Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки
Январь 1970

Рим Гәрәев

Һөнәрҙе тыуған ерендә тапты

XIX быуаттың уҡырға-яҙырға һәләтле кешеләре, моғайын, Л. И. Добротворскийҙың «В глуши Башкирии» тигән очеркында башҡорт Вәлиҙең: «Урыҫ законы яҡшы, бик яҡшы, тик тәртип  кенә юҡ» тигән фекеренә иғтибар итмәй ҡалмағандыр. Ысынлап та, арабыҙҙа әле лә, быуат ярым ваҡыт  үтеүгә ҡарамаҫтан, ошондай һығымтаға килгән кешеләр аҙ түгел. Ә бит был фекер бөтөнләй башҡа шарттарҙа, күптән үткән тарихи дәүерҙә әйтелгән. Солох судьяһы булып эшләгән автор Өфө губернаторы Ипполит Щербитский менән  аслыҡ йылды губернаның көнбайыш  ауылдарында йөрөгәндә ишетә уны.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Хажи Әхмәтйәнов

Бер ғүмергә һыйған биш дәүер

Бер күҙ асып йомған ара ғына –

Беҙҙең бергә үткән был ғүмер.

Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән,

Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер.

Назар Нәжми.

Донъя яратылғандан алып үткән заманды бер кеше ғүмере менән сағыштырһаң, ысынлап та, ул – күҙ асып йомған ара ғына. Әммә беҙ ғүмерҙе донъя тарихы менән сағыштырып үлсәргә өйрәнмәгәнбеҙ, бәлки, уның кәрәге лә юҡтыр. Кеше 60, 70 йыл ғүмер иткән икән, был шаҡтай осорҙо эсенә ала, шул уҡ ваҡытта 80, 90, хатта 100-ҙән күберәк йәшәгәндәр ҙә бар бит әле. Ә был иһә тиҙ үҙгәргән, техник прогресс ҙур аҙымдар менән алға барған осор өсөн аҙ түгел. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Рәшит Сабит

Егән буйҡайҙарын буйланым

Зөфәр ағайым иҫтәлегенә

Эй, Егәнем! Гүзәллегеңде һүрәтләр өсөн ҡәләмемдең генә көсө етмәҫтер, сөнки уның өсөн рәссам булырға кәрәк. Әммә һиңә йөрәгем түрендә йөрөткән оло һәм ғүмерлек мөхәббәтемде белдерә алам. Ҡайҙа барып, ҡайҙа йөрөһәм дә, һине һағынып ҡайтам, буйҙарыңды буйламай, көмөштәй һыуыңа, йә шаршылы, йә талғын ағышыңа, ярҙарыңда үҫкән талдарыңа, аҫыл ҡоштарыңдың моңдарына һоҡланмай киткәнем юҡ.

Егәнем! Һине атайым Мәхмүт тә, ағайым Зөфәр ҙә, ҡустым Тәлғәт тә, ике туған ағайҙарым Ғәлләметдин менән Хәмиҙулла ла, Винер ҙа яратты. Бөгөн уларҙың береһе лә яҡты донъяла юҡ, әммә һиңә булған ҡайнар мөхәббәттәре, ихтимал, минең йөрәгемә күскәндер. Шуға ла мин, гүзәл Егәнем, һиңә элеккегә ҡарағанда ла ашҡыныбыраҡ киләм, ошонда туғандарымды күргәндәй, тауыштарын ишеткәндәй булам. Рухым улар менән серләшә...

Артабан уҡырға


Январь 1970

Сабир Йыһаншин

Туған телдә уҡытыу проблемалары

Башҡорт балаларын туған телдә уҡытыуҙы тормошҡа ашырыу оҙаҡҡа һуҙылып, ҡапма-ҡаршылыҡлы һәм ауыр юл үткән. Башҡорттар йәшәгән ерҙәрҙә тәүге мәктәптәрҙең асылыуы X быуатта улар араһында ислам дине таралыуға бәйле. Мәсеттәр төҙөлә башлау менән, улар ҡарамағында башланғыс дини мәктәптәр асылған. Башта балаларҙы – ғәрәп, һуңыраҡ төрки халыҡтарының уртаҡ әҙәби теле – иҫке төрки телендә уҡытҡандар.

