Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Салауат Хөсәйенов

Егәрле публицист

(Мәхмүт Хужин ижады хаҡында)

Публицистика, ысынбарлыҡты үҙенсәлекле сағылдырған әҙәбиәт жанры булараҡ, идеологик көрәштең алдынғы сафында тора. Әҙәбиәттең башҡа жанрҙарынан айырмалы рәүештә, уға оперативлыҡ һәм динамизм хас. Уның мөмкинлектәренә күрә, был өлкәләге ижад илдәге сәйәси, социаль, мәҙәни һәм иҡтисади тормошҡа нығыраҡ тәьҫир итә ала. Әгәр ҙә «нәфис әҙәбиәт тормошто образлы формала сағылдырыу, факттарҙы һәм күренештәрҙе типиклаштырыу саралары, уйҙырма менән файҙаланһа, публицистика иһә – факттар, фекерләүҙәр, йәғни логика, дидактика, документалистика сараларын ҡуллана»1, – ти күренекле публицист, филология фәндәре кандидаты Р. Хажиев. Г. В. Плеханов үҙенең «сәнғәт һәм йәмғиәт тормошо» тигән хеҙмәтендә «рәссам үҙенең идеяһын образдар менән һүрәтләй, шул уҡ мәлдә публицист үҙенең фекерен логик һығымталар ярҙамында раҫлай», – тип яҙа. Әҙәбиәттең башҡа жанрҙарына ҡарағанда публицистика – тура фекерле һәм ҡыйыу жанр.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Дамир Шәрәфетдинов

Һаҡсыллыҡ тыйыуҙан башлана

Геология һәм агрономия фәне тупраҡ эрозияһын ерҙең өҫкө ҡатламының һыу һәм елдән ашалыуы менән аңлата. Башҡортостанда уны тупраҡтың да иң өҫкө  уңдырышлы ҡатламының (гумус) һыуҙарҙан ашалыуы тип ҡабул итәләр, сөнки  беҙҙең яҡтарҙа ҙур хәүеф тыуҙырыусы елдәр, ҡом бурандары күҙәтелмәй. Әммә тупраҡҡа һыуҙың йоғонтоһо һәр ерҙә күҙәтелә, сөнки республикабыҙ таулы зонаға ҡарай. Яҙғы һыуҙар ғына түгел, ә һәр ҡойма ямғыр ҙа ҡалҡыу урындарҙан уйһыуҙарға ашҡынған буръяҡ шарламалар барлыҡҡа килтерә. Яңы ғына һөрөлгән йомшаҡ тупраҡты йырғанаҡтар саҡ ҡына ауышыраҡ булған баҫыуҙарҙан  еңел генә йыуып алып китә,

Артабан уҡырға


Январь 1970

Рауил Бикбаев

Өфө-1, Өфө-2

      Академик Нияз Мәжитовҡа

Быуын-быуын олатайҙар

Был ерҙә ғүмер сиккән.

Бәлә тиһәң,

Бәхет үҙе

Аяҡ аҫтында икән.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Нияз Мәжитов

ЯЙЫҠТАР – БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ ИҢ БОРОНҒО АТА-БАБАЛАРЫ

Мәҡәләмдең башында халҡыбыҙҙың барлыҡҡа килеүе тураһында тарих фәнендәге фекерҙәр менән ҡыҫҡаса ғына таныштырып үтке килә. Башҡорттарҙың халыҡ булып ойошоуы, Уралда уларҙың ҡасандан бирле йәшәүе тураһындағы мәсьәлә – фәндә иң бәхәсле проблемаларҙың береһе. Мәҫәлән, урындағы тарихсыларҙың күбеһе, башҡорттар Көньяҡ Уралға IX – X быуаттарҙа ғына килгән, уға тиклем бында фин-уғыр, боронғо иран телле ҡәбиләләр йәшәгән, тигән ҡараш яҡлы. Уның иң абруйлы авторы – академик Р. Ғ. Кузеев булһа, хәҙер был фекерҙе  академиктың эйәрсендәре профессор В. А. Иванов, фән кандидаттары Г. Н. Гарустович, И. В. Антонов берҙәм яҡларға тырыша. Был ғалимдарҙың, шул иҫәптән академик Р. Ғ. Кузеевтың да, хеҙмәттәрендә уларҙың ҡарашын нигеҙләрлек дәлилдәр килтерелмәй. Тимәк,  уны уйлап сығарылған төшөнсә тип ҡарарға кәрәк.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Наоми Вульф

Матурлыҡ хаҡында миф

Азат булыу ихтыяжы

Ниһайәт, оҙаҡ шымып торғандан һуң, ҡатын-ҡыҙ урамға сыҡты. 1970 йыл башында феминизм тергеҙелеүҙең эҙемтәһе булып килгән ике тиҫтә йыл эсендәге тәүәккәл эшмәкәрлектән һуң, Көнбайыш ҡатындары юридик азатлыҡҡа өлгәште, бала табыуҙы контролләү, юғары белем хоҡуғын алды, эшҡыуарҙар рәтен тулыландырҙы һәм төрлө һөнәргә эйә булды, үҙенең  социаль роле тураһындағы иҫке, ҡатып ҡалған төшөнсәне баштүбән әйләндерҙе. Бер быуын алышынғандан һуң гүзәл зат үҙен азат итеп тоямы икән?

Артабан уҡырға


Январь 1970

Рима Ҡотлоғәлләмова

Акрил проекты: мул тормошмо, әллә өҫтәмә мәшәҡәттәрме?

Имен мөхит – кеше һәр яҡлап уңайлы ғүмер кисерһен өсөн мотлаҡ шарттарҙың береһе. БР Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәтендә ошо проблеманы алға ҡуйып, ағымдағы йылды тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға бағышларға саҡырғайны. Әлбиттә, был төшөнсә беҙҙе уратып алған тәбиғи мөхитте генә түгел, күберәк әҙәм балаһының уға мөнәсәбәтен үҙ эсенә ала. Ресурстарҙы һаҡсыл тотоноу, атмосфера һауаһын ағыуламау, һыу ятҡылыҡтарын бысратмау, тәбиғәттә балансты һаҡлау һ.б. – шулар рәтендә.

Артабан уҡырға


Июль 2013

Мәхмүт Хужин

Ваҡытты эйәрләгән һыбайлы

«Унынсыны бөткәндән бирле аттан төшкәнем юҡ, сабам да сабам», – юғары категориялы хирург Әхтәм Фәйзуллин һуңғы ҡырҡ йыллап ғүмеренең көсөргәнешлеген шулай баһалай. Әҙәби ижад мөхитендә ҡәләм һынап ҡараған кеше булмаһа ла, бик тапҡыр, образлы әйтә алған. «Урта мәктәпте тамамлап, өлгөргәнлек аттестаты ҡулына килеп эләккәндән бирле йән менән тәнемдең тынғылыҡ күргәне юҡ» тигәнде аңлата ул. Бәләкәй генә төҙәтмә индерәйек, сөнки табипҡа, ғөмүмән, ат өҫтөндә түгел, ә үҙенең ике аяғында сабырға тура килә. Әлбиттә, яйы килгәндә, еңел машинаһын да «эйәрләп» ала. Ни ҡылмаҡ кәрәк, хирург ярҙамына күҙ терәп тороусыларҙың арта барыуы технократик үҫеш юлынан тайпылышһыҙ барған йәмғиәтебеҙҙә ғәрипләнеүселәрҙең һуңғы «автомобилләштереү» йылдарында айырыуса юғары тиҙлектә күбәйеүенә бәйле. 

Артабан уҡырға


123456789