Егеттәрҙең солтаны ине…

Милләттең түбәнлеккә төшөүендә һәм

юғалыуында  төп сәбәп – тупаҫлыҡ.

Ризаитдин  Фәхретдинов 

Уҙаманға  хөрмәт ит   

 Баш һүҙ

Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары Рәсәй йәмғиәтенә ҙур үҙгәрештәр алып килә. Илде тамырынан үҙгәртеп яңы дәүләтселек ҡороу сәйәсәте, һәр өлкәлә реформалар һәм милли мәҙәниәтте тергеҙеү эштәре башлана. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Рауил Бикбаев

ТАМЫРЫҢ БАШҠОРТ ИКӘН – БАШҠОРТ БУЛ!

Өфө – Ырымбур араһы “Өфө – Ырымбур араһы өс йөҙ етмеш саҡрым” тигән һүҙҙәр байтаҡтан бирле бер йырҙа ишетелеп тора. Саҡрымдар менән үлсәнгән аралар һәр ваҡыт шул көйө ҡалһа ла, ошо юлдар аша барған бәйләнештәр заман менән бергә үҙгәреп тороусан. Әле мин рухи бәйләнештәр тураһында һөйләргә йыйынам. Яҙыусылар яңғыҙлыҡҡа дусар ителгән кешеләр. Ғүмерҙәренең күпселек ваҡытын улар, алдарындағы аҡ ҡағыҙға эйелеп, бер үҙҙәре генә үткәрә. Ошо хаҡта минең быға тиклем дә әйткәнем булды. Йылдар үткән һайын был турала мин күберәк уйланам. Йәшерәк саҡта ҡәләмдәштәрең менән йышыраҡ аралашаһың. Әҙәбиәт даръяһына тәү башлап аяҡ баҫҡан осорҙа беҙ бер өйөр һымаҡ йөрөй торғайныҡ. Бер-беребеҙҙең нимә яҙғанын яҡшы белдек, яңы шиғыр яҙылһа, уны тиҙерәк башҡаларға уҡырға тип, ҡәләмдәштәргә йүгерер инек.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Фәрит Вахитов

Оло юлға сығыр алдынан

Үҫмер саҡта, йәш имәндәй буй ҡалҡытып, донъяға күҙ асыла башлағанда, кем генә үҙенең киләсәген тоҫмалламай икән? Йүгереп сығып китеп, башта офоҡтан теге яҡтағыһын күрге килә, хыял ҡанатында төрлө һөнәр үҙенсәлектәре һынлана. Ваҡыты етеп, мәктәп менән хушлашыр көндәр яҡынлашҡанда, үҙеңде ҡайҙа ҡуйырға белмәгән саҡтар ҙа була.

Хыялый үҫмер саҡ. Әсә күңеле – балала, бала күңеле далала, тип юҡҡа әйтелмәй.  Бик тәбиғи, әсә үҙенең ғәзиз бәпесен ҡурсалап, нисек тә уны  үҙ ҡарамағында тотмаҡсы, ә  үҫмерлектән сығып еткән бала ситкә, алыҫҡа ҡарай. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Мәхмүт Хужин

Дәүләт сәләмәтлегенең нигеҙе

 “Ҡасандыр иң күп уҡыған ил хәҙер ул абруйлы исемгә дәғүә итә алмай, – тине РФ Президенты Владимир Путин ил әҙәбиәтселәренең былтыр 21 ноябрҙә булып үткән йыйылышында сығыш яһап. – Йәмғиәтебеҙҙә мәҙәнилек шундай түбәнәйҙе: йәштәр үҙ фекерен аңлайышлы итеп еткерә лә белмәй”. 4 декабрҙә БР Мәҙәниәт министрлығы ойошторолоуына 60 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған тантанала республика Президенты Рөстәм Хәмитов та: “Йәмғиәттең нигеҙе ныҡ түгел, төрлө сәбәптәр арҡаһында бөгөн мәҙәни мөхит боҙолған, – тигән үкенес белдерҙе.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Хәлил Барлыбаев

Тарихи һынылыш дәүере

Халҡыбыҙҙың егерме беренсе быуатҡа тиклемге тарихын оҙайлы өс дәүергә бүлеп ҡарарға була:

1) боронғо заман (XVI быуатта Рәсәйгә ҡушылғанға тиклем);

2) Рәсәй составында (XVI быуаттан 1917 йылғы революцияға ҡәҙәр);

3) Советтар Союзы осоро.

Иң оҙайлы беренсе дәүерҙә ата-бабаларыбыҙ күпселек күсмә һәм ярым күсмә тормош рәүешендә йәшәп, киң Урал тәбиғәте ҡосағында урмандағы кейек, күктәге ҡош кеүек иркен көн күреп, тауар-аҡса, һатыу-һатып алыу, кеше иҙеү, яллап-ялланыу мөнәсәбәттәренә бигүк бирелмәй, үҙ аллы мал-тыуар көтөп, бал ҡорто үрсетеп, һунарсылыҡ  итеп тәбиғи йәшәйеш кисергән.

Артабан уҡырға


Декабрь 2013

Хәбир Дауытов, Вәли Байморатов

Киләсәкте яҡшыға юрайыҡ!

Һуңғы йылдарҙа республиканың ҡайһы ғына төбәген алма, айырым ғаиләләр, хатта бәғзе ырыу-аралар үҙ нәҫелдәрен барлау менән шөғөлләнә. Был бик ҡыуаныслы хәл. Район һәм ҡалалар ҙа үҙ «шәжәрә»ләрен төҙөй. Был йәһәттән Күгәрсен районы аҡһаҡалдарынан алып, ғалим һәм башҡа шәхестәре лә бынан 15 йыл элек күләмле район йылъяҙмаһын яҙғандар ине. Бәхәс юҡ, ул китапты яҙыуға күп көс һалынған. Бөгөн шул китапты яҙыуҙа ҡатнашҡан авторҙарға бөтә район халҡы исеменән йәнә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Һабантуйҙа ҡайһы бер яҡташтар: «Беҙ йәшәгән осорҙо ла яҙып була инде. Арабыҙҙа күпме һәйбәт кешеләр бар! Беҙ донъянан киткәс, яҙҙың ни ҙә, яҙманың ни...», – тип торҙолар. Был һүҙҙәрҙә лә хаҡлыҡ бар бит. Тарихты артыҡ аҡтармай ғына был турала Күгәрсен районының хакимиәт башлығы Фәрит Мырҙагилде улы Мусин менән әңгәмә ҡорорға булдыҡ.

Артабан уҡырға


123456789