1557 йылда башҡорт ҡәбиләләре үҙ теләктәре менән Рәсәйгә ҡушылғас, батша Иван IV уларҙың еренә ҡағылмаҫҡа, теленә, диненә, идара итеү тәртибенә ҡыҫылмаҫҡа һүҙ бирә, ерҙәрен тышҡы дошмандан һаҡлау тураһында килешеү төҙөй. Бының өсөн башҡорттар Мәскәүгә яһаҡ түләргә, ул башҡа илдәр менән һуғыштар алып барғанда, Рәсәй армияһына ҡушылып, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашырға тейеш була. 

Артабан уҡырға


Январь 1970

Мәхмүт Хужин

Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ

Ни сәсһәң – шуны урырһың, ти халыҡ. Мәҡәлдең тура мәғәнәһенән бигерәк, кинәйә менән әйтелгәне йышыраҡ ҡулланыла. «Ниндәй бала тәрбиәләһәң, киләсәгең дә шундай булыр» тигән мәғәнә һалына уға. Бала – ата-әсәһе өсөн йыуаныс, терәк кенә түгел, тоҡомдо дауам итеүсе, илде тотоп тороусы, нығытыусы, кәрәк икән – ҡурсалаусы ла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләгә мөнәсәбәт йәһәтенән тотороҡлолоҡ быуаттар буйы һаҡланып, билдәле традициялары булған Көнсығыш йәмғиәттәренән айырмалы, беҙҙә үҫеп килеүсе быуынға ҡарата урынһыҙ тәжрибәләр үткәрелеп, ата-бабаларҙан ҡалған, һәр яҡлап сәләмәт рухлы быуын тәрбиәләргә булышлыҡ иткән ғөрөф-ғәҙәттәр юҡҡа сыҡҡан. Ул төрки халыҡтарға ғөмүмән хас булмаған балалар баҡсаһы, балалар йорто кеүек социаль институттар тормошонда, белем биреү системаһында, ғөмүмән, йәшәү рәүешендә күпләп күҙәтелә. Ә ҡанға һеңгән ныҡлы традициялары булмаған халыҡтың тотороҡло ғүмер итергә һәләте самалы. Был фекер түбәндәге факттарҙа айырыуса асыҡ сағылыш таба.

Артабан уҡырға


Январь 1970

Хәлил Хамматов

Салауат батыр – халыҡ хәтерендә

Йәш саҡта атайым Салауат батыр, уның башҡорт халҡына хеҙмәте тураһында күп хәтирәләр һөйләй торғайны. Хатта уның был турала яҙған китап һымаҡ нәмәһе лә бар ине. Үкенескә ҡаршы, беҙ уны һаҡлай алманыҡ. Атайымдың хәтирәләрен әле булһа һөйләп йөрөйҙәр.

…1773 йылдарҙа, Рәсәйҙә Әбей батша (Екатерина II – ред.) хөкөм һөргән дәүерҙә, Яйыҡ йылғаһы буйында йәшәгән казактар ихтилалға күтәрелеп, уларға башҡа халыҡтар ҙа ҡушыла. Уларҙың етәксеһе Бугас тигән казак була. Салауат батыр, башҡорт ирҙәрен йыйып, Бугасҡа ҡатнашып, батша ғәскәрҙәренә ҡаршы ныҡ һуғыша икән, тигән хәбәр беҙҙең ауылда ла таралғайны. Башҡорт халҡының ер-һыуы өсөн көрәшкән Салауатты халыҡ бөтә ерҙә лә яратҡан, уға ныҡ ышанғандар, уның һүҙен тыңлағандар, әмерен үтәгәндәр.

Артабан уҡырға


Апрель 2012

Азат Ярмуллин

«...Парижды ла күрҙек беҙ»

(«Наполеон маршы» нисек барлыҡҡа килгән?)

Беҙ башҡорттарҙың француз яуында ҡатнашыуы тураһында ишетһәк, ғәҙәттә, 1812 йылғы Ватан һуғышын күҙ уңында тотабыҙ. Әммә башҡорттар француздар менән уға тиклем биш йыл әүәлерәк осрашып өлгөрә. Ул ваҡиға 1806-1807 йылдарҙағы рус-прусс-француз һуғышы менән бәйле. Башҡорттарҙың был хәрби кампанияла ҡатнашыуы бик тә ҡыҙыҡлы тарихи факттарға бай. Тап ошо һуғыш осоронда башҡорт полктары тәү тапҡыр күпләп ойошторола.

Артабан уҡырға


123456